

Яңы үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм тиҙлекте сәғәтенә 60 саҡрымдан арттырған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған.
Рәсәй Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа илдең Енәйәт кодексына төҙәтмәләр индереү тураһындағы законды ҡабул итте – ҡайһы бер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу янай. Улар өсөн өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҙә ҡаралған. Был ҡаршы һыҙатҡа ике тапҡыр сыҡҡан һәм тиҙлекте сәғәтенә 60 саҡрымдан ашыуыраҡҡа арттырыуға ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ташламалар ҙа бар: был юл видеотеркәү камералары асыҡлаған боҙоуҙарға ҡағылмай.
Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексында яңы статья “Административ яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуы” тип атала. Асыҡлап әйткәндә, әгәр водитель ошондай тәртип боҙоуға алдан уҡ ике тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм танытмаһынан мәхрүм ителгән булһа, енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.
Әгәр водитель беренсе тапҡыр ошондай енәйәт яуаплылығына тарттырылған булһа, уны ике йылға иркенән мәхрүм итәләр. Шул уҡ ваҡытта 200–300 мең һум йәки бер йылдан ике йыллыҡ килеменә тиклем күләмдә штраф һалыуҙары ихтимал. Суд 480 сәғәткә йәки ике йылға тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итеүе лә мөмкин.
Әгәр водитель ошо уҡ статья буйынса берҙе хөкөм ителгән булһа, уға өс йылға иректән мәхрүм итеү, 300–500 мең һум штраф һалыу, ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре йәлеп итеү, өс йылға тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп итеү кеүек яза янай.
Хәҙер был закон проектын Федерация Советы раҫларға һәм Президент ҡул ҡуйырға тейеш. Шунан һуң ғына ул ғәмәлгә инәсәк.
Фото: vipatovo.ru