

Бөгөн – Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө. Ошо айҡанлы Республикаға идара итеү үҙәгендә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант яҙыу сараһы үтте.
Дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәрҙәре коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса белемен тикшерҙе. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе ярҙамында үтте.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровтың сәләмләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. "Властың федераль, төбәк һәм муниципаль кимәлендә коррупцияға ҡаршы тороу мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ришүәтселеккә бәйле хәлдәр милли именлеккә янай. Шуға күрә төрлө юлдар һәм ысулдар менән уға ҡаршы тороу – дәүләттең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе”, – тиелә унда.
Рөстәм Моратов белдереүенсә, республика Хөкүмәте Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктантты бар яҡлап та хуплай, уны артабан да даими ойошторорға планлаштыра.
"Был сарала ҡатнашыусылар – республиканың битараф булмаған граждандары. Һәр кешенең дә, үҙе лә аңлап етмәйенсә, коррупцияға бәйле ҡағиҙә боҙоуҙарҙа шаһитҡа әйләнеүе ихтимал. Был проект ошо йәһәттән граждандарға мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән", – тип билдәләне Рөстәм Моратов.
Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закон сығарыу буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина сығышында бындай сараларҙы уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне.
"Коррупцияға ҡаршы тороу һәм белем биреү саралары үткәреү Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан билдәләнгән коррупцияға ҡаршы тороу милли планының мөһим бурысы булып тора. Бөгөнгө диктант республика дәүләт органдары хеҙмәткәрҙеренең әҙерлеген, мәғлүмәтлелеген күрһәтәсәк. Һөҙөмтәләр беҙҙе ҡыуандырыр тип ышанам", – тине Ирина Панькина.
Диктантты “Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы көрәш диктанты” проекты авторы, юридик фәндәр кандидаты, “Рәсәй лидеры 2020” конкурсы ярымфиналы еңеүсеһе, Сәнәғәтселәрҙең һәм эшҡыуарҙарҙың рус-азия союзы президенты кәңәшсеһе Эльси Золаев үткәрҙе. Сара башланыр алдынан ул “Рәсәй Федерацияһында коррупцияға ҡаршы тороу нигеҙҙәре тураһында" тигән темаға лекция уҡыны.
Эльси Золаев Башҡортостан дәүләт идаралығының юғары кимәлле, төрлө белем биреү сараларын үткәреүгә һәләтле булыуын билдәләне.
Билдәле булыуынса, 3 декабрҙә Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктант старт алды. Ул 12 декабрҙә – Рәсәй Конституцияһы көнөндә тамамлана.
14 йәштән өлкән һәр кем донъяның төрлө мөйөшөнән онлайн режимда сайт аша (сайте юридического диктанта) ҡатнашып, хоҡуҡ өлкәһендә белемен тикшерә ала. Тест үткән һәр кешегә шәхси һөҙөмтәһе күрһәтелгән сертификат тапшырыла. Диктант ҡырҡ һорауҙан тора, яуап биреү өсөн бер сәғәт ваҡыт бүленә. Улар Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, енәйәт һәм административ яуаплылыҡ өлкәһенә, хеҙмәт, гражданлыҡ, ғаилә хоҡуғы тематикаһына ҡағыла.
Рәсәй юристары ассоциацияһында билдәләүҙәренсә, 2021 йылда диктант беренсе тапҡыр инглиз, ҡытай, португал телдәренә тәржемә ителгән. Бынан тыш, ҡатнашыусыларға тестарҙың “төп” һәм “һөнәри” тигән варианттары тәҡдим ителә. Шулай уҡ яңы видеоһорау форматтары барлыҡҡа килгән.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54006