Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Декабря 2021, 05:55

Ике балаһын етем ҡалдырып...

Полиция хеҙмәткәрен өйө эргәһендә үле көйөнсә тапҡандар.

Ике балаһын етем ҡалдырып...Ике балаһын етем ҡалдырып...
Ике балаһын етем ҡалдырып...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ауырғазы районы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре Й. Алмазды үле килеш тапҡандар. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте был мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн инҡар итмәй.

– Әлеге ваҡытта хәлгә асыҡлыҡ индерелә, – тип белдерҙеләр ведомствонан.

Һәләк булыусы райондың Талбазы ауылында хеҙмәт машинаһында атылған хәлдә тапҡандар, эргәһендә табель ҡоралы ятҡан.

Мәғлүм булыуынса, 21 декабрҙә кисен ул участкаға инмәгән һәм хеҙмәт ҡоралын да тапшырмаған. Уға эштән шылтырата башлағандар, әммә телефонын да алмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре участка оперуполномоченныйы вазифаһында эшләгән Алмазды хеҙмәт машинаһында атылған көйөнсә тапҡан.

25 йәшлек полиция лейтенантының ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған. Мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Ксения Калинина фотоһы.

Ике балаһын етем ҡалдырып...
Ике балаһын етем ҡалдырып...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас