Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Декабрь 2021, 09:20

Беҙҙең журналистарҙың Путиндан нимә тураһында һорары билдәле булды

“Бер нимә хаҡында ла һорағым килмәй, үҙегеҙ һора тиһәгеҙ генә” тигән плакат тотҡан беҙҙең егет. 

Беҙҙең журналистарҙың Путиндан нимә тураһында һорары билдәле булдыБеҙҙең журналистарҙың Путиндан нимә тураһында һорары билдәле булды
Беҙҙең журналистарҙың Путиндан нимә тураһында һорары билдәле булды

Әлеге ваҡытта мөһим сәйәси ваҡиға – ил Президенты Владимир Путиндың йыллыҡ матбуғат конференцияһы башланып тора. Билдәле булыуынса, быйыл был сара 17-се тапҡыр үтә. Унда 507 хәбәрсе ҡатнаша. Улар араһында федераль, төбәк һәм сит ил хәбәрселәре бар.

Пандемияға тиклем был сарала ике мең самаһы кеше ҡатнаша ине. Әле иһә, яңы шарттарҙы иҫәпкә тотоп, уларҙың һаны кәметелде. Сара барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп үткәрелә. Һәр кем битлек кейгән, социаль арауыҡты һаҡлап ултыртылған, хәбәрселәр бында килер алдынан өс тапҡыр ПЦР-тест тапшырған.

Башҡортостандан матбуғат конференцияһына биш кеше китте. Улар - Руслан Шәрәфетдинов (“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире), Артур Хәсәнов (“Горобзор” сайты етәксеһе), Гөлназ Хәйбуллина (БЮТ хәбәрсеһе), Максим Окунев (“РБК” хәбәрсеһе) һәм Вадим Исламов (БЮТ операторы). 

Матбуғат конференцияһы башланғансы, Беренсе канал журналистары төрлө төбәктәрҙән килгән журналистар менән аралашты. Улар БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина һәм “Горобзор” сайты мөхәррире Артур Хәсәнов менән аралашып өлгөрҙө.

Гөлназ кешеләр менән башҡорт телендә иҫәнләште. Уның ҡулында бер нисә табличка ине. Унда “Өфө-450”, “Башҡорттар бында”, "Башкирка" тигән һәм башҡа яҙмалар күренеп ҡалды.

“Өфө ҙур юбилейға әҙерләнә, оҙаҡламай 450 йыл тула. Ил Президентынан юбилейға әҙерлек буйынса ниндәй финанс ярҙамы булыр тип һорарға уйлайбыҙ. Беҙ яңы күперҙәр, юлдар, социаль объекттар төҙөлөүен теләйбеҙ. Һорауым шул турала”, – тине ул.

Артур Хәсәновтың плакатында иһә - “Бер нимә хаҡында ла һорағым килмәй, үҙегеҙ һора тиһәгеҙ генә” тигән яҙыу. Ул да Өфөнөң юбилейы тураһында һорарға теләй.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас