

Рәсәй Президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһы барышында төҙөлөштәге уңыштарҙы билдәләне.
Бер йыл эсендә илдә 90 миллион квадрат метр майҙанда төҙөлөш тормошҡа ашырылған, был – рекорд. Ә Башҡортостанда хәл нисек? Был турала республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин һөйләне.
"Рәсәй биләмәһендә әле торлаҡ төҙөлөшө рекордлы темп менән бара. Бында Башҡортостандың да өлөшө бар. 2021 йылдың 11 ай йомғаҡтары буйынса, республикала 2 600 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән - 2020 йылға ҡарағанда 24 процентҡа күберәк. Башҡортостан ошо йәһәттән Рәсәйҙә алтынсы һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. 2021 йылға планды арттырып үтәнек һәм күрһәткестәрҙе яҡшыртыуҙы дауам итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте тарафынан торлаҡ төҙөлөшөнә ярҙам һәм дәртләндереү буйынса күрелгән саралар, һис шикһеҙ, үҫешкә булышлыҡ ҡылды. Был ипотека кредитлауына, шулай уҡ инженер инфраструктураһын тәьмин итеү буйынса сараларға ла ҡағыла.
Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса ла эш дауам итә. Бөгөнгә улар дүрт мең самаһы, 111 проблемалы объект. Беҙҙең алда 2024 йылға алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итеү бурысы тора", - тине Егор Родин.
Фото: ufatoday.ru