Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Декабрь 2021, 09:00

18 кеше ауыр хәлдә

Был аҙнала сирләй башлағандар һаны үткән аҙнаныҡы менән сағыштырғанда 13 процентҡа кәмегән.

18 кеше ауыр хәлдә18 кеше ауыр хәлдә
18 кеше ауыр хәлдә

Республикала коронавирусҡа бәйле хәлдәр бер ни тиклем тотороҡлана башланы. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы. Был аҙнала сирләй башлағандар һаны үткән аҙналағыһы менән сағыштырғанда 13 процентҡа кәмегән. Һуңғы тәүлектә инфекцияны 490 кеше йоҡторған. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда был диагноз 117783 кешегә ҡуйылған.

– 6535 кеше сир менән өйҙә көрәшә, 269 кеше дауаханаларҙа ята. 18 кешенең хәле ауыр тип баһалана, улар реанимация бүлексәһендә. Сирлеләрҙең 90 проценты һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә 487 кеше, – тине вице-премьер.

Вакцинация буйынса хәлдәр түбәндәгесә. Дөйөм алғанда республикаға 2 735 658 доза прививка килгән. Уның беренсе компонентын привика яһатырға тейеш кешеләрҙең 86 проценты – 2 133 517 кеше ҡуйҙырған. Тулыһынса вакцинацияны 1 955 796 кеше тамамлаған.

“Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак мәктәптәрҙәгә хәлдәр тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 16 мәктәп ОРВИ һәм киҙеү буйынса тулыһынса ябылған. Меңдән ашыу кластар карантинда.

– Был аҙнала грипп һәм ОРВИ буйынса әүҙем үҫеш күҙәтелә. 46 меңдән ашыу сирләү осраҡтары теркәлгән, уларҙың 52,3 проценты балаларға тура килә. Төп сирләүселәр – 7-14 йәшлек балалар. Бер аҙна эсендә үҫеш 114,5 процент тәшкил итә. Үҫеш башлыса өлкәндәр араһында теркәлә, – тине Анна Казак.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас