

Кисә, Рәсәй Конституцияһы көнөндә, Мәскәү ҡалаһындағы Рәсәй дәүләт китапханаһында V Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктантты яҙыуҙың һуңғы көнө үтте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров видеобәйләнеш аша сығыш яһап, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм граждандарҙың хоҡуҡи белемен арттырыуға йүнәлтелгән сараның социаль мөһимлеген билдәләне.
– Социаль әһәмиәткә эйә булған был сарала бишенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ. Ойоштоусылар баһаһы буйынса, Башҡортостан халҡы диктант яҙыуҙа һәр саҡ күпләп ҡатнашҡан, уға ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Быйыл унда ҡатнашҡандар һаны былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк, – тине Андрей Назаров.
Быйыл хоҡуҡи белемде тикшереү тесында республиканан 24774 кеше ҡатнашҡан.
Андрей Назаров һүҙҙәренсә, Башҡортостанда халыҡтың хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереүгә Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе тос өлөш индерә.
– Рәсәй юристары ассоциацияһы тарафынан Башҡортостан бүлексәһенең әүҙем белем һәм кәңәш биреү эше 2021 йылдың III кварталы һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшыһы тип билдәләнеп, I урынға лайыҡ булды. Ошо көндәрҙә Рәсәй юристары ассоциацияһының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаныҡ. Быйыл Башҡортостандың 3,5 меңдән ашыу кешеһе хоҡуҡи ярҙам алды. Юристар аралашыу ваҡытында уларҙың хоҡуҡтарын ентекләп аңлатһа, юридик өлкәлә кәңәш бирһә лә, был да белем таратыу булып тора, – тине ул.
Андрей Назаров белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа төбәктә хоҡуҡи белем биреүҙең яңы формалары һәм алымдары индерелә, улар төрлө йәштәге, категориялағы һәм статустағы граждандарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡыла.
Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктант 40 һорауҙан тора, яуап биреүгә 60 минут бүленгән. Һорауҙар Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, енәйәт һәм административ яуаплылыҡ, хеҙмәт, граждандар, ғаилә хоҡуғы өлкәһендәге закондар нигеҙе тураһында. Проектта ҡатнашыусылар һаны һәм географик киңлеге йылдан-йыл арта бара. Быйыл диктант яҙыусылар һаны буйынса юғары уңышҡа өлгәшкәндәр – 930804 кеше.
Сараны Рәсәй юристары ассоциацияһы һәм “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы үҙенең уҙаҡташтары менән ойошторҙо.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.