

Өфөлә коррупцияға ҡаршы көрәшкә арналған семинар үтте, унда ағымдағы йылға йомғаҡ яһанылар, шулай уҡ Башҡортостандың дәүләт власында, урындағы үҙидара органдарында ришүәтселеккә ҡаршы көрәш ҡануниәтен боҙоуҙарға бәйле асыҡланған осраҡтар тикшерелде.
Республика семинарында коррупцияны, башҡа тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эшкә яуаплы дәүләт һәм муниципаль органдары хеҙмәткәрҙәре араһындағы конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Сара Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында онлайн-режимда үтте. "Семинарҙы дистанцияла уҙғарыу эштә айырым эҙ ҡалдыра. Академияла пандемия ваҡытында онлайн форматта эшләү яйға һалынған, шуға ла беҙ бындай аралашыуҙың тик ыңғай яҡтарын күрәбеҙ", - тине ректор Данияр Абдрахманов.
Урындағы эшҡыуарҙар фекеренсә, Башҡортостанда коррупция кимәле кәмей, ә бына ил киңлегендә арта.
"Быйыл һорау алыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең күпселеге республикала коррупцияға ҡаршы көрәштең үткән йылдарға ҡарағанда яҡшырыуын билдәләгән. Шулай уҡ уның муниципалитеттарҙа ла, дөйөм республикала ла кәмеүен белдерҙеләр", – тине Башҡортостан Башлығының коррупцияға ҡаршы тороу буйынса идаралығы начальнигы Виктор Бутыркин.
Автор фотоһы, скриншот.