Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Декабря 2021, 07:30

Владимир Путин бөгөнгө сығышында нимәләр тураһында һөйләр?

Башҡортостандан ил Президентының матбуғат конференцияһына биш хәбәрсе бара. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Путин бөгөнгө сығышында нимәләр тураһында һөйләр?Владимир Путин бөгөнгө сығышында нимәләр тураһында һөйләр?
Владимир Путин бөгөнгө сығышында нимәләр тураһында һөйләр?

Бөгөн Мәскәүҙә йылдың мөһим сәйәси ваҡиғаһы – ил Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы була. Ул Башҡортостан ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә башланасаҡ.

Илебеҙ халҡы, ғәҙәттә, дәүләт башлығының халыҡ һәм журналистар менән аралашыуын көтөп ала. Был юлы ул нимәләр тураһында һөйләр Политологтар иң мөһим ун теманы билдәләгән дә. Улара араһында: коронавирус пандемияһы; вакцинация һәм QR-кодтар; иҡтисадтағы хәл; инфляция һәм граждандарҙың килеме кәмеүе; АҠШ, ЕС һәм НАТО менән мөнәсәбәттәр, гарантиялар буйынса һөйләшеүҙәр һәм “хәрби-техник яуап”; Украина һәм “Рәсәйҙең бына-бына уға һөжүм итеүе”; газ, торба үткәргестәр һәм хаҡтар; илдең үҫеше, милли проекттар, өҫтөнлөктәр; совет осоронан һуңғы интеграция һәм йоғонто яһау зонаһы; власть транзиты, кадрҙар сәйәсәте, сәйәсәттең күсәгилешлеге.

Быйыл Президенттың матбуғат конференцияһына Башҡортостандан биш кеше бара. Улар - Руслан Шәрәфетдинов (“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире), Артур Хәсәнов (“Горобзор” сайты етәксеһе), Гөлназ Хәйбуллина (БЮТ хәбәрсеһе), Максим Окунев (“РБК” хәбәрсеһе) һәм Вадим Исламов (БЮТ операторы). 

Фото: uz.sputniknews.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева