

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 8 декабрҙәге Указы менән Игорь Пантюшин Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп тәғәйенләнде. Ул быға тиклем Владимир өлкәһе прокуроры булып эшләгән.
Мәғлүм булыуынса, республиканың элекке прокуроры Владимир Ведерников октябрҙә вазифаһынан китте.
Игорь Станиславович Пантюшин 1966 йылда Тамбов өлкәһендә тыуған. Ул 1991 йылда Воронеж дәүләт университетын тамамлай, хеҙмәт юлын Липецк өлкәһенең Грязинский район-ара прокуратураһында башлай, 2003 – 2013 йылдарҙа Липецк өлкәһе прокуроры була, ә 2013 йылдан – Владимир өлкәһе прокуроры.
Фото: epp.genproc.gov.ru