

Ошо көндәрҙә Башҡортостан ил кимәлендәге ҙур форум майҙансығына әйләнде. 9 – 11 декабрҙә Өфөлә VII “Заман талабы шарттарында хоҡуҡи системаның трансформацияһы” тип аталған Дөйөм Рәсәй юридик форумы үтте. Ул Рәсәйҙә Юристар көнөн билдәләүгә арналды.
Форумдың пленар ултырышында илебеҙҙең алдынғы юристары халыҡ власының реформаһы, ҡануниәттең һанлы дәүер шарттарына һәм дәүләттең кеше капиталын үҫтереүҙәге мохтажлығына яраҡлашыуы, глобаль һанлаштырыу шарттарында шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау, юриспруденцияның көнүҙәк йүнәлештәре, бөгөнгө юрист компетенциялары, оҫталыҡтары һәм башҡа темаларҙы ҡараны.
Унда Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, уның беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе Ирина Панькина һәм башҡалар ҡатнашты.
– Ошондай оло форумды үткәреү – Башҡортостан өсөн ҙур мәртәбә. Был кешеләр илдең ҡануниәтен булдырыуҙа ҡатнаша. Һәр ваҡыттағыса, республикабыҙ бик күп ҡануниәт башланғыстары инициаторы булып тора. Рәсәй Юристар ассоциацияһының урындағы бүлексәһе лә бик уңышлы эшләй, ул Рәсәй рейтингында алдынғы урындарҙа. Башҡортостан бүлексәһенә Ирина Панькинаның етәкселек итә башлауы уның эшмәкәрлегенә яңы һулыш өрҙө, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр, хоҡуҡ менән иҡтисад тармаҡтары бер-береһенә яҡын, бәйләнештәре ныҡ, тине. Уның белдереүенсә, бөгөн Башҡортостанда эшҡыуарҙарға, инвесторҙарға 100-ҙән ашыу финанс һәм финанс булмаған дәүләт ярҙамы төрө күрһәтелә. Бизнес өсөн һанлы сервистар әүҙем үҫешә – төҙөлөш, лицензиялау, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре онлайн форматҡа күсә бара.
Премьер-министр күтәргән тағы бер мөһим тема – коррупция менән көрәш. Уныңса, әле ришүәтселеккә ҡаршы тороуҙың һөҙөмтәле сараһы – юридик технологияларҙың мәғлүмәт технологиялары менән бергә барыуында. Миҫал итеп дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе һанлаштырыуҙы атаны.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та һанлаштырыу процесын хупланы. Пандемияға тиклем дә республика парламенты эшмәкәрлеген һанлаштырыу кимәле юғары ине. Мәҫәлән, Башҡортостанда бөтә кимәл депутаттарын да берләштергән “Депутаттар” тигән портал булдырылған. “Директум” электрон системаһы ғәмәлдә, ул закон булдырыуҙың бөтә юлын баштан алып күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Пленар ултырыштарҙа тауыш биреүҙең электрон системаһы файҙаланыла.
Форум сиктәрендә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе конференцияһы булды, унда 2021 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә пландар билдәләнде.
Сәләмләү һүҙендә Павел Крашенинников Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенә уңышлы эшмәкәрлек өсөн рәхмәт әйтте. Беҙҙең бүлексә эш һөҙөмтәләре буйынса быйыл да илдә беренсе урын яуланы.
“Быйыл райондарҙа яңы бүлексәләр һәм халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеү үҙәктәре астыҡ. Хәҙер урындағы бүлексәләр һаны – 51-гә, үҙәктәр 61-гә етте. Киләһе йылда улар бөтә район һәм ҡалаларҙа ла буласаҡ һәм күберәк кеше юридик ярҙам аласаҡ”, – тине бүлексә рәйесе Ирина Панькина.
Быйыл ассоциация 3,5 мең самаһы кешегә ярҙам иткән. Бушлай юридик ярҙамды башлыса түләүе ауыр булған граждандар – пенсионерҙар, инвалидтар, эшһеҙҙәр ала.
“Һуңғы йылдарҙа илдә ирекмәнлек хәрәкәте әүҙемләште. Был йәһәттән юристар ҙа ҡалышмай. Беҙ “Доброправо” тип аталған акция иғлан иттек, уның маҡсаты ябай – изге эштәр башҡарыу. Быйыл әүҙем рәүештә Өфө хосписына ярҙам итәбеҙ, төрлө социаль проекттарҙа ҡатнашабыҙ. Күмертауҙағы балалар йортона даими нигеҙҙә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ”, – тине Ирина Панькина.
Сара сиктәрендә Павел Крашенинниковтың “Граф Михаил Сперанскийҙың ете ғүмере” тип аталған яңы китабының исем туйы булды. Ә форумдың һуңғы көнөндә “Йыл юрисы” юридик премияһы еңеүселәре аталды. Шулай уҡ төбәктең Петр Россинский һәм Анатолий Венедиктов исемендәге юридик премиялары тапшырылды.
Ватанға намыҫлы хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәткән Петр Владимирович Россинский исемендәге премияға – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Анатолий Венедиктов исемендәге премияға Урал дәүләт юридик университетының граждандар хоҡуғы кафедраһы мөдире, Рәсәй шәхси хоҡуҡ мәктәбенең Урал филиалы директоры, юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы Бронислав Гонгало лайыҡ булды.
“Йыл юрисы” премияһы лауреаттары аталды, алдынғы юристарға Рәсәй Юстиция министрлығының Почет грамоталары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ә. ӘЙҮПОВА.