

3 декабрҙә Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктант старт алды. Ул 12 декбрҙә – Рәсәй Конституцияһы көнөндә Башҡортостанда һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә тамамлана.
14 йәштән өлкән һәр кем донъяның төрлө мөйөшөнән онлайн режимда сайт аша (сайте юридического диктанта) ҡатнашып, хоҡуҡ өлкәһендә белемен тикшерә ала. Тест үткән һәр кешегә шәхси һөҙөмтәһе күрһәтелгән сертификат тапшырыла. Диктант ҡырҡ һорауҙан тора, яуап биреү өсөн бер сәғәт ваҡыт бүленә. Улар Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, енәйәт һәм административ яуаплылыҡ өлкәһенә, хеҙмәт, гражданлыҡ, ғаилә хоҡуғы тематикаһына ҡағыла.
Рәсәй юристары ассоциацияһында билдәләүҙәренсә, 2021 йылда диктант беренсе тапҡыр инглиз, ҡытай, португал телдәренә тәржемә ителгән. Бынан тыш, ҡатнашыусыларға тестарҙың “төп” һәм “һөнәри” тигән варианттары тәҡдим ителә. Шулай уҡ яңы видеоһорау форматтары барлыҡҡа килгән.
Был сарала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Тәүге тапҡыр уҙғарылған саҡта, 2017 йылда, унда 55 мең кеше һынау тотҡан, ә былтыр - 507174. Диктантты Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә, шулай уҡ 175 илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙ яҙған.
Сараны Рәсәй юристары ассоциацияһы һәм “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы ойоштора.
"Былтыр Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктант яҙыуҙа Башҡортостандан 7032 кеше ҡатнашты. Быйыл да 3–12 декабрҙә һәр кем белемен һынап ҡарай ала. Диктантты ойоштороусылар белдереүенсә, әле Башҡортостан унда лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтә", – ти Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе аппараты етәксеһе Екатерина Смоленчук.
Фото: “Башинформ”.