Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Декабрь 2021, 10:44

Халыҡ Радий Хәбировҡа ышана

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Радий Хәбиров — илебеҙҙәге иң көслө, тәжрибәле, абруйлы сәйәсмәндәрҙең, төбәк башлыҡтарының береһе. Был буш һүҙҙәр түгел, уны халыҡ-ара кимәлдәге рейтинг агентлыҡтарының баһалары ла, йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәктәренең тикшеренеүҙәре лә әленән-әле дәлилләп тора.

2021 йыл бар йәһәттән дә республика һәм илебеҙ өсөн еңелдән булманы. Донъяла әле һаман ҡоторған коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшәләр. Был, әлбиттә, бар тармаҡтарға ла зыян килтерә. Иҡтисад, социаль өлкә ауыр шарттарҙа эшләй. Табиптар иңенә төшкән көсөргәнеш тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Быларға өҫтәп, быйылғы йәй үтә ҡоро килде. Беренсенән, ауыл хужалығы тармағы зыян күрҙе. Икенсенән, Башҡорт­останда урман янғындары артты. Бер һүҙ менән әйткәндә, тотош республика халҡы өсөн яуап биргән етәксенең эшмәкәрлегендә оло һынауҙар мәле.

Бар ил кимәлендә локдаун иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, ҙур предприятиелар, хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, эшмәкәрлеген дауам итте. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре лә бәлә алдында яңғыҙ ҡалманы. Пандемия арҡаһында айырыуса ҙур зыян күргән, эшмәкәрлеген дауам итә алмаған тармаҡтар шулай уҡ “батмай” ҡала алды.

Был ғына түгел, республика әле һаман инвестициялар йәлеп итеүҙе әүҙем алып бара. Күрше төбәктәрҙән, сит илдәрҙән яңынан-яңы инвесторҙар табыла, улар беҙҙең республикала ҙур проекттар башларға ҡурҡмай. Быйыл да яңы заводтар, етештереү цехтары асылды, бизнес-миссиялар ойошторолдо, миллионлыҡ һәм миллиардлыҡ килешеүҙәр төҙөлдө.

2021 йыл сәйәси ваҡиғалары менән дә иҫтәлекле булды. Быйыл сентябрҙә Дәүләт Думаһына депутаттар һайланды. Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһы исемлеге башында торҙо, “Хәбиров командаһы” булып барҙы улар һайлауға. Иң күп тауышты тап ошо партияның йыйыуы бер кемде лә аптыратмағандыр. Был халыҡтың Башлыҡтың эшмәкәрлегенә ыңғай баһа биреүен раҫлай. Хәҙер беҙ ышаныс белдереп һайлаған депутаттар Дәүләт Думаһында Башҡортостан мәнфәғәтендә көс түгә.

Донъя кимәлендәге коронавирус пандемияһы бик күп матур пландарға ҡамасау булды, әлбиттә. Әммә беҙҙә көндәлек бурыстар онотолманы. Дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә, ихаталар һәм подъездар ремонтлана. Бик күп ҡала һәм райондарҙа йәмәғәт урындары яңыртылды, капиталь ремонттар эшләнде.

Бынан тыш, республика милли проекттарҙы үтәү, федераль үҙәк аҡсаһын йәлеп итеү, ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү, тормошто мөмкин булғанса матурыраҡ итеү өҫтөндә эшләй. 

Радий Фәрит улы Башҡортостанды Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендә танылыу яулаған төбәккә әйләндереү өсөн тырыша. Ошо маҡсатта төрлө ҙур саралар үткәрәбеҙ. Улар араһында Бөтә донъя фолькло­риадаһы, “Йәш һөнәр­мәндәр” милли конкурсының Рәсәй финалы, үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса донъя чемпионаты, төрлө халыҡ-ара форумдар бар. Ошо саралар ваҡытында республикаға бик күп илдәрҙән ҡунаҡтар килде, беҙҙең мөмкин­лектәрҙе, ҡунаҡсыллыҡты күрҙе, Башҡортостан тураһында үҙҙәренең илдәрендә һөйләне. 

Республика етәксеһе аҙна һайын тиерлек республиканың ҡала һәм райондарына эш сәфәренә сыға. Бында ла уны халыҡ көтә, проблемалары менән уртаҡлаша. Радий Фәрит улы бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй һәм таба.

Иҡтисади, сәйәси, социаль, ғөмү­мән, бөтә яҡлап быйылғы ауыр йыл Башҡортостан Башлығының компе­тент­лығын, тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүен тағы бер тапҡыр дәлилләне. Радий Хәбировҡа ышаныс һәм ихтирам артҡандан-арта. Етәксе­беҙгә ошо яуаплы эшмәкәр­легендә артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Читайте нас