Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Декабрь 2021, 15:03

Матур саралар үтә

Башҡорт теле көнөн лайыҡлы ҡаршылайбыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡорт теле көнөн үткәреү, миграция сәйәсәте, Беларусь Республикаһына эш сәфәре, алкоголь баҙарындағы хәлдәр тикшерелде. Ә иң тәүҙә коронавирус статистикаһы ҡаралды. Улар менән вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры    Максим Забелин таныштырҙы.

 

Сир сигенә башланы

 

– Республикала пандемия башланғаны бирле коронавирус диагнозы 114308 кешегә ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә сир 529 кешелә асыҡланған. 103,4 мең кеше инфекцияны еңгән. 6550 кеше сир менән амбулатор шарттарҙа көрәшә, 354-е дауаханала ята. 92 ауырыуҙың хәле ауыр тип билдәләнә, 20 кеше – реанимацияла, – тине Максим Забелин.

Вакцинацияға килгәндә, уның беренсе компонентын 2,08 миллион кеше яһатҡан. Был – тейеш булғандарҙың 83 проценты. Прививканы 1,88 миллион кеше тулыһынса һалдырған, был – 75 процент.

Республика буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда балалар һәм уҡыусылар араһында коронавирус менән сирләгәндәр кәмегән. Ә эшләгән кешеләр һәм пенсионерҙар араһында, киреһенсә, үҫеш күҙәтелә. Өфө аэропортына сит илдәрҙән килгән граждандарҙы тикшереү дауам итә.

Киҙеүгә килгәндә, лабораторияла 123 осраҡ раҫланған. Балалар араһында ОРВИ һәм киҙеү йоҡтороу буйынса һандарҙың үҫеүе күҙәтелә. Әлеге ваҡытта республикала ошо сәбәпле 18 мәктәп тулыһынса карантинға ябылған. 77 мәктәп – өлөшләтә. Был мәктәптәрҙең 904 класы карантинға киткән.

 

Башҡорт теле көнө киң билдәләнә

 

Бөгөн республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сығыш яһаны.

– Быйыл был сара тағы бер мөһим ваҡиға – башҡорт шағиры һәм мәғ­рифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу көнө менән тап килә. Шуға күрә Башҡорт теле көнөн билдәләү идеяһы Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ендә билдәләнгән рухи ҡиммәттәрҙе танып белеүгә һәм популярлаштырыуға бағышланған сараларға нигеҙләнде. Башҡорт теле көнөн уҙғарыу концепцияһы “Ете аҙым” тип аталды, – тине ул.

Төп саралар араһында “М. Аҡмулланың яҡты юлы” әҙәби кисәһе, әүҙем башҡорт йәштәре өсөн “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” форматында үткәрелгән “Йомробаш” интеллектуаль уйыны, Башҡорт балалар китаптарының исем туйы, Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелгән башҡорт телендәге “Кубоктар лигаһы” КВН финалы һәм “Әсәм теле – сәсән теле” шиғриәт конкурсы бар.

Азат Бадранов район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы флешмобына ҡушылғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Республиканың мәҙәниәт учреждениелары “Туған тел көсө һәм матурлығы” әҙәби-музыкаль флешмобында әүҙем ҡатнашты. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте Милли йәштәр театрында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә музыкаль кисә ойошторҙо.

9-10 декабрҙә Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан үткәрелгән милли инновациялы мәктәптәр директорҙары форумы сиктәрендә белем биреү семинарҙары, стратегик сессия, түңәрәк өҫтәл ойошторолған.

8 декабрҙә башҡорт теле буйынса яңы әсбаптарҙың исем туйы үткән. Презентацияла мәктәпкәсә йәштәге балалар, башланғыс һәм уртансы класс уҡыусылары, колледж студенттары өсөн төрлө әсбаптар тәҡдим ителде. Улар – башҡорт телен, Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн “Афарин”  уҡыу ҡулланмаһы, өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҙе булдырыу өсөн дидактик альбом һәм эш дәфтәре, колледждар өсөн “Башҡорт теле”.

Өфө күп профилле һөнәри колледжының авторҙар коллективы “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” уҡыу ҡулланмаһын әҙерләгән һәм нәшер иткән. Был проект республика Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты сиктәрендә башҡарылған.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан Башҡорт теле көнөн билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә реклама баннерҙарын эшләү һәм артабан уларҙы республиканың муниципаль райондарына тапшырыу эше ойошторолған, шулай уҡ Башҡорт теле көнөнә арналған реклама видео- һәм аудиоматериалдары булдырылған.

– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Bashkortsoft тигән яңы проект башланы. Ул башҡортсанан рус теленә йә руссанан башҡорт теленә тулы һөйләмдәрҙе тәржемә итергә мөмкинлек бирә. Был проект тәржемә өлкәһендә, башҡорт телендәге текстар менән эшләү өсөн уңайлы. Онлайн-тәржемәсе ҙур текстарҙы ла тәржемә итә. Айырым бүлек – һүҙлек бар, шулай уҡ текстарҙы ишетеү, тыңлау мөмкинлеге лә ҡаралған, – тине Азат Шамил улы.

Билдәле датаға арналған саралар барлыҡ муниципаль райондарҙа үтә.

10 декабрҙә Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында Жәлил Кейекбаевтың 110 йыллығына арнап бюст асыу тантанаһы һәм “Дан юлдары үткән уҙамандар” төбәк-ара түңәрәк өҫтәле уҙған. Тантана сиктәрендә Жәлил Кейекбаев исемендәге премия тапшырыу тантанаһы булған. Мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың төйәге Миәкә районында уның тыуыуына 190 йыл тулыуҙы байрам концерты һәм Миәкә районы хакимиәтенең Аҡмулла исемендәге премияһын тапшырыу менән билдәләйҙәр.

– Бөгөн Башҡорт теле көнөндә Башҡорт дәүләт педагогия университетында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиаттарға диплом тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Университет майҙанында бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалынасаҡ. 14 – 16 декабрҙә Башҡорт дәүләт педагогия университетында Милли педагогик форум үтәсәк, – тине вице-премьер.

Башҡортостандың дәүләт һәм туған телдәрен уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибәләр “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” республика конкурсына тәҡдим ителгән. Конкурс Башҡортостан Башлығы гранты сиктәрендә Мәғариф һәм фән министрлығы менән Башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы тарафынан ойошторола. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса 32 еңеүсе билдәләнгән.

Кисен Мәҙәниәт министрлығының Башҡорт теле көнөнә арналған төп сараларының береһе – “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙа.

– Был көн Башҡортостанда ғына түгел, ә төбәктәрҙә лә киң билдәләнә. Сараларҙы Ханты-Манси автономиялы округы, Пермь крайы, Свердловск, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләренең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре уҙғара, – тине Азат Бадранов. – Халыҡтың милли оҡшашлығын, телен, мәҙәниәтен һаҡлау беҙҙең үҙебеҙҙән генә тора. Әгәр беҙ үҙ телебеҙҙе һаҡлай, тарихыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы хәтер­ләй алһаҡ, киләсәк быуын да онотмаясаҡ, иң мөһиме – ғаиләбеҙҙе һәм тыуған төйәгебеҙҙе ҡәҙерләргә өйрәнәсәк.

 

Халыҡ-ара бәйләнештәр нығый

 

Үткән аҙнала Башҡортостандан ҙур делегация Беларусь Республикаһында эш сәфәре менән булды. Уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек итте. Кәңәшмәлә был сәфәргә яҡынса йомғаҡ яһалды.

Радий Хәбиров белдереүенсә, бөгөн Башҡортостандың халыҡ-ара кимәлдәге төп партнерҙары булып Ҡаҙағстан, Беларусь, Австрия һәм Төркиә тора.

– Тауар әйләнеше буйынса Беларусь – беҙҙең дүртенсе партнер. Артабан Үзбәкстан менән дә бәйләнештәрҙе үҫтерергә кәрәк, – тине ул.

Төбәк етәксеһе Беларустағы сәфәрҙе уңышлы тип атаны. Бында ул ил Президенты Александр Лукашенко, Премьер-министр, эшлекле даирәләр менән осрашты, республиканың алдынғы предприятиеларында булды. Шунда уҡ Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәренең исем туйы уҙғарылды.

Кәңәшмәлә тышҡы иҡтисади бәй­ләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева сәфәргә йомғаҡ яһаны. Уның белдереүенсә, был һуңғы йылдарҙағы иң ҙур бизнес-миссия булған. Маҡсат ҙур – элеккесә йылына 700 миллион долларлыҡ сауҙа әйләнеше кимәлен тергеҙеү.

Министр белдереүенсә, сәфәр барышында 18 килешеү төҙөлгән һәм Минскиҙа Башҡортостандың Конгресс-бюроһы вәкиллеге асылған. Ауыл хужалығы, айырыуса ауыл хужалығы техникаһы өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләһе ныҡлы күтәрелгән. Шулай уҡ Өфө менән Минск араһында тура авиабәйләнеш асыу тураһында һүҙ булған.

Беларусь Республикаһы делега­цияһы яуап сәфәре менән был аҙнала Өфөгә килә һәм Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында ҡатнашасаҡ.

Радий Хәбиров беренсе вице-премьер Рөстәм Моратовҡа Беларусь һәм Ҡаҙағстан республикаларына барған саҡта килешелгән эштәрҙе контролдә тоторға һәм аҙағына еткерергә ҡушты.

2020 йылғы пандемия халыҡтың ситкә китеүен көйләгән һәм 2021 йыл йомғаҡтары буйынса ыңғай миграция үҫеше күҙәтелә. Хәҙер иһә властарға хеҙмәт ресурстарын эш һәм хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итергә кәрәк. Был турала ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.

Быйыл ғинуар-сентябрҙә халыҡтың миграция артымы 4302 кеше тәшкил иткән. Ошо осорҙа республиканан 31 мең кеше киткән һәм 35,3 меңе йәшәргә килгән. Төбәк эсендә 69,1 мең кешенең күсенеүе күҙәтелә.

Миграция үҫеше республиканың туғыҙ ҡалаһы һәм районында күҙәтелә – Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Өфө, Иглин, Краснокама райондары ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

– Ыңғай миграция күренеше – күп яҡлы күрһәткес. Һуңғы өс йылда уҡыу йорттарына маҡсатлы йыйыу арта, беҙҙең йәштәрҙең республикала ҡалыуы бик һәйбәт. Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге асылыуы ла быға булышлыҡ итәсәк, – тине Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, килгән кешеләрҙе эш һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итергә кәрәк. Йыл аҙағына тиклем республикала инвестиция проекттары сиктәрендә бер нисә етештереү үҙәге асыласаҡ. Өҫтәмә 15 мең самаһы эш урыны булдырыу көтөлә.

Кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев алкоголь баҙарындағы хәлдәр, властарҙың легаль булмаған алкоголь тауары әйләнешенә ҡаршы көрәше тураһында һөйләне.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас