

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә алкоголь баҙарындағы хәлдәр тикшерелде һәм контрафакт менән көрәштең яҡынса йомғаҡтары аталды.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һөйләүенсә, 2021 йылдың 10 айында республика бюджетын 8,9 миллиард һумлыҡ акциздар тулыландырған. Алкоголь тауарын ваҡлап һатыу менән 5596 сауҙа объектында 1436 лицензиат шөғөлләнә. Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуар - сентябрҙә республика магазиндарында 3,5 декалитр ҡаты алкоголь тауары һатылған, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,3 процентҡа күберәк.
– Легаль алкоголь һатыу күләменең артыуы контрафакт баҙарында әүҙемлектең кәмеүе менән аңлатыла. Быға контроль-күҙәтеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының бергә хеҙмәттәшлек итеүе арҡаһында өлгәшеп булды, – тине Алексей Гусев. – 2021 йылда Өфө, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында алкоголь һәм спиртлы тауарҙы етештереү, һаҡлау һәм һатыу буйынса дүрт легаль булмаған цех эшмәкәрлеге туҡтатылған. Законһыҙ әйләнештән 35 мең литрҙан ашыу алкоголь тартып алынған, 142 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Министрлыҡ белгестәре ун айҙа 3,2 меңдән ашыу сауҙа объектында тикшереү үткәргән. 369 етешһеҙлек асыҡланған, 369 административ эш ҡуҙғатылған, уларҙы ҡарау һөҙөмтәһендә 9,4 миллион һумлыҡ штраф һалынған.
Алексей Гусев белдереүенсә, республикала үткәрелгән контроль һәм иҫкәртеү саралары үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Рәсәй Генераль прокуратураһының хоҡуҡи статистикаһы порталы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2020 йылда 10298 кеше иҫерек килеш енәйәт ҡылған, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 5,2 процентҡа әҙерәк. Быйыл ун ай йомғаҡтары буйынса уларҙың һаны 7,7 процентҡа кәмегән.
Бынан тыш, алкоголдән ағыуланып үлгәндәр ҙә кәмей. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса 2020 йылда ошо сәбәп менән 73 кеше үлгән, 2019 йылда – 104, кәмеү – 30 процент. Алкоголдән ағыуланып үлгәндәрҙең республика күрһәткесе дөйөм ил кимәле менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға әҙерәк.
Радий Хәбиров белдереүенсә, был тәңгәлдә республиканың күрһәткестәре һәйбәт. Шул уҡ ваҡытта контрафакт алкоголь тауары менән артабан да көрәшергә һәм закон боҙоуҙарҙы бөтөрөргә кәрәк. Бынан кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере тора, тине Радий Фәрит улы.
Фото: slavgorodvesti.ru