Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Декабрь 2021, 07:30

Владимир Путин менән Джо Байден нимә хаҡында һөйләште?

Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике ил етәкселәренең һөйләшеүе асыҡ һәм эшлекле характерҙа булған.

Владимир Путин менән Джо Байден нимә хаҡында һөйләште?Владимир Путин менән Джо Байден нимә хаҡында һөйләште?
Владимир Путин менән Джо Байден нимә хаҡында һөйләште?

Кисә илебеҙ Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Джо Байден видеобәйләнеш аша һөйләште. Ике сәғәт самаһы барған аралашыуҙың йөкмәткеһе билдәле булды. 

Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һөйләшеү асыҡ һәм эшлекле характерҙа булған. “Президенттар халыҡ-ара именлек һәм тотороҡлолоҡ өсөн ҙур яуаплылыҡты иҫәптә тотоп, Рәсәй менән АҠШ араһындағы диалогты һәм кәрәкле бәйләнештәрҙе дауам итергә кәрәк тигән фекер әйтте”, – тиелә осрашыу йомғаҡтарына арналған хәбәрҙә.

Лидерҙар илдәрҙең Икенсе донъя һуғышы йылдарында союздаш булғанын иҫкә төшөрҙө һәм шул саҡта килтерелгән ҡорбандарҙы оноторға ярамай тине, ә союздашлыҡ бөгөнгө көн ысынбарлығындағы эшмәкәрлек өсөн өлгө булып хеҙмәт итергә тейеш.

Яҡтар Украина тирәләй хәлдәрҙе тикшерҙе. Байден Рәсәй ғәскәрҙәренең Украина сиктәре янында хәрәкәт итеүендә “янау” характеры бар тине һәм әгәр хәлде артабан да киҫкенләштереү дауам итһә, АҠШ менән уның союздаштары ҡулланыуы ихтимал булған санкцияларҙы билдәләне.

Рәсәй Президенты иһә аныҡ миҫалдар менән Киевтың “норманд форматында” өлгәшелгән Минск килешеүҙәрен тулыһынса инҡар иткән емерткес сәйәсәтенә төртөп күрһәтте, Киевтың Донбасҡа ҡаршы провокация эшмәкәрлеге буйынса етди хафаланыуын белдерҙе, тип хәбәр итәләр Кремлдән.

Владимир Путин яуаплылыҡты Мәскәү иңенә генә һалырға ярамай тине, сөнки тап НАТО хәүефле рәүештә Украина биләмәләрен үҙләштерергә маташа һәм Рәсәй сиктәрендә хәрби ҡеүәтен нығыта.

“Рәсәй етди рәүештә НАТО-ның Көнсығыш йүнәлештә киңәйеүенә юл ҡуймаған һәм Рәсәй менән сиктәш дәүләттәрҙә ҡеүәтле ҡоралланыу системаларын урынлаштырыуҙы тыйған ышаныслы, юридик яҡтан теркәлгән гарантиялар алырға теләй”, – тиелә хәбәрҙә.

Ике лидер үҙҙәренең вәкилдәренә был мәсьәләләр буйынса аныҡ консультациялар әҙерләй башлауҙы ҡушырға килеште.

“Һөйләшеү барышында Иран ядро программаһы буйынса Берлектәге күләмле эш итеү программаһы тирәләй хәлдәр ҙә ҡаралды. Рәсәй Президенты уны башта уҡ килешелгән сиктәрҙә тулы кимәлдә үтәүҙең мөһимлеген билдәләне”, – тиҙәр матбуғат хеҙмәтендә.

Президенттар ноябрь аҙағында Венала был мәсьәлә буйынса һөйләшеүҙәрҙең тергеҙелеүен бөтә яҡтар өсөн дә ҡулайлы ҡарар табырға ярҙам итер тигән ышаныс белдерҙе.

“Рәсәй яғынан дипломатик миссияларҙың эшләүенә ҡарата йыйылған бөтә сикләүҙәрҙе юҡҡа сығарырға тәҡдим ителде, был ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең башҡа аспекттарын да яйға һалырға булышлыҡ итә алыр ине”, – тиҙәр Кремлдә.

Президенттар ике яҡлы хеҙмәттәшлек “элеккесә ҡәнәғәтләнерлек хәлдә түгел” тип баһаланы һәм был ике илдең дә дипломатик вәкиллектәре эшендә ҡайһы бер ауырлыҡтарға килтерә.

Владимир Путин билдәләүенсә, быларҙың барыһы ла – Америка властары сәйәсәте эҙемтәһе, улар әле биш йыл элек үк киң күләмле сикләүҙәр, тыйыуҙар индерҙе һәм Рәсәй дипломаттарын күпләп иленә ҡайтара башланы. Шуға күрә беҙ уларға ҡаршы шундай уҡ саралар күрергә мәжбүрбеҙ.

Владимир Путин менән Джо Байден артабан да кибер енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә бергә енәйәт-процессуаль һәм оператив-техник эшмәкәрлекте дауам итергә әҙерлек белдерҙе.

Фото: kremlin.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас