

Өфөлә Дәүләт Думаһы депутаты, “Бер кем дә онотолмаған” проекты координаторы Зариф Байғусҡаров ҡатнашлығында "Бер кем дә онотолмаған" проектының йыл һөҙөмтәләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” үтте.
Сарала министрлыҡтар, муниципалитеттар, хәрби комиссариаттар, Йәмәғәт палатаһы, эҙәрмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашлығында "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре ҡәберҙәрен төҙөкләндереү буйынса проект 2020 йылда ғәмәлгә ашырыла башланы. Ирекмәндәр, юнармиясылар, муниципалитеттар һәм яугирҙәрҙең туғандары тырышлығы менән 3163 ҡәбер тәртипкә килтерелгән. Проекттың төп өлөшө мемориаль таҡтаташтар ҡуйыу, урамдарға, мәғариф учреждениеларына һуғышта ҡатнашҡандарҙың исемдәрен биреүгә бәйле. Республикала ерләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының Хәтер электрон китабын тултырыу буйынса эш дауам итә.
"Һуғышта һәләк булғандарҙы хәтерҙә һаҡлау, яугирҙәр ҡәберҙәренә һаҡсыл ҡараш, проектҡа үҫеп килгән быуынды йәлеп итеү – изге бурыс. Яу шаңы ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ, һәр кемебеҙ үҙ олатаһының, ҡартатаһының исемдәрен белергә, улар ерләнгән урындарҙы эҙләргә, хәтерҙе мәңгеләштерергә тейеш", – тине Зариф Байғусҡаров.
Депутат белдереүенсә, үҙенең округы буйынса йөрөгәндә юлдарҙың, йорттарҙың, мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының хәленә иғтибар иткән кеүек, зыяраттарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай.
"Бөйөк Ватан һуғышына республиканан 720 меңдән ашыу кеше киткән, уларҙың яртыһынан саҡ ҡына күберәге әйләнеп ҡайтҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыяраттарҙа ташландыҡ хәлдәге, төрлө сәбәптәр буйынса береһе лә ҡарамаған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡәберҙәре күп. Фашизмды еңгән ҡаһармандарыбыҙға хөрмәт күрһәтергә тейешбеҙ. Бөгөн быйылға йомғаҡ яһаныҡ һәм 2022 йылға бурыстар ҡуйҙыҡ. Яугирҙәр хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереүгә бәйле эштәр артабан да дауам ителәсәк", – тип сараны йомғаҡланы Зариф Байғусҡаров.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайты.