Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Декабрь 2021, 13:30

Һөнәр алдынғыларына - юғары наградалар

Кемдәр улар - республиканың алдынғы юристары?

Һөнәр алдынғыларына - юғары наградалар
Һөнәр алдынғыларына - юғары наградалар

Кисә Өфөлә VII “Заман саҡырыуҙары мәлендә хоҡуҡи системаның трансформацияһы” тип аталған Дөйөм Рәсәй юридик форумы булды. Уға ярашлы көн дауамында төрлө саралар үтте. Кис иһә республиканың “Йыл юрисы” юридик премияһы еңеүселәре атылды. Шулай уҡ төбәктең Петр Россинский һәм Анатолий Венедиктов исемендәге юридик премиялар тапшырылды.

Шулай итеп, Ватанға намыҫлы хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәткән Петр Владимирович Россиский исемендәге премияға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров лайыҡ булды. Награданы уға Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйестәше Павел Крашенинников тапшырҙы.

"Бындай юғары награданы алыуым көтөлмәгәнсә һәм ҡыуаныслы булды. Беҙ номинацияларҙы булдырған саҡта улар шул тиклем абруйлы булып китер тип уйламағайныҡ. Шулай уҡ награданы тапшырыу өсөн Өфөгә билдәле юристар килер тип тә көтмәгәйнек, – тине Андрей Назаров. – Республикабыҙҙа бик көслө юридик йәмәғәтселек барлығы ҡыуандыра, ә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе илдә иң яҡшыһы".

Урал дәүләт юридик университетының граждандар хоҡуғы кафедраһы мөдире, Рәсәй шәхси хоҡуҡ мәктәбенең Урал филиалы директоры, юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы Бронислав Гонгало Анатолий Венедиктов исемендәге премияға лайыҡ булды.

“Йыл юрисы” премияһы лауреаттары:

- “Ғилемде үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” номинацияһында – БДУ-ның Хоҡуҡ институтындағы криминалистика кафедраһы профессоры, юридик фәндәр доценты Әсләм Халиҡов;

- “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” номинацияһында – республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, адвокат Булат Сафин;

- “Ҡануниәтте үҫтереү” номинацияһында – Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов;

- “Хоҡуҡи белем биреү” номинацияһында – юрист, республикала Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды эксперты, “Советник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Гөлнара Батманова;

- “Граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” номинацияһында – Башҡортостан буйынса Суд приставтары федераль хеҙмәте етәксеһе ярҙамсыһы Андрей Савкин;

- “Юридик белем һәм тәрбиә” номинацияһында – БДУ-ның Хоҡуҡ институты директоры, юридик фәндәр кандидаты, доцент Руслан Зәйнуллин;

- “Юридик йүнәлештәге тапшырыуҙар циклы өсөн” – “Башҡортостан ДТРК-һы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева.

Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе Ирина Панькина барыһын да лайыҡлы наградалары менән ҡотланы. Уның үҙен иһә “Федерация Советына 25 йыл” миҙалы менән наградланылар.

"Был награданы һөнәрле иткән тыуған республикамда алыуы бигерәк күңелле. Мин унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым", – тине Ирина Панькина.

Бынан тыш, алдынғы юристарға Рәсәй Юстиция министрлығы Почет грамоталары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54032

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: