

Шишәмбелә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бишбүләк районында булды. Бында ул райондың социаль, мәғариф һәм мәҙәни объекттарын ҡараны, эшҡыуарҙар һәм ауыл халҡы менән аралашты.
Республика етәксеһе Дүсән ауылында арҙаҡлы совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың йорт-музейында булды. Музей 110 квадрат метр майҙанлы ағас йортта урынлашҡан. Уның фондында арҙаҡлы “Ҡыҙыл паша”ның эшмәкәрлегенә арналған 1346 экспонат һаҡлана. Музей залдары Кәрим Хәкимовтың бала сағы, мәҙрәсәлә һәм Томск ирҙәр гимназияһында уҡыуы тураһында һөйләй. Арҙаҡлы дипломаттың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап, музей янында урынлашҡан Күп функциялы мәҙәни үҙәктә заманса мультимедиалы экспозиция асырға йыйыналар. Юбилей 2022 йылда буласаҡ.
– Билдәле булыуынса, әле әүҙем рәүештә онотолған исемдәрҙе тергеҙәбеҙ, республиканың арҙаҡлы шәхестәренә хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Кәрим Хәкимов – ғәжәйеп яҙмышлы кеше. Ул илебеҙ тарихына Яҡын Көнсығышта йәш совет дәүләтенең мәнфәғәттәрен яҡлаған уңышлы вәкил булараҡ ингән, Сәғүд Ғәрәбстаны короленең дуҫы булған, – тине Радий Хәбиров. – Өфөлә Кәрим Хәкимовтың ҙур музейын булдырабыҙ, уны киләһе йылда, дипломаттың тыуыуына 130 йыл тулғанда, асырға планлаштырабыҙ. Шуға күрә көстәрҙе берләштерергә кәрәк.
Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылында Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт йортонда булды. Уны 1994 йылда төҙөгәндәр һәм шунан бирле бер тапҡыр ҙа ремонтламағандар. Быйыл капиталь ремонт үткәреү өсөн 3,5 миллион һум аҡса йүнәлткәндәр. Был аҡсаға ҡыйыҡ япҡандар, йылытыу системаһын яңыртҡандар, тәҙрәләрҙе өлөшләтә алмаштырғандар. Радий Фәрит улы эштәрҙе тиҙләтергә ҡушты.
Мәҙәниәт йортонда Радий Хәбиров урындағы артистар һәм ауыл халҡы менән аралашты. Республика Башлығы, “Башкиравтодор”ға ауылға илткән юлды тәртипкә килтерергә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушасаҡмын, тине. Шулай уҡ ауыл кешеләре һорауы буйынса бында фельдшер ҙа киләсәк.
Ауылда Радий Хәбиров урындағы фермер Юрий Митрофановтың бағыр хужалығында булды. Һуңғы ике йылда бында 10 меңдән ашыу кеше килгән, улар үҙ ҡулдары менән 6,5 тонна балыҡ тотҡан. Төбәк етәксеһе профилле министрлыҡтарға ауыл эшҡыуарҙарына үҙҙәренең агробизнесын киңәйтеү, туристар һәм ял итеүселәр өсөн шарттар булдырыуға ярҙам күрһәтеү сараларын уйларға ҡушты.
Бишбүләк районына эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров район үҙәгендәге 320 урынлыҡ 3-сө мәктәптең яңы корпусында булды. Учреждение 2022 йылдан – өсөнсө сиректән эш башлаясаҡ. Тәүҙә кластарға 188 бала алғандар, ә сентябрҙән мәктәпкә 320 уҡыусы йөрөйәсәк. Был райондағы икенсе смена проблемаһын тулыһынса хәл итәсәк.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют һәм райондың Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында урынлашҡан өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһендә булды. Радий Хәбиров был учреждениеларҙың эшмәкәрлеге менән танышты, уларға ярҙам күрһәтеләсәк, тине. Балаларға һәм өлкәндәргә Яңы йыл бүләктәре тапшырҙы.
Сәфәр барышында Радий Хәбиров Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы кешеләре менән дә аралашты. Улар ауылдарынан район үҙәгенә машина менән генә барып була тине, сөнки юл ремонт талап итә, ә даими автобус бәйләнеше юҡ. Төбәк етәксеһе был мәсьәләне тикшерергә һәм хәл итеү юлдарын тәҡдим итергә ҡушты.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.