

Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закон сығарыу буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина Өфөлә VII дөйөм Рәсәй “Хәҙерге талаптар дәүерендә хоҡуҡи системаны үҙгәртеп ҡороу” юридик форумында журналистар менән осрашты.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй юристары ассоциацияһының төбәк бүлексәһе тарихы бай. 14 йыл эшмәкәрлек осоронда бик күп ғәмәлдәр тормошҡа ашырылған. Үҙ ваҡытында бүлексәгә Радий Хәбиров, Андрей Назаров етәкселек иткән. Әлеге ваҡытта төбәк бүлексәһендә 1255 профилле белгес иҫәпләнә, шул иҫәптән быйыл уға 108 юрист ингән. Улар бөтә республика буйынса бушлай юридик ярҙам күрһәтеүгә өлөш индерә.
Ирина Александровна белдереүенсә, Рәсәй Юристары ассоциацияһының төбәк бүлексәләре араһында Башҡортостан бүлексәһе быйыл өсөнсө квартал һөҙөмтәһе буйынса беренсе урын алған. Был белгестәрҙең ҙур командаһының уңышлы эш һөҙөмтәһе булып тора. Әлеге ваҡытта республикала ассоциацияның 51 бүлексәһе бар, һуңғы ике ай эсендә Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында ла бүлексәләр асылған. Унда үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булған эшлекле юристар эшләй. Иң төпкөл райондарҙа ла халыҡҡа төрлө һорауҙар буйынса бушлай ярҙам иткән ошондай бүлексәләр барлыҡҡа киләсәк, тине депутат.
– Һуңғы ике йыл еңелдән булманы, шуға ла беҙ яңы алымдарҙы ғәмәлгә индереү, шул иҫәптән “Берҙәм колл-үҙәк” булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Әле төрлө варианттар ҡарала.
Суд приставтары, прокуратура хеҙмәткәрҙәре, адвокаттар ҡатнашлығында онлайн ҡабул итеүҙәр алып барыла. Быйыл 3,5 меңдән ашыу ялыуҙы тикшерҙек. Был – бик яҡшы күрһәткес, тип иҫәпләйем. Пандемия индергән сикләүҙәр эҙемтәһеҙ үтмәй, шуға ла әлеге ситтән тороп эшләү алымына ҡулайлашып ярҙам күрһәтәбеҙ. Башҡортостанда эшләү календарь планына ярашлы, коррупцияға ҡаршы ике тапҡыр диктант яҙыу ҡаралған. Тәүгеһен Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенттары менән ойошторҙоҡ, икенсеһе 9 декабрҙә – Коррупцияға ҡаршы көрәш көнөндә республика Хөкүмәте ағзалары һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙасаҡ.
Бөгөнгә ҡарата республика бүлексәһе хеҙмәттәшлек итеү тураһында 43 килешеү төҙөнө, шул иҫәптән суд приставтары хеҙмәте менән дә. Әйткәндәй, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе – Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы менән килешеү төҙөгән берҙән-бер бүлексә, башҡа төбәктәрҙә ундай миҫалдар юҡ.
Халыҡтан ялыуҙар күп килә, беҙ социологик һорау алыу ойошторабыҙ. Иң күп ялыу алимент бурыстарын үтәмәүгә ҡағыла. Был мәсьәлә федераль кимәлдә лә, республикала ла киҫкен тора. Шулай уҡ ергә бәйле бәхәстәргә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр күп. Киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау кеүек мәсьәләләр көнүҙәк булып тора.
Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе “Изге хоҡуҡ” махсус проектын ғәмәлгә ашыра башланы. Ул яҡшы эштәр атҡарыуға йүнәлтелгән. Бүлексә Өфө хосписына даими ярҙам итеп тора, шулай уҡ алдағы айҙарҙа Күмертауҙағы балалар йортон да шефлыҡҡа алырға уйлайбыҙ, – тип пландары менән уртаҡлашты Ирина Александровна.
Рәсәй юристары ассоциацияһы төбәк бүлексәһе, тәү сиратта закон рөхсәт иткән талаптарҙан сығып, граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында эшләй, йәғни социаль яҡтан яҡлауһыҙ тип иҫәпләнгән граждандарға консультациялар уҙғара, бүлексәләрҙә ҡабул итеү алып бара. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында “юридик клиника” эшләй.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ закондарҙы белһен, хоҡуҡ грамотаһы яҡшыраҡ булһын ине, тип теләргә ҡала. Шуға ла беҙҙең эштең төп йүнәлештәренең береһе – граждандарға күберәк мәғлүмәт биреү. Һанлы грамоталылыҡ, финанс грамоталылығы – бөтәһе лә онлайн киңлегенә күсә, шул иҫәптән Хоҡуҡ институтында, мәктәптәрҙә белем биреү дәрестәре лә алып барыу күҙ уңында тотола. Тормошта артабан ауыр хәлгә ҡалмау өсөн һәр кеше белергә тейеш ябай ҡағиҙәләр бар – беҙ онлайн-майҙанда ошо хаҡта һөйләйбеҙ, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Ирина Панькина.
Осрашыуҙа Ирина Панькина декабрҙә ғәмәлгә инәсәк закондар менән дә таныштырҙы. Мәҫәлән, 1 декабрҙән банктарҙың һәм башҡа финанс ойошмаларының рәсми сайты исемен файҙаланып, ялған порталда эшләп, финанс пирамидалары хеҙмәтен тәҡдим иткән йәки банктар мәғлүмәттәрен урлаған финанс өлкәһендә мутлашыусыларҙың сайтын суд ҡарарын көтмәйенсә яба алалар. Үҙәк банк мутлашыусыларҙың сығанағын тыйылған тип таныу хоҡуғы ала. Үҙәк банк вәкиле мөрәжәғәте нигеҙендә прокуратура сайтты ябыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Шулай уҡ сымһыҙ бәйләнеш операторҙары клиенттарына “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына, дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары, Рәсәй Федерацияһының бюджетҡа ҡарамаған дәүләт фондтары сайттарына бушлай инеү хоҡуғы бирергә тейеш, ә ҡалған социаль әһәмиәтле сайттарҙы Хөкүмәт комиссияһы билдәләйәсәк.
30 декабрҙән займ алыусының кредит килешеүенән сираттағы түләү өсөн иҫәптә билдәле сумма һаҡлауҙы талап иткән пункт алып ташлана. Шулай уҡ кредит һәм займ килешеүҙәре төҙөгән граждандар килешеү төҙөүҙә мәжбүри тағылған өҫтәмә хеҙмәттәрҙән 14 көн эсендә баш тарта һәм аҡсаны кире ҡайтартып алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Элек кредит биргән ойошма үҙе килешеү ҡығыҙы биттәрендә алдан уҡ “билдә” (“галочка”) ҡуйып сыҡһа, хәҙер был тыйыла, уны тик кредит алған кеше үҙе, шарттар менән килешеүен белдереп, ҡуя ала.
Рәсәйгә килгән сит ил граждандары дактилоскопия теркәүе үтәсәк, шулай уҡ тирә-яҡҡа хәүеф тыуҙырған йоғошло ауырыуҙар менән сирләмәгәнен, наркотик матдәләр ҡулланмағанын иҫбатлаған анализдарҙы мотлаҡ тапшырасаҡ. Рәсәйгә килгәндәр – 90 көн эсендә, ә эшләргә тип ингән сит ил граждандары 30 көндә был талаптарҙы үтәргә тейеш.
Рәмилә МУСИНА.