Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Декабрь 2021, 13:30

Еңеүселәр араһында "Башҡортостан" гәзите лә бар!

Парламент тематикаһын яҡтыртҡан журналистарҙың һөнәри оҫталығы конкурсына быйыл 200-ҙән ашыу эш килгән.

Еңеүселәр араһында "Башҡортостан" гәзите лә бар!Еңеүселәр араһында "Башҡортостан" гәзите лә бар!
Еңеүселәр араһында "Башҡортостан" гәзите лә бар!

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уларҙың темаһын яҡтыртҡан иң яҡшы журналистар һәм баҫмаларҙы бидәләнеләр. Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзите лә бар: редакцияның авторҙар коллективы өсөнсө урын яуланы.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев бөгөн ошо уңайҙан ҙур булмаған матбуғат конференцияһы үткәрҙе һәм алдынғы журналистарҙы бүләкләне. Парламент спикеры үтеп барған йылға йомғаҡ яһаны, киләсәккә пландарҙы билдәләне.

Журналистарҙың һөнәри оҫталығы конкурсына быйыл 200-ҙән ашыу эш килгән. Константин Толкачев белдереүенсә, был сараны үткәреү матур йолаға әйләнгән һәм киң матбуғат саралары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән файҙалана. Килгән эштәрҙе депутаттар һәм парламент Секретариаты баһалаған, уларҙы тематикаға тап килеүе, көнүҙәклеге, аналитика кимәле, объективлыҡ, дөрөҫлөк, автор стиле һәм башҡа критерийҙар буйынса һайлап алған.

Конкурстың һөҙөмтәләре түбәндә:

“Баҫма киң мәғлүмәт саралары” номинацияһында республика гәзит-журналдары, федераль гәзит-журналдарҙың төбәк ҡушымталары араһында: Айгөл Камаева, “Российская газета” – 1-се урын; Светлана Беллендир, “Ветеран Башкортостана” гәзите – 2-се урын; “Башҡортостан” гәзите коллективы, Эльвира Ибраһимова, “Эксперт Башкортостана” гәзите – 3-сө урын.

Ҡала, район, берләштерелгән гәзит-журналдар араһында: “Яңауыл таңдары” гәзите коллективы – 1-се урын; “Ауырғазы хәбәрҙәре” гәзите коллективы – 2-се урын; “Һаҡмар” гәзите коллективы – 3-сө урын.

“Электрон баҫмалар” номинацияһында – Азат Ғиззәтуллин, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы – 1-се урын; Илфат Кинйәбаев, ТАСС Рәсәй мәғлүмәт агентлығы – 2-се урын; Евгения Сюткина, “Ижтимағи электрон гәзит”, Ксения Калинина, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Денисов, “Хәрби бейеклек” гәзите сайты – 3-сө урын.

Фотохәбәрселәр һәм видеооператорҙар араһында “Фото, видео” номинацияһында Артур Ханов, Башҡортостан юлдаш телеканалы – 1-се урын; Вадим Зараев, “Башҡортостан” ДТРК-һы – 2-се урын; Валерий Шахов, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы – 3-сө урын.

Телеканалдар, телетапшырыуҙар араһында “Телевидение” номинацияһында: Рәмзиә Кәримова, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Башҡортостан юлдаш телеканалы – 1-се урын; Артур Шәмсетдинов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы – 2-се урын; Алина Аҡсурина, РБК телеканалы – 3-сө урын.

“Радио” номинацияһында: “Рәсәй радиоһы – Башҡортостан “ коллективы, Ғәлимйән Ибәтуллин, Закир Шәрипов – 1-се урын; Зөһрә Арсаева, “Юлдаш” радиостанцияһы – 2-се урын; Дмитрий Лоҡманов, “Спутник ФМ” радиоһы – 3-сө урын.

Константин Толкачев еңеүселәргә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай дипломдарын һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас