Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Декабрь 2021, 20:30

Ишембай районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

Конкурсҡа ярашлы, был урынға өс кандидат дәғүә итә ине.

Ишембай районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде
Ишембай районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

Ишембай районы Советының 21-се ултырышында бишенсе саҡырылыш депутаттары контракт буйынса район хакимиәте башлығын билдәләүҙе ҡараны. Бер тауыштан был вазифаға Азат Ишемғолов һайланды.

Конкурсҡа ярашлы, был урынға өс кандидат дәғүә итте: Азамат Исхаков, Азамат Хәйбуллин һәм Азат Ишемғолов.

Тауыш биреү һөҙөмтәһендә бер тауыштан Азат Ишемғолов һайланды. Тәғәйенләнеүе менән уны Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – Башҡортостан министры Азамат Абдрахманов һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев ҡотланы.

Азат Альберт улы Ишемғолов 1984 йылдың ноябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын дәүләт идаралығы белгеслеге буйынса тамамлаған. Федераль мөлкәткә идара итеү агентлығында, “Мотор” берекмәһендә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатында эшләгән. 2019 йылдан - Ишембай районы хакимиәтендә. Бында ул бүлек начальнигы, аҙаҡ хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары булған.

Фото: "Восход" гәзите. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: