Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Декабрь 2021, 15:00

Иң мөһиме - кешеләр өсөн уңайлы ҡарарҙар табыу

Юридик форумда Андрей Назаров сығыш яһаны.

Иң мөһиме - кешеләр өсөн уңайлы ҡарарҙар табыуИң мөһиме - кешеләр өсөн уңайлы ҡарарҙар табыу
Иң мөһиме - кешеләр өсөн уңайлы ҡарарҙар табыу

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә VII “Заман саҡырыуҙары мәлендә хоҡуҡи системаның трансформацияһы” тип аталған Дөйөм Рәсәй юридик форумы булды. Ул Рәсәйҙә Юристар көнөн билдәләүгә арнала. Сара “Торатау” конгресс-холында бара.

Саралар иртәнсәк башланды һәм кискә тиклем дауам итте. Уның төп ваҡиғаһы – форумдың пленар ултырышы. Унда Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй банктары ассоциацияһы Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Сенин, Башҡортостан Юғары суды судьяһы, республиканың атҡаҙанған юрисы Булат Мәсәғүтов һәм башҡалар ҡатнашты.

Пленар ултырышта илебеҙҙең алдынғы юристары публик властың реформаһы, ҡануниәттең һанлы дәүер шарттарына һәм дәүләттең кеше капиталын үҫтереүҙәге мохтажлығына яраҡлашыуы, глобаль һанлаштырыу шарттарында шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау, юриспруденцияның көнүҙәк йүнәлештәре, бөгөнгө юристың компетенциялары, оҫталыҡтары һәм башҡа темаларҙы ҡараны.

Ултырышты  Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе Ирина Панькина алып барҙы.

Сәләмләү һүҙе менән Премьер-министр Андрей Назаров сығыш яһаны.

– Ошондай ҙур форумды беҙҙә үткәреү - Башҡортостан өсөн ҙур мәртәбә. Был кешеләр илдең ҡануниәтен булдырыуҙа ҡатнаша. Һәр ваҡыттағыса, республикабыҙ бик күп ҡануниәт башланғыстары инициаторы булып тора. Рәсәй Юристар ассоциацияһының урындағы бүлексәһе лә бик уңышлы эшләй, ул һәр ваҡыт Рәсәй рейтингында алдынғы урындар ала. Башҡортостан бүлексәһенә Ирина Панькинаның етәкселек итә башлауы уның эшмәкәрлегенә яңы һулыш өрҙө, – тине ул.

Андрей Назаров белдереүенсә, сараның Рәсәй Конституцияһы көнө алдынан үтеүе форумға әһәмиәт өҫтәй.

Премьер-министр, хоҡуҡ менән иҡтисад тармаҡтары бер-береһенә яҡын, бәйләнештәре ныҡ, тине. Уның белдереүенсә, бөгөн Башҡортостанда эшҡыуарҙарға, инвесторҙарға 100-ҙән ашыу финанс һәм финанс булмаған дәүләт ярҙамы төрө күрһәтелә. Бизнес өсөн һанлы сервистар әүҙем үҫешә – төҙөлөш, лицензиялау, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре онлайн-форматҡа күсә бара.

– Беҙ һөҙөмтәле инвестиция ҡануниәте булдырабыҙ. Мәҫәлән, етештереү асҡан эшҡыуарҙар өсөн ҡануниәт кимәлендә ташламалы һалым һәм инфраструктура кэшбэгы, ташламалы шарттарҙа етештереү өсөн ер участкаһы биреү ғәмәлдә. Әле иһә Махсус инвестиция контракттарын тормошҡа ашырыу өсөн норматив база булдырабыҙ, – тине Андрей Назаров.

Премьер-министр күтәргән тағы бер мөһим тема – коррупция менән көрәш.

– Шуны аңларға кәрәк, граждандарҙың ҙур өлөшө коррупция йүнәлешендә уйлай башланы, был уның менән көрәште ауырлаштыра. Шуға күрә коррупция менән хоҡуҡи, иҡтисади көрәштең социаль тәьҫир менән бергә барыуы мөһим – кеше ришүәт биреү мөмкинлеге тураһында уйламаҫҡа тейеш. Быны бер мәлдә генә эшләп булмай. Шуға күрә әле коррупцияға ҡаршы тороуҙың сараһы булып юридик технологияларҙың мәғлүмәт технологиялары менән бергә барыуында. Миҫал - дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе һанлаштырыу. Был технологиялар дәүләт һәм муниципаль чиновниктарҙың эшмәкәрлеген үтә күренмәле итергә ярҙам итә. Беҙҙең бурыс – һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу, иҡтисад менән хоҡуҡ ҡушылған урында кешеләр тормошо яҡшыртыу өсөн иң һәйбәт ҡарарҙар табыу, – тине ул.

Форумды Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты ойоштора.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас