Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Декабрь 2021, 17:45

Һанлы технологиялар тормошто еңелләштерә

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай пандемия башланғандан алып һанлы технологияларҙы ныҡлы ҡуллана.

Һанлы технологиялар тормошто еңелләштерәҺанлы технологиялар тормошто еңелләштерә
Һанлы технологиялар тормошто еңелләштерә

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән VII “Заман саҡырыуҙары мәлендә хоҡуҡи системаның трансформацияһы” тип аталған Дөйөм Рәсәй юридик форумында пленар ултырыш үтте. Унда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты.

Парламент спикеры белдереүенсә, мотлаҡ хоҡуҡи фекер йөрөтөүҙе талап иткән аңлатма булып һанлаштырыу тора. Бөгөн был терминдың мәғәнәһен бер төрлө генә аңлатҡан һүҙ юҡ – фәндә лә, хоҡуҡи документтарҙа ла.

"Кешелек тарихы шуны күрһәтә: бөтә яңы нәмәләр тирә-яҡ шарттарҙың ныҡлы үҙгәреүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Коронавирус пандемияһы әүҙем рәүештә һанлы технологияларҙы индерә башлауға ҡеүәтле катализатор булды. Был ҡануниәт процестарына ла ҡағылды. Беҙҙең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҙа ситтә ҡалманы", – тине Константин Толкачев.

Уның фекере буйынса, пандемияға тиклем дә республика парламенты эшмәкәрлеген һанлаштырыу кимәле юғары ине. Мәҫәлән, Башҡортостанда бөтә кимәл депутаттарын да берләштергән “Депутаттар” тигән портал булдырылған. “Директум” электрон системаһы ғәмәлдә, ул закон булдырыуҙың бөтә юлын баштан алып күҙәтеү мөмкинлеге бирә. Пленар ултырыштарҙа тауыш биреүҙең электрон системаһы файҙаланыла.

"Пандемия шарттарында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ашығыс тәртиптә парламент ултырыштарын видеобәйләнеш аша үткәреү системаһы эшләнде. Регламентҡа тейешле үҙгәрештәр индерелде, депутаттар алыҫта булып та тауыш биреү хоҡуғы алды. 2020 йылдан алып парламент эшендә “виртуаль зал” тип аталған технология файҙаланыла башланы. Уға ярашлы депутаттар ултырыш ваҡытында ҙур булмаған төркөмдәр менән төрлө залдарҙа ултыра ала, ә электрон система уларҙы берләштерә, бер экранға сығара һәм берҙәм эш алып барыу мөмкинлеге бирә. Быларҙың барыһы ла беҙгә ҡатмарлы ваҡыттарҙа ла эшләргә, иҡтисадҡа, халыҡҡа кәрәкле закондар ҡабул итеүҙә ярҙам күрһәтә", – тине ул.

Әммә Константин Толкачев белдереүенсә, әле һаман электрон дәүләтте көйләгән берҙәм тулы ҡанлы хоҡуҡи акт юҡ. Киләсәктә һанлы технологиялар индереү дауам итәсәк, улар ҡануниәт процестарын ябайлаштырыу мөмкинлеге бирәсәк, тине спикер.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас