Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Декабрь 2021, 20:45

ЮХХДИ идаралығы начальнигы тәғәйенләнде

Ул сығышы менән республиканың Нефтекама ҡалаһынан.

ЮХХДИ идаралығы начальнигы тәғәйенләнде
ЮХХДИ идаралығы начальнигы тәғәйенләнде

Рәсәй Эске эштәр министрлығы бойороғо менән Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы итеп полиция полковнигы Владимир Александрович Севастьянов тәғәйенләнде.  

Владимир Александрович 1980 йылдың 1 мартында Нефтекама ҡалаһында тыуған. 2000 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Ошо йылда Нефтекама ҡалаһы ЮХХДИ бүлегенең юл күҙәтеү дәүләт инспекторы вазифаһына тәғәйенләнә. 2003 – 2010 йылдарҙа юл-патруль хеҙмәтендә төрлө вазифаларҙа – взвод командиры урынбаҫарынан Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығының ЮХХДИ юл-патруль хеҙмәте полкы батальоны командиры булып эшләй.

2010 йылдың июненән Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығында юл-патруль хеҙмәте, эҙләү һәм административ практика бүлеге эшмәкәрлегенә етәкселек итә. 2013 йылдан Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының ЮХХДИ хеҙмәте юл-патруль полкы командиры вазифаһына тәҡдим ителә. Ә 2018 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Хеҙмәттәге фиҙакәрлек өсөн”, “Хеҙмәткә тоғролоҡ өсөн”, I, II һәм III дәрәжә “Яҡшы хеҙмәт өсөн” миҙалдары менән наградланған.     

Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: