Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Декабрь 2021, 17:15

Ҡазан федераль университеты ректорын ҡулға алғандар

Ул ниндәй енәйәттә ғәйепләнә?

Ҡазан федераль университеты ректорын ҡулға алғандарҠазан федераль университеты ректорын ҡулға алғандар
Ҡазан федераль университеты ректорын ҡулға алғандар

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 1999 йылдың 28 авгусында депутат һәм эшҡыуар Айҙар Исрафиловты үлтереү эше буйынса махсус операция барышында Ҡазан федераль университетының ректоры Илшат Ғәфүровты ҡулға алған.

Мәскәүҙең Басман судының матбуғат хеҙмәтенән “РБК” мәғлүмәт агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Илшат Ғәфүровҡа үлтереүгә яллау статьяһы буйынса ғәйепләү белдергәндәр. Аныҡлап әйткәндә, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 33-сө статьяһындағы 4-се бүлек (үлтереүгә ҡотортоу), 30-сы статьяның 1-се бүлеге (енәйәткә әҙерлек һәм үлтерергә ниәт), 105-се статьяның 2-се бүлегендәге “з” өлөшөнөң “ж” пункты (яуыз ниәттә йәки яллау буйынса төркөм тарафынан ҡылынған үлтереү). Тәфтиш органы Илшат Ғәфүровты һаҡ аҫтына алыуҙы юллаған.

Үҙәк мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, Илшат Ғәфүров 90-сы йылдарҙа ҡылынған енәйәттә ғәйепләнә. 1999 йылда Алабуға депутатын үлтергән мәлдә ул ошо ҡаланың башлығы булған. Эшҡыуар һәм депутат урындағы хакимиәт менән һыйышмаған.

“Татар-информ” сығанаҡтары мәғлүмәттәре буйынса, Илшат Ғәфүров Яр Саллыла “29 комплекс”тағы ойошҡан енәйәт төркөмө эшенә лә бәйлелер тигән фараз да бар. Төрмәлә ултырған киллерҙарҙың береһе ректорға ҡағылышлы мәғлүмәттәр биргән, тиелә.

Илшат Ғәфүров 1961 йылда тыуған. Ул - физика-математика фәндәре кандидаты, иҡтисад фәндәре докторы, профессор. 1995 йылдан Татарстан Дәүләт советына инә. Алабуға ҡалаһы мэры була, 2010 йылдан университетҡа етәкселек итә.

Ректорҙы Мәскәүгә алып киткәндәр.     

Фото: rtvi.com

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас