

Был аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек иткән ҙур делегация Беларусь Республикаһында эшләне. Сәфәрҙә республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре һәм бизнес вәкилдәре ҡатнашты, 40-тан ашыу ойошма етәксеһе барҙы. Улар араһында – “Башҡортостан сода компанияһы”, “Башхим”, “Автонормаль” Бәләбәй заводы”, “Авангард”, “Салауатбыяла”, “Башинформсвязь”, “Стеклонит”, “Искож” бар.
Беларусь Республикаһы – электән килгән ышаныслы партнерыбыҙ, беҙ улар менән 20 йыл дауамында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Маҡсат иһә нефть химияһы, машиналар, станоктар эшләү, ауыл хужалығы тармаҡтарында бәйләнештәрҙе киңәйтеү, тауар әйләнешен арттырыу, предприятиелар араһында сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеү, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу.
2020 йыл йомғаҡтары буйынса Беларусь тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса дүртенсе урында тора һәм 7,0 процент тәшкил итә. 2021 йылдың ғинуар – сентябрендә тышҡы сауҙа әйләнеше 217,2 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Уның 134,7 миллион доллары – экспорт һәм 82,5 миллион доллары импорт өлөшөнә тура килә. Экспорт башлыса химия тауарҙары, каучук, минераль тауарҙар, металдар һәм уларҙан әйберҙәр, аҙыҡ-үлек тауарҙары һәм сеймал, машина эшләү һәм башҡа тауарҙарҙан тора. Импорт өлөшөнә машиналар эшләү тауарҙары, химия, текстиль, кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, ағас, ҡағыҙ, металл, аҙыҡ-түлек тура килә.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
– Ил етәкселеге, ҙур предприятиелар вәкилдәре менән осрашҡан саҡта беҙ нигеҙ булырлыҡ әйберҙәр тураһында һөйләштек. Хәҙер ныҡлап фекерләү, юл карталары төҙөү, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу осоро башлана. Беларустың Премьер-министры урынбаҫары етәкселек иткән рәсми делегацияһы беҙгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына киләсәк, ул 15-17 декабрҙә Өфөлә үтәсәк. Артабан ни эшләргә икәнен унда тикшерәсәкбеҙ. Беҙҙең белорус партнерҙары менән бер нәмәлә килешәбеҙ – заман иҡтисады шарттарында бергә булғанда ғына артабан үҫергә була. Шуға күрә һәр ваҡыт кооперация тәҡдим итәбеҙ. Төп бурыс – техника һатып алыу ғына түгел, ә уртаҡ етештереүҙәр, сервис майҙансыҡтары булдырыу. Етештереүҙәрҙе беҙҙә урынлаштырыу, республикала ҡеүәтле халыҡ-ара сәнәғәт үҙәктәрен булдырыу – Башҡортостандың Европа менән Азия сигендә уңайлы урынлашыуын иҫәптә тотоп бик оптималь ҡарар. Шуға күрә беҙ белорустар менән республикала гусеницалы тракторҙар йыя башларға планлаштырҙыҡ, башҡа проекттар ҙа ҡарала. Иң мөһиме – урында ултырмайбыҙ, һәр ваҡыт Рәсәйҙә һәм уның ситтәрендә яңы партнерҙар, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек юлдары эҙләйбеҙ.
Юғары кимәлдәге осрашыу юғары һөҙөмтә бирә
Беларусь Республикаһына рәсми сәфәр делегация ағзаларының Минскиҙағы Еңеү монументына венок һалыуҙан башланды. Бының менән улар Бөйөк Ватан һуғышы яландарында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген хөрмәтләне.
Сәскә һалғандан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика делегацияһының бында килеүенең төп маҡсаттары тураһында әйтте.
– Беҙ Башҡортостандың 40 самаһы предприятиеһы етәксеһен килтерҙек. Беларусь менән сауҙа-иҡтисади йәһәттән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был илдең иҡтисады беҙҙең өсөн бик ылыҡтырғыс, ә беҙҙеке – уларға. Беҙҙең машиналар эшләү, ауыл хужалығы тармаҡтарында оҙайлы һәм һөҙөмтәле бәйләнештәребеҙ бар. Әле иһә сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә һәм нығытырға, мәҙәни тәжрибә менән уртаҡлашырға килдек, – тине төбәк етәксеһе. – Бынан тыш, Башҡортостан менән Беларустың уртаҡ тарихы, уртаҡ тамырҙары бар. Тап ошонда, ошо ерҙә, Рәсәй Наполеонға ҡаршы һуғышҡан саҡта Башҡортостандан бик күп яугир һәләк булған. Ошонда уҡ Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә лә беҙҙең яҡташтар баш һалды.
Шул уҡ көндө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенконың эш осрашыуы булды. Улар сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе.
Александр Лукашенко Беларуста Рәсәй төбәгенән ошондай ҙур делегацияны күреүенә шат булыуын әйтте.
– Ошондай еңел түгел осорҙа вәкәләтле делегацияның килеүе – мөһим ваҡиға. Беҙҙең төп бурыс билдәле һәм хәл итерлек – тиҙерәк көрсөккә тиклемге сауҙа әйләнешен тергеҙеү, – тине ул. – Беҙҙең һеҙгә экспорттың алты процентҡа артыуын билдәләһәк тә, барыбер 60 миллион долларлыҡ сальдо – кире. Шуға күрә башҡараһы эш байтаҡ, һеҙҙең килеүегеҙ хәлде төҙәтер тип ышанам.
2021 йылдың туғыҙ айында ике республика араһындағы сауҙа әйләнеше 217,2 миллион доллар тәшкил иткән. Александр Лукашенко фекере буйынса, тауар әйләнешенең кәмеүендә пандемия һәм уға бәйле сикләүҙәрҙе генә ғәйепләргә ярамай.
– Беҙҙең мөнәсәбәттәр тиҫтә йылдар менән һыналған, һәм төрлө ковидтарға, йә Көнбайыш санкцияларына уларҙы емертеүгә юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Улар емерелмәйәсәк тә. Бының күркәм билдәһе – һеҙҙең беҙгә килеүегеҙ, – тине ул.
Александр Лукашенко, сауҙа тармағында берҙәм эш итеүҙе әүҙемләштереү өсөн ниндәй резервтарҙы файҙаланырға кәрәк, тип һораны. Шулай уҡ яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе бергә билдәләргә тәҡдим итте. Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп, уның “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ” тигән лозунгын “Бергә беҙ яҡшыраҡ һәм күберәк булдырабыҙ!” тип тулыландырырға тәҡдим итте.
– Йүнәлеш билдәле: беҙгә 700 миллион доллар күләмендәге тауар әйләнешен тергеҙергә кәрәк. 2019 йылда ошо күрһәткескә өлгәшкәйнек. Эште яҡшы итеп ойоштора алһаҡ, миллиард долларға ла етә алырбыҙ тип ышанам. Беҙ быға әҙер, – тине Александр Лукашенко.
Уның фекеренсә, Беларустан аҙыҡ-түлек тауарҙарын поставкалауҙы үҫтереү ҙә – мөһим йүнәлеш, уны Башҡортостанда яҡшы беләләр. Беларусь белгестәре мәктәптәр, балалар баҡсалары, күп профилле мәҙәниәт-спорт комплекстарын проектлау һәм төҙөүҙә ҡатнашырға әҙер. Социаль объекттар айырыуса ҙур иғтибар уята ала.
– Шулай уҡ Беларусь һыу таҙартыу, һыу әҙерләү һәм һыу бүлеү өсөн заманса технологиялар, ҡорамалдар, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сортҡа бүлеү, эшкәртеү буйынса тулы цикл ҡорамалдарын һәм технологияларын тәҡдим итергә әҙер. Бының Рәсәйҙә лә ҙур проблема икәнлеген беләм. Был тәңгәлдә илегеҙҙең башҡа төбәктәре менән уңышлы эшләйбеҙ, – тине Александр Лукашенко.
Беларусь Президенты фекеренсә, иҡтисад менән генә мауығып, гуманитар һәм мәғлүмәттәр өлкәһен, мәғариф, фән, мәҙәниәт тармаҡтарында хеҙмәттәшлекте лә оноторға ярамай.
– Мин әйткән йүнәлештәрҙең генә беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе үҙ эсенә алып бөтмәгәнен беләм. Һеҙ бында булған һәм теләгән предприятиеларға барған саҡта хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре барлыҡҡа килер тип ышанам, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белорустарға ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт әйтте.
– Бында беҙҙе туғандары, яҡын дуҫтары кеүек ҡаршы алдылар. Башҡортостан менән Беларусь халыҡтары – ысынлап та, туғандар. Беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ бар. Ата-бабаларыбыҙ бергәләп дошмандарға ҡаршы һуғышҡан. Беҙҙе күп нәмә бәйләй, – тине Радий Фәрит улы. – Әле бында дөйөм үҫеш, хеҙмәттәшлек өсөн тормошҡа ашырылмаған ҙур мөмкинлектәр бар. Һеҙҙең менән эшләргә теләйбеҙ, ике яҡтағы халыҡтарҙың именлеге һаҡланырға, мөнәсәбәттәребеҙ яҡшырырға тейеш.
Артабан Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко менән осрашты. Көн тәртибендә сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре булды.
– Беларусь санкцияларға ҡаршы тороу йәһәтенән Рәсәйҙең ярҙамын тоя һәм ил төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙе тышҡы сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше итеп күрә. Был – һөҙөмтәле сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлектең нигеҙе, ул шулай уҡ илдәребеҙ араһындағы туғандарса мөнәсәбәттәрҙе лә нығыта, – тине Роман Головченко. – Башҡортостан – беҙҙең Рәсәйҙәге төп сауҙа партнерҙарыбыҙҙың береһе. Республиканың үҫешкән сәнәғәте, ғилми-техник һәм аграр мөмкинлектәре ҙур. Шуға күрә һеҙҙең килеүегеҙ бик файҙалы булыр, хеҙмәттәшлекте нығытыр тип ышанам.
Ул ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса эште әүҙемләштерергә тәҡдим итте.
– Беренсеһе – сәнәғәт предприятиеларының махсус һәм йөк техникаһын ҡайтарыуҙа кооперация хеҙмәттәшлеген киңәйтеү. Икенсеһе – ауыл хужалығы комплексы тармағында бергә эш итеү, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын техник модернизациялауҙа ҡатнашыу. Өсөнсөһө – нефть химияһы тармағында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү. Тағы бер йүнәлеш – төҙөлөш тармағы. Беҙҙең яҡшы мөмкинлектәр һәм белорус төҙөүселәренең Рәсәй төбәктәрендә уңышлы эшләү тәжрибәһе бар. Шулай уҡ юл төҙөлөшөн үҫтереүҙе ҡарарға була. Юлдарҙы тулыһынса төҙөп биреүҙе тәҡдим итә алабыҙ, – тине ул.
Беҙҙең мөмкинлектәрҙе күрҙеләр
Шул уҡ көндө Минск ҡалаһында Беларусь Республикаһында Башҡортостандың Конгресс-бюроһы вәкиллеге офисы асылды. Ул Мясников урамындағы бизнес-үҙәк биләмәһендә урынлашты.
Офистың эшмәкәрлеге уртаҡ проекттарға инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ күрһәтеү, шулай уҡ халыҡ-ара баҙарҙарҙа Башҡортостан менән Беларусты алға ебәреүгә ҡороласаҡ.
Радий Хәбиров урындағы етәкселеккә һәм Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллегенә офисты булдырыуҙа ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте, уның белгестәренә уңышлы эш теләне.
– Ике ай элек ошондай уҡ офисты Ҡаҙағстанда асҡайныҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беларусь Республикаһы шулай уҡ Башҡортостан өсөн ышаныслы стратегик партнерҙарҙың береһе булып тора. Шуға күрә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн яңы ҡоралдар булдырабыҙ. Офистың эшмәкәрлеге республикаларыбыҙ халҡы файҙаһына булыр тип ышанам.
Башҡортостан менән Беларусь араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға шәхси өлөш индергән өсөн төбәк Башлығы Дуҫлыҡ ордены менән Беларусь нефть һәм химия буйынса дәүләт концерны рәйесе Андрей Рыбаковты, Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге вәкиллегенең Өфө бүлексәһе етәксеһе Артур Карповичты бүләкләне. Артабан төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре презентацияланды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре тураһында сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, республиканың ышаныслы партнер тигән исеме бар. Эшлекле мөхит, йүнселдәр өсөн уңайлылыҡтар кимәле буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр иҫәбендә.
Андрей Назаров белдереүенсә, төбәк иҡтисады күп тармаҡлы, юғары диверсификация кимәлле. Мөһим ролде сәнәғәт секторы уйнай. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса республика илдең сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды яуланы.
Шулай уҡ Премьер-министр “Алға” махсус иҡтисади зонаһы һәм уның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Мәҫәлән, уның резиденттары милеккә, транспортҡа, ергә һалым түләүҙән азат ителә.
– Беҙ илдә йылдар буйы төҙөлгән сауҙа бәйләнештәрен һаҡлау өсөн бер ҡайҙа ла булмаған аҙымдарға барған берҙән-бер төбәкбеҙ. Былтыр тышҡы сауҙаға ярҙам итеү өсөн өс пакет финанс саралары тормошҡа ашырылды. Был логистикаға, сертификацияға субсидиялар һәм экспорт кешбэгы, – тине ул.
Премьер-министр, нефть газы тармағын үҫтереү ҙә – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, тип билдәләне. Республиканың инновациялар тармағындағы уңыштары тураһында ла әйтте. Мәҫәлән, беҙҙә пилотһыҙ авиацияны үҫтереү бара, һәм был эш үҫешәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан агросәнәғәт комплексы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, туризм тармаҡтарында уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙер.
Презентация һуңында Андрей Назаров урындағы бизнесмендарҙы быйыл Өфөлә 15 – 17 декабрҙә үтәсәк Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашырға саҡырҙы.
Беларусь башҡорттары нисек йәшәй?
Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Беларусь Республикаһының билдәле дәүләт һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, Башҡортостанда тыуып үҫкән Урал Латипов менән осрашты. Төбәк етәксеһе уның ике аралағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға индергән өлөшөн баһалап, Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы.
– Тыуған Башҡортостанымдың ошондай бүләген алыу – минең өсөн ҙур мәртәбә. Республикабыҙҙың Баҡалы районына йыл да ҡайтам, унда Лилиә исемле апайым йәшәй. Һәр ваҡыт йылы ҡаршылайҙар, класташтар менән күрешәбеҙ, туған телдә йырлайбыҙ. Миңә тәбиғәтебеҙ, милли аш-һыуҙарыбыҙ оҡшай, – тине Урал Латипов.
Урал Рамдрак улы Латипов Баҡалы районының Ҡатай (әле Яңы Ҡатай) ауылында тыуған. 25 йыл ғүмерен СССР Дәүләт хәүефһеҙлеге комитетында хеҙмәт итеүгә арнаған. Төрлө йылдарҙа Беларусь Президенты ярҙамсыһы, уның хакимиәте етәксеһе, Беларусь Премьер-министры урынбаҫары, сит ил эштәре министры, илдең Именлек Советы дәүләт секретары булған.
Минск ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһының татар-башҡорт диаспораһы менән осрашты. Осрашыуҙы асып, ул халыҡ-ара сәфәрҙәр ваҡытында республиканан сыҡҡан кешеләр менән аралашыу мөһим урын алып тороуын билдәләне. Ике ай элек Ҡаҙағстанға барған саҡта ла ул Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр менән осрашҡайны.
– Башҡортостанда 12 мең белорус йәшәй, улар үҙҙәренең телен һәм мәҙәниәтен һаҡлаған. Һеҙҙең дә бында мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауығыҙҙы, уны үҫтереүегеҙҙе күреүе ҡыуаныслы. Беҙҙең бурыс – һеҙгә был эштә ярҙам итеү. Башҡортостанда беҙ тел мөхитен булдырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, туған телдәрҙе популярлаштырыу өсөн һанлы инфраструктура булдырабыҙ.
Төбәк етәксеһе республикала башҡорт телен өйрәнеү өсөн бер нисә ҡыҙыҡлы методика уйлап сығарыуҙары тураһында һөйләне. Улар донъяның төрлө мөйөшөндә туған телде һаҡларға, уны балаларға өйрәтергә ярҙам итә. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, республика башҡорт теле әсбаптары менән тәьмин итергә, методик ярҙам күрһәтергә әҙер. Ул шулай уҡ ватандаштарҙы илгә ҡайтарыу буйынса эшләгән федераль программа тураһында ла һөйләне. 2018 йылдан алып уның буйынса Башҡортостанға йөҙәрләгән кеше ҡайтҡан.
– Әгәр һеҙҙең Башҡортостанға ҡайтҡығыҙ килһә, беҙ һеҙгә һәр ваҡыт шатбыҙ. Шулай уҡ тарихи-мәҙәни үҙәктәр селтәрен үҫтереү ҡарарын ҡабул иттек. Былтыр уларҙы Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округында астыҡ. Быйыл Татарстанда тағы берәү асыласаҡ, һуңғараҡ – Һамарҙа. БДБ илдәрендә лә уларҙы булдырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Александр Лукашенко менән осрашыуҙары тураһында һөйләне. Ул ике тапҡыр беҙҙә булған һәм иҡтисади мөмкинлектәребеҙҙе юғары баһалай.
Ул Беларуста йәшәгән йәштәрҙе уҡыу өсөн донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә саҡырҙы, беҙҙә студенттар кампусы төҙөлә башлауын әйтте.
“Шишмә” татар-башҡорт мәҙәни мираҫы” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәһе рәйесе Эльвира Левшевич һөйләүенсә, Башҡортостанда тыуған кешеләр өсөн Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы – ҙур ваҡиға, һәм улар ошо датаға арналған саралар әҙерләй.
Ҙур иғтибар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хәтерен мәңгеләштереүгә бүленә.
– Яңыраҡ шуны белеп ҡалдыҡ, Витебск өлкәһенең Полоцк ҡалаһы ситендә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булғандар ерләнгән урын бар. Унда, асыҡланыуынса, Башҡортостанда булдырылған 98-се, 170-се, 186-сы уҡсылар дивизияһы яугирҙәре ерләнгән. Радий Фәрит улы, һеҙҙән һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә иҫтәлекле билдә йәки таҡта ҡуйыуҙы һорайбыҙ, – тине Эльвира Левшевич.
Шулай уҡ, уның фекеренсә, 1812 йылдағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан башҡорт хәрбиҙәренә – “Төньяҡ амурҙарына” иҫтәлекле билдә ҡуйыу ҙа дөрөҫ булыр ине. Уны Брилев яланында ҡуйырға тәҡдим иттеләр, ошо урында һәләк булған рус хәрбиҙәре иҫтәлегенә мемориал урынлаштырылған.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ул был тарихи осраҡтар тураһында белә, мәсьәлә уның хакимиәте контролендә. Белорус властары менән һөйләшеүҙәр үткәргәндән һуң, был хәтер билдәләренең ҡуйылыуы ихтимал.
– Беларуста иҫтәлекле урындар бик күп, унда беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың эҙҙәре бар, ғәмәлдәге мәсеттәр байтаҡ, – тине Эльвира Левшевич. – 1994 йылдан алып Гродно ҡалаһында Республика милли мәҙәниәттәр фестивале үтә, уларҙа беҙҙең берекмә үҙенең ихатаһын күрһәтә, милли аш-һыуҙарын тәҡдим итә. Һабантуй элементтары файҙаланыла. Тик башҡорт мәҙәниәтен тулы кимәлдә күрһәтеү өсөн беҙгә башҡорт тирмәһе етмәй. Уны алып булһа, бик яҡшы булыр ине.
Радий Хәбиров уларға эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт әйтте һәм тирмә, милли кейемдәр алыуҙа ярҙам итергә тырышасаҡтарын белдерҙе.
Шулай уҡ “Шишмә” берекмәһе ағзалары ҡурай, ҡумыҙҙа уйнау, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирһен өсөн профессиональ музыканттарҙы командировкаға ебәреп тороуҙы һораны.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҡаҙағстандағы осрашыуҙан һуң да ошоноң ише һорауҙар булған. Бындай оҫталыҡ дәрестәренең кәрәклеген өйрәнгәндән һуң, республика үҙенең артистарын ебәрергә әҙер буласаҡ, тине.
Беларуста йәшәгән ватандаштарыбыҙ өсөн туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһе лә көнүҙәк. Улар Башҡортостан Башлығынан башҡорт телен өйрәнеү өсөн заманса методик һәм техник мөмкинлектәр биреүҙе һораны. Радий Фәрит улы Мәғариф һәм фән министрлығына был проблеманы өйрәнергә ҡушасаҡ һәм тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн тәҡдимдәр әҙерләнәсәк.
Осрашыу һуңында Радий Хәбиров Эльвира Левшевичҡа Башҡортостандың Почет грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ берекмәнең ҡайһы бер ағзалары Башлыҡтың Рәхмәт хатын алды. Осрашыуҙа ҡатнашҡандар “Ләйсән” фольклор ансамбле булдырған “Тыуған яҡ” клибын ҡараны, аҙаҡ коллектив ағзалары ҙур булмаған концерт күрһәтте.
Эш тәжрибәһен өйрәндек
Сәфәрҙең өсөнсө көнөндә республика етәксеһе Радий Хәбиров Беларустың алдынғы предприятиеларына барып, тәжрибә уртаҡлашты. Тәүҙә ул “АМКОДОР” холдингы эше менән танышты, уның республика менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен өйрәнде.
“АМКОДОР” йәмғиәтенең 94 йыллыҡ тарихы бар. Был ваҡыт эсендә уйынсыҡтар етештергән бәләкәй фабрика ҙур машиналар эшләү берекмәһенә тиклем үҫкән. Холдингка 28 ойошма инә, шул иҫәптән – өс заводтан торған идара итеүсе компания һәм Мәскәүҙәге вәкиллек.
Радий Хәбиров фекеренсә, республика холдинг менән күп йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек итә алыр ине. Мәҫәлән, төбәктең урман эшкәртеүселәре үҙҙәренең ихтыяжы буйынса бында етештерелгән алты комплексты алған да. Өфөлә был техниканы хеҙмәтләндереү өсөн сервис һәм келәттәр бар.
Республика етәксеһе холдингка тәрәнерәк интеграция һәм Башҡортостан предприятиелары менән кооперация тәҡдим итте.
Артабан Беларустың Минск өлкәһе Жодино ҡалаһында “БелАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Концерн карьер техникаһын етештереү буйынса донъялағы иң алдынғы ете предприятие иҫәбенә инә. Уларҙың тауарҙарының 65 проценттан ашыуы Рәсәйҙә һатыла. “БелАЗ”дың генераль директоры Сергей Никифорович предприятиела ун меңдән ашыу кеше хеҙмәт итеүен әйтте. Улар самосвалдар, тейәгестәр, бульдозерҙар, ер аҫты эштәре өсөн һәм башҡа күп төрлө техника етештерә.
Радий Хәбиров етештереү мәҙәниәтен һәм автозаводтың үҫеш темпын юғары баһаланы, шулай уҡ Башҡортостан предприятиеларының карьер техникаһына ихтыяжы тураһында әйтте. Шулай уҡ Радий Хәбиров илдең ауыл хужалығы министры Иван Крупко менән “Озерицкий-Агро” ауыл хужалығы предприятиеһында булды һәм ике республиканың ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы тармағындағы хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәрен тикшерҙе. Радий Хәбиров белорус агросәнәғәтенең уңыштарын юғары баһаланы. Айырыуса игенде тәрән эшкәртеү өлкәһендә алға китеүҙе билдәләне.
Шулай уҡ рәсми делегация ағзалары “Хатынь” мемориаль комплексында булды. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскә гөлләмәләре һалдылар. Сәскә һалғандан һуң Радий Хәбиров тарихи хәтерҙең һәр халыҡ өсөн дә мөһим икәнлеге тураһында һөйләне.
– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссияның һәр дүртенсе кешеһе һәләк булған, шул уҡ ваҡытта ҡорбандарҙың ҙур өлөшө тыныс халыҡ өлөшөнә тура килгән, – тине ул. – Беҙгә тарихты хәтерҙә тоторға кәрәк. Мин, өлкән кеше булараҡ, тарихты беләм, уның һөҙөмтәләрен аңлайым. Һәм беҙҙең заман мәктәп уҡыусылары ла тарихты белергә тейеш. Уларҙы бында килтерергә кәрәк, был урындарҙа барыһы ла башҡасараҡ ҡабул ителә. Беҙ архивтарҙы асып, һуғыштың быға тиклем әйтелмәгән яңы факттарын һөйләп дөрөҫ эшләйбеҙ. Быны иҫләү мөһим, киләсәктә яуҙар ҡабатланмаһын өсөн кәрәк, – тине ул.
Башлыҡ Беларустың Милли китапханаһында булды. Был – илдең иң ҙур социомәҙәни үҙәге һәм төп китап һаҡлау урыны. Унда фондтың 20 проценты тупланған: 10 миллион дана китап.
Сәфәр ваҡытында Радий Хәбиров мәғлүмәт ресурстары менән танышты, нота һәм аудиовизуал документтар залы, ҡулъяҙмалар, һирәк һәм борон баҫылған китаптар һаҡлағыста булды, шулай уҡ конференц-зал һәм 23-сө ҡатта урынлашҡан ҡарау майҙанын күрҙе.
– Беларустың Милли китапханаһы мөһим социомәҙәни үҙәккә әйләнгән. Был – эште ойоштороуға дөрөҫ ҡараш, – тине Радий Хәбиров. – Өфөлә Евразия китапханаһын проектлаған саҡта үҙебеҙҙең алға ошондай уҡ бурыстар ҡуябыҙ. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына күп функциялы үҙәк асабыҙ. Унда йәштәр, өлкәндәр, ғалимдар, төрлө өлкәләге эксперттар, балалы ғаиләләр йөрөй аласаҡ. Бының өсөн беҙҙең республика вәкилдәре Рәсәй һәм сит илдәр китапханаларының иң яҡшы эш тәжрибәләрен өйрәнә.
Беларусь Республикаһына ойошторолған рәсми эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан министрҙары шулай уҡ эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе, төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
Минскиҙа Башҡортостан менән Беларусь республикалары араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса эш төркөмөнөң киңәйтелгән ултырышы булды. Унда ике республиканың да башҡарма власть органдары һәм бизнес вәкилдәре ҡатнашты. Улар 2022 – 2024 йылдарҙа хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең саралар планын тикшерҙе, шулай уҡ үткән йылға йомғаҡ яһаны.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.