

Мәғлүм булыуынса, ноябрҙә Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова вазифаһын ҡалдырҙы. Ул был вазифала бары туғыҙ ай эшләне. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Эльмира Туҡанова Екатеринбургҡа ҡайтҡан.
Свердловск өлкәһендә Туризмды һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү буйынса департамент эшләй башлай. Был ведомство инвестициялар йәлеп итеү иҫәбенә төбәкте үҫтереү мәсьәләһе менән шөғөлләнәсәк. Өлкәнең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, яңы ведомствоға яҡташыбыҙ етәкселек итәсәк.
Эльмира Туҡанова - Ейәнсура районының Таҙлар ауылы ҡыҙы. Республика эшкә күскәнсе һигеҙ йыл Свердловск өлкәһенең Туризмды үҫтереү үҙәгенә етәкселек итте.
Фото: ural-news.net