

Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе юлдарҙа аварияларҙың артыуына булышлыҡ итте. Кисә иртәнге сәғәт 8-ҙә Өфө – Ырымбур юлының “Ял кафеһы” туҡталышында өс авария теркәлде, һөҙөмтәлә 15 транспорт сараһы зыян күрҙе. Мәғлүм булыуынса, был хәлдәр ямғыр яуған саҡта булған.
Икенсе осраҡ баш ҡаланың Азатлыҡ урамында көндөҙгө сәғәт беренселә теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “ВАЗ – Дуҫлыҡ Монументы” маршруты буйынса хәрәкәт иткән 51а маршрутындағы “НефАЗ” автобусы йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған туғыҙ йәшлек баланы төкөтә. Автобус рулендә 48 йәшлек водитель булған. Йәмәғәт транспортындағы пассажирҙар зыян күрмәгән.
Өфөләге өсөнсө авария Орджоникидзе районындағы Комаров урамында көндөҙгә сәғәт дүртенселә була – “Лада Гранта” менән “Рено Логан” автомобилдәре бәрелешә. Бәхеткә күрә, унда зыян күргән кешеләр юҡ.
Шулай уҡ кис 22-20 сәғәттә Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылына ингән урында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Унда “ГАЗель” йөк автомобиле менән “ГАЗель” балалар автобусы бәреләшә. Автобуста 14–17 йәштәге 11 бала булған. Улар Николо-Березовка ауылындағы концерттан һуң Яңы Аҡтанышбашҡа ҡайтып барған. Зыян күреүселәр юҡ, ата-әсәләр балаларҙы алып ҡайтҡан.
Ә бына Әбйәлил районында булған авария, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кешенең ғүмерен өҙҙө. Юл ваҡиғаһы көндөҙгө сәғәт 5-тә Стәрлетамаҡ – Магнитогорск – Белорет автомобиль юлында теркәлә: “Лада Калина” менән "Howo" йөк машинаһы берлешә. Еңел автомобилдәге 30 йәштәр тирәһендәге ир “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнсе йән бирә. Шулай итеп, тағы ла бер ғәйепһеҙ пассажирҙың ғүмере өҙөлдө.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ялдарҙа ла республика юлдарында ҡар һырынтылары, көслө боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе көтөлә, тайғаҡ буласаҡ. Шуға ла мохтажлыҡ булмағанда, юлға сыҡмай тороу хәйерле.
Ял көндәрендә республиканың ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, иҫкәртеү рейдтары уҙғара. Инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған, эскән килеш рулгә ултырған водителдәрҙе туҡтатасаҡ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юлдарығыҙ имен булһын!
Фото: БР ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.