

Илебеҙҙең төп норматив хоҡуҡ акты – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителә. Нәҡ ошо көндә Рәсәй халҡы, референдумда ҡатнашып, илебеҙҙең яңы Төп законы өсөн тауыш бирә, йәғни был документты сарала ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 54,8 проценты хуплай.
Референдумға тәҡдим ителгән Конституция тексы өҫтөндә меңәрләгән автор 3,5 йыл дауамында эшләгән. Тауыш биреүгә бер ай ҡалғас, йәғни 1993 йылдың 8 ноябрендә, ул саҡтағы Рәсәй Президенты Борис Ельцин проектҡа ҡул ҡуя. Был документ проектына үҙе лә бер нисә төҙәтмә индерә. Халыҡ яңы Конституция тексы менән яҡындан таныша алһын өсөн, уны ике көндән һуң үҙәк гәзиттәрҙә баҫтырып сығаралар.
Референдумда Рәсәй халҡы был документты хуплай, ә инде ике аҙнанан һуң ҡабул ителгән текст яңынан матбуғатта баҫыла һәм төп документ рәсми көсөнә инә. 1993 йылдағы Конституция нигеҙендә Рәсәйҙә яңы дәүләтселек ҡоролошо урынлаштырыла – ул федератив ҡоролошло ҡатнаш президентлы-парламентлы республикалы илгә әйләнә. Дәүләткә идара итеү нигеҙенә власты өс тармаҡҡа бүлеү принцибы һалына – башҡарма, закондар сығарыу һәм суд власы. Бер йылдан һуң 1994 йылдың 12 декабре Дәүләт Конституцияһы көнө тип раҫлана.
2020 йылдың 1 июлендә Бөтә Рәсәй тауыш биреү юлы менән Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индерелде. Был төҙәтмәләр Рәсәйҙең донъя кимәлендәге урынын, территориаль хоҡуғын нығытты, шулай уҡ ул илебеҙҙәге төрлө милләттәрҙең тел һәм мәҙәниәтен яҡлай, социаль гарантияларҙы көсәйтә һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итә.
Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:
– Рәсәй Конституцияһы көнөн йыл һайын матур итеп билдәләйбеҙ. Быйыл уны яңы шарттарҙа ҡаршы алабыҙ. Тап быйыл Конституция яңы һулыш алды, тип әйтер инем, сөнки уға үҙгәрештәр индерҙек һәм, уларға таянып, әле бик күп закондар ҡабул итәбеҙ. Ошо төп Документта теркәлгән статьяларҙы үтәү өсөн федераль бюджетҡа бик күп аҡса һалынды.
Беҙ, башҡорттар, үҙебеҙҙең мәҙәниәтте, тарихты һаҡлаған халыҡ булараҡ, ҡайһы бер үҙгәрештәргә иғтибар итергә тейешбеҙ. Иң мөһиме, яңыртылған Конституцияла телдәрҙе, мәҙәниәтте үҫтереүгә баҫым яһалып, айырым статья барлыҡҡа килде. Был үҙгәрештәр Башҡортостан Конституцияһында ла сағылыш тапты. Башҡортостан Конституцияһында тарих-мәҙәниәт тураһында статьяларҙан тыш, республиканың тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡындағыларын өҫтәнек, шихандар ҙа улар иҫәбендә бар.
Яңыртылған Конституцияла ғаиләгә арналған статьялар ҙур урын ала. Төп закон “ғаилә – дәүләттең иң юғары ҡиммәте” тип белдерә, традицион ҡиммәттәр ҡеүәтләнеп, “ғаилә – ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар берлеге”, тип билдәләнә.
Тап ғаилә институтын нығытыу өсөн быйыл бик күп саралар ҡабул ителде. Киләһе йыл бюджетында ла ошо йүнәлештә ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса бүлеү ҡаралған.
Ғөмүмән, Рәсәй Конституцияһының яңыртылыуы – дәүләт һәм ил халҡы өсөн ыңғай күренеш, заман талабы. Киләсәктә был эш дауам итәсәк.
Рафаэль МӘРҘӘНШИН, Дәүләт Думаһы депутаты:
– Йылдар дауамында беҙ был көндө дәүләт байрамы булараҡ даими билдәләп киләбеҙ. Был сараға илебеҙҙең төп документына ҡарата ғына түгел, беренсе сиратта үҙебеҙҙең ҡарарыбыҙға, үҙебеҙгә хөрмәт билдәһе тип ҡарайбыҙ. Беҙҙә күп милләтле берҙәмлек һәм конфессия-ара килешеү идеяларына ышаныс тойғоһо, демократия һәм федерализм ҡиммәттәренә тоғролоҡ хисе көслө һәм ныҡлы дәүләт төҙөүгә ынтылырға әйҙәй.
Конституция нормаларын һәм положениеларын күҙәтеп, Рәсәйҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡты аңлап, барлыҡ һынауҙарҙы ла еңәсәгебеҙгә ышанам.
Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры:
– Рәсәй Конституцияһы – ҙур, күп милләтле, туған телдәргә бай, төрлө динле, сағыу, үҙенсәлекле мәҙәниәтле илебеҙҙең йәшәйеш ҡанундарын, халыҡтарыбыҙҙың, һәр беребеҙҙең хоҡуҡтарын ғына түгел, ә йәмғиәт, дәүләт алдында булған бурыс-вазифаларын барлаған төп закон ул. Был документ илебеҙҙе үҙаллы, донъя кимәлендә береһенән дә ҡурҡмай үҙ юлы менән атлаған, халҡының хәүефһеҙлеген, милли ҡиммәттәрен һәм ихтыяждарын һаҡлаған һәм яҡлаған демократик йәмғиәт төҙөү йүнәлешен үҙ иткән дәүләт икәнен иҫбатлай. Халыҡтар берҙәмлеге, милләт-ара дуҫлыҡ һәм татыулыҡ, үҙ тарихыңа, йәшәйеш ҡиммәттәреңә тоғро булыу, ғаилә ныҡлығын, йәш быуындарҙы, милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереү – был позициялар Рәсәй Конституцияһында дәүләттең көсөнөң һәм тотороҡло үҫешенең ныҡлы нигеҙе итеп күҙаллана.
Конституция илебеҙҙең Төп законы ғына түгел, ә барлыҡ хоҡуҡи системаның үҙәге, шуға күрә лә ҡабул ителгән бөтә закондарҙың да, дәүләт стратегияларының да эстәлеге һәм мәғәнәһе Конституцияның принциптарына ауаздаш. Әйткәндәй, төбәктәрҙә милли тигеҙлекте, татыулыҡты, һәр милләт вәкиленең телен, динен, мәҙәниәтен үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған 184-се федераль закон, милли-мәҙәни автономияларҙың ыңғай эшмәкәрлеген ҡараған, урындағы халыҡтарҙың, мигранттарҙың хоҡуҡтарын билдәләгән, милли ығы-зығы тыуҙырырға тырышҡан экстремизмға ҡаршы торған федераль закондар, шулай уҡ 2025 йылға тиклем ҡабул ителгән дәүләттең Милли сәйәсәт стратегияһы – барыһы ла илебеҙҙең конституцион нигеҙҙәрен нығытыуға йүнәлтелгән. Рәсәй Конституцияһы көнө – йәмғиәтебеҙҙең дуҫ, бергә, берҙәм йәшәгән милләт һәм халыҡтарының байрамы ғына түгел, ә дәүләтебеҙ халыҡтарының бөгөнгөһөн һәм киләсәген яҡлау символы ла.
Рәмилә МУСИНА