

Ниндәй генә заманды алмайыҡ, күсемһеҙ милек – йорт, өй, фатир һәм башҡалар – һәр кемдең тормошонда мөһим роль уйнай. Һәммәбеҙгә торлаҡты һатып алырға, рәсмиләштерергә, ҡуртымға алырға тура килә. Бөгөн күсемһеҙ милеккә бәйле килешеүҙәрҙе мөмкин тиклем уңайлыраҡ атҡарыу юлдары бармы? Һуңғы йылдарҙа был тармаҡта ниндәй яңылыҡтар бар? “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Вячеславович КЛЕЦ ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә.
– Петр Вячеславович, күсемһеҙ милекте мөмкин тиклем тиҙерәк һәм ябайыраҡ рәсмиләштерергә мөмкинме?
– Бөгөн күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты йәки уны ҡуртымға биреүҙе рәсмиләштереү ниндәйҙер ауырлыҡ тыуҙырмай. “Росреестр” хеҙмәттәренән, күсемһеҙ милектең ҡайҙа урынлашыуына ҡарамай, күп функциялы үҙәктәрҙең һәр офисында файҙаланырға мөмкин. Шулай итеп, хәҙер күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ туғыҙ көн эсендә теркәлә. Электрон ысулды файҙаланғанда иһә был процедура ике көн эсендә атҡарыла. Төрлө ойошма вәкилдәре йәки шәхси эшҡыуарҙар, күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итеп, коммерцияға бәйле күсемһеҙ милкенә хоҡуғын биш көн эсендә теркәй ала. Был ваҡыт эшҡыуарлыҡты алып барыуға уңайлы шарттар булдырыу өсөн ҡыҫҡартылды.
Нотариустың да документтарҙы электрон төрҙә рәсмиләштереүгә хоҡуғы бар. Был осраҡта теркәү ваҡыты – бер эш көнө.
Власть йәки урындағы үҙидара органдары документтарҙы “Росреестр”ға үҙаллы ебәрергә тейеш. Был ошо органдарҙың акттары нигеҙендә барлыҡҡа килгән хоҡуҡ осраҡтарына ҡағыла.
– Күсемһеҙ милекте электрон теркәү хаҡында телгә алдығыҙ. Башҡортостанда йәшәгәндәр был процедураға әҙерме?
– Йылдан-йыл республикала электрон килешеүҙәргә ҡарата талаптар арта. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостанда күсемһеҙ милекте электрон теркәү 60 процент тәшкил итте.
Был технологияларҙы үҙҙәре файҙаланған нотариустар, урындағы үҙидара органдары, банктар, төҙөүселәр, риэлторҙар – граждандар өсөн электрон килешеүҙәрҙе атҡарыусы.
Электрон килешеү ялған эшләүҙән һаҡлаған электрон-һанлы ҡултамға менән нығытыла. Барлыҡ процедуралар бәйләнештең айырыуса һаҡланған каналдары буйынса үтә, ул тулыһынса хәүефһеҙ.
– Һуңғы йылдарҙа күсемһеҙ милекте рәсмиләштереү өлкәһендәге закондар әүҙем заманлаштырыла, яңылары үҙ көсөнә инә. Мәҫәлән, гараждарҙы законлаштырыуҙың ябайлаштырылыуы тураһындағыһы. Ошо хаҡта һөйләһәгеҙ ине...
– 1 сентябрҙән “гараж амнистияһы” тураһындағы закон ғәмәлгә инде. Был ҡанун Рәсәйҙең Ҡала төҙөлөшө кодексының ғәмәлгә ингәненә тиклем төҙөлгән капиталь гараждарға, ваҡытһыҙ ҡулланыу хоҡуғы булған гараж кооперативына бирелгән ер участкаларындағы гараждарға ҡағыла.
“Гараж амнистияһы”на шәхси торлаҡ йәки шәхси хужалыҡ төҙөлөшө, баҡсасылыҡ өсөн тәғәйенләнгән участкаларҙа төҙөлгән йорт, гараждар, күп фатирлы йорттар урынлашҡан ер майҙаны, сәнәғәт предприятиелары, коммерция биналарындағы һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барылған гараждар эләкмәй.
– Гаражды рәсмиләштереү өсөн тәү сиратта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
– Гаражды һәм урынлашҡан ер биләмәһен рәсмиләштереү тураһындағы ғаризаны урындағы үҙидара органдарында һәм республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығында ҡабул итәләр. Уның менән бергә гаражды йәки ул урынлашҡан ер майҙанын файҙаланыуҙы раҫлаған документ (урындағы үҙидара органы йәки предприятие (шул иҫәптәге совет осорондағы ла), кооперативта пайҙы түләүҙе раҫлаған белешмә, гаражды бүлеү тураһындағы ҡарар, техник паспорт, селтәрҙәргә тоташтырыуҙы, мираҫҡа ҡалыуҙы, башҡа кешенән гаражды һатып алыуҙы раҫлаған документтар ҡушып биреү мотлаҡ.
Әгәр ошонан һуң алдан гараж урынлашҡан ер биләмәһен биреү тураһындағы ҡарар ҡабул ителһә, был ер кадастр иҫәбендә тормаһа, гараж аҫтындағы ерҙе межалау, мотлаҡ булһа, гараждың үҙенә техник план әҙерләү буйынса кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Муниципалитеттарҙың мөмкинлеге булһа, был эштәрҙе улар үҙҙәре лә атҡара ала. Әҙерлек процедуралары тамамланғас, урындағы властар барлыҡ документтарҙы ла гараж хужаһы файҙаһына күсемһеҙ милекте теркәү өсөн “Росреестр”ға мөрәжәғәт итәсәк.
– Капиталь булмаған гараждарҙың яҙмышы нисек хәл ителә? Уларҙы ла законлаштырырға мөмкинме?
– Әгәр капиталь булмаған төҙөлөш, мәҫәлән, гараж кооператив биләмәһендә урынлашмаһа, уны файҙаланған кеше күсемһеҙ милек йәки ҡуртымға алыу хоҡуғын рәсмиләштерә алмаясаҡ. Бындай осраҡтарҙа муниципалитет үҙ биләмәһендәге ошондай гараждарҙы урынлаштырыу схемаһын раҫлай. Уларҙы файҙаланған өсөн түләргә кәрәк. Әйткәндәй, ул ер һалымынан күберәк булмаҫҡа тейеш.
– Башҡортостан Республикаһында күсемһеҙ милекте иҫке тәртип буйынса ҡанунлаштырғандарҙы асыҡлау эше алып барыла, тип һөйләйҙәр. Һүҙ нимә хаҡында бара? Кем асыҡлау менән шөғөлләнә? Республикала йәшәгәндәрҙең үҙҙәренә нимәлер эшләргә кәрәкме?
– Республика биләмәһендә күсемһеҙ милек реестрындағы 570 мең тирәһе күсемһеҙ милек объектының хоҡуҡи хужаһы тураһындағы мәғлүмәттәр юҡ. Ә факт буйынса граждандар ерҙән файҙалана, уларҙың быға тиклем техник инвентаризациялау бюроһына (БТИ), ер комитеттарына тапшырылған документтары бар. Улар мираҫты ҡабул иткән, әммә хоҡуғын теркәмәгән. Ҡағиҙә булараҡ, 1998 йылдың 31 ғинуарына тиклем “иҫке тәртиптә” рәсмиләштерелгән күсемһеҙ милек объекттары быға тиклем иҫәпкә алынған тип һанала. Урындағы үҙидара органдарының төп мәсьәләһе – ошондай милек хужаларын табыу һәм мәғлүмәттәрҙе “Росреестр”ға ебәреү, шуға күрә граждандарҙан бындай объекттарға хоҡуҡты теркәү өсөн шәхсән үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүҙе һорайбыҙ. Өҫтәүенә, элек иҫәпкә алынған күсемһеҙ милек объекттарына дәүләт иғәнәһе түләттерелмәй.
Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы көнүҙәк һәм дөрөҫ мәғлүмәттәрҙең булыуы граждандарҙың милкен мутлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡлауға йоғонто яһай, күсемһеҙ милек менән килешеүҙәрҙең һөҙөмтәлелеген арттыра. Һеҙҙең объекттың иҫәпкә алыныу-алынмауын “Росреестр” сайтындағы “Онлайн тәртибендә күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәт” хеҙмәтендә белергә мөмкин. Әгәр хоҡуғығыҙ теркәлмәһә, “Объект статусы” тигән юлда “Элек иҫәпкә алынған” тип яҙыласаҡ.
– Күсемһеҙ милек менән килешеүҙәр – ярайһы ҡатмарлы ғына процедура. Кәңәш һорап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин? Быны онлайн рәүешендә эшләп буламы?
– “Росреестр” идаралығы хеҙмәткәрҙәренән кәңәш алыу өсөн телефон аша йәки яҙма рәүештә генә түгел, http://zkprb.ru/ сайтындағы “Сайт консультанты. Онлайн” хеҙмәтенә лә мөрәжәғәт итеп була. Был хеҙмәт ярҙамында реаль ваҡыт режимында теләгән һәр кеше “Росреестр” ҡарамағындағы һорауҙарҙы бирә ала.
– Петр Вячеславович, йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Айһылыу НИЗАМОВА