Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Декабрь 2021, 06:24

Төп закондағы үҙгәрештәр – заман талабы

“Спорт сыныҡтыра, унда еңел юлдар юҡ, сәйәсәттә лә шул уҡ хәл”

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Быйыл Берҙәм һайлау көнөндә билдәле шашкасы  Тамара Танһыҡҡужина Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат булып һайланды. Әле ул – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары вазифаһында.

Тамара Михайловна – халыҡ-ара шашка уйындары буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер. Бөтә донъя шашка федерацияһында уйынсы ҡатын-ҡыҙҙар вәкиле, Башҡортостан Республикаһы Шашка федерацияһы Башҡарма комитеты рәйесе була.

Донъя кимәлендә танылған спортсының республика парламентында эш башлауы күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Шуға ла беҙ, Тамара Танһыҡҡужина менән осрашҡанда, һөйләшеүҙе ошонан башлап ебәрҙек.

 

– Тамара Михайловна, спорттан ҙур сәйәсәткә килеү тор­мошоғоҙға нисек йоғонто яһаны? Бәлки, һеҙҙең өсөн ул көтөлмәгән ваҡиға ла булғандыр?

– Әлбиттә, ҡапыл килеп сыҡты, әммә үҙемде йәмғиәт тормошонда инде тәжрибә туплаған кешемен, тип уйлайым. Спорт тормошонда, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ойош­маһында, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы эшендә ҡат­нашыуым йәмәғәтсе булараҡ тәжрибә тупларға булышлыҡ итте. Етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына праймеризда ҡатнаш­тым. Республикала шашка спортын үҫтереү буйынса ла проекттарым булды, халыҡ-ара ойошмаларҙа эшләү тәжрибәм дә бар. Шуға ла Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатнашырға тәҡдим иткәстәр, тәүҙә тулҡынландым, әммә көсөмдө һынап ҡарарға уйлап ризалаштым. Беренсе тапҡыр ҡатнашһам да, уңышлы килеп сыҡты. Һайлаусылар мине йылы ҡабул итте, быға билдәле спортсы булыуым да йоғонто яһағандыр.   

Хәҙер тормош көндәлегем ныҡ үҙгәрҙе, ә бит спорт та – ижади эшмәкәрлек. Ярыш ваҡытында ун сәғәт буйы ултырырға тура килә ине, ошо сыҙамлылыҡ, интеллектуаль һәләт яңы эштә лә ярҙам итә. Спорттан сәйәсәткә килһәм дә, ҙур ярыштарҙа ҡатнашырға уйым бар. Рәсәй йыйылма командаһы составында декабрҙә Варшавала уҙған ярышта ҡатнаштым.

Миндә шөғөлләнгән уҡыусы­ларым да бар ине, уларға әлеге ваҡытта ҡыйыныраҡ, икенсе тренерға күсергә тура килер инде. Яңы эшкә өйрәнеү ваҡытты күп ала, шуға ла күнекмәләрҙе лә туҡтатып торҙом.

– Әлеге ваҡытта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ниндәй әһәмиәтле закондар өҫтөндә эшләй? Уларҙы ҡабул итеү тормошобоҙға ниндәй йоғонто яһаясаҡ?

– Дәүләт Йыйылышының уҙған ултырышында “Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәте тураһында” закон ҡабул ителде. Унда маҡсаттар, принциптар һәм йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашы­рыуҙағы төп йүнәлештәр билдә­ләнде. Законда был йүнәлештә республика власы органдарының вәкәләттәре нығытыла. Ошо үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер 14 – 35 йәшлек социаль-демографик төркөм йәштәр тип иҫәпләнә, йәғни ошо төркөмдәге граждандар йәштәргә күрһәтелгән ярҙамдың төрлө төрҙәренән файҙалана ала. Был ыңғай күренеш тип иҫәпләйем.

Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тура­һындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекты ла  беренсе уҡыуҙа уҡ ҡабул ителде. Был үҙгәрештәр хәҙер техник күҙәтеү үтмәйенсә лә автомо­билдәрҙе страховкалау мөмкинле­ген бирәсәк.

Октябрҙә Башҡортостан Респуб­ликаһының “Бушлай юридик ярҙам тураһында”ғы законына үҙгәрештәр индерелде. Республикала халыҡ­тың айырым категориялары Дәүләт юридик бюроһынан хоҡуҡи ярҙам аласаҡ. Хәҙер улар дәүләт власы органдарына һәм урындағы хакимиәттәргә һорау ебәрә ала, 30 көн эсендә яуап килергә тейеш.

Шулай уҡ опекаға бала алып тәрбиәләгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән закон проектын ҡарау планлаштырыла. Был документты Башҡортостан Хөкүмәте тәҡдим итте. Аҫрауға алған ата-әсәләргә һәм патронат тәрбиәселәргә бала бәлиғ булғандан һуң түләүҙәрҙең шарттары асыҡланасаҡ. Закон буйынса аҫрауға йәки патронат тәрбиәгә алынған бала уҡыуын дауам итһә, уларҙы ҡараған ата-әсәнең 23 йәшкә тиклем түләүҙәргә хоҡуғы һаҡлана.         

 

– Һайлаусылар менән осрашыу ваҡытында ниндәй мәсьәләләр йышыраҡ күтәрелә, йәғни бөгөн халыҡ өсөн ниндәй һорауҙар көнүҙәк булып тора?

– Осрашыуҙар мәлендә халыҡ үҙен борсоған мәсьәләләрҙе еткереп ҡалырға тырыша. Мәҫәлән, декабрҙә Краснокама районының Николо-Березовка ҡасабаһында уҙғарған ҡабул итеүҙә урындағылар белем биреү учреждениеларын, бигерәк тә балалар баҡсаларын спорт ҡорамалдары менән тәьмин итеүҙе көсәйтеүҙе һораны. Өлкән быуын кешеләренең дә буш ваҡыттарында спорт менән шөғөлләнеү мәсьәләһе күтәрелде. Граждандар үҙҙәренең рухи үҫеше тураһында ла ҡайғырта – ауыл китапханаларын ваҡытлы матбуғат һәм әҙәби әҫәрҙәр менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыуҙы һоранылар. Бынан тыш, һыу мәсьәләһен күтәрҙеләр. Үҙемә бирелгән вәкәләттәргә ярашлы, был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итергә тырышасаҡмын.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: граждандарҙы урындағы һорауҙар ғына түгел, ил кимәлендәге барлыҡ мәсьәләләр ҙә борсой. Улар закондарҙы камиллаштырыу, илһөйәрлек хисен тәрбиәләү, традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау, ғаиләне нығытыуға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлаша. Минең өсөн һайлаусылар менән бәйләнеш ҙур әһәмиәткә эйә, ул республика тормошоноң һулышын тойорға ярҙам итә.  

 

– 12 декабрҙә Рәсәй Консти­туцияһын ҡабул итеүгә 28 йыл тулды. Былтыр илдең төп документына төҙәтмәләр индерелде. Нисек уйлайһығыҙ, илебеҙ Конституцияһындағы яңы төҙәт­мәләр Рәсәй халҡына яңы мөмкинлектәргә юл астымы? Башҡортостан депутаттары был йәһәттән ниндәй эшмәкәрлек алып бара?

– Рәсәй Федерацияһы Конститу­цияһына төҙәтмәләр индереү илдең сәйәси тормошонда мөһим ваҡиға булды. Бындай үҙгәрештәр заман талабы ине, һәм ҡануниәт тә яңы шарттарға тура килергә тейеш. Илебеҙ граждандары, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы, төҙәтмәләрҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты. Рәсәй Конституцияһында илебеҙҙең суверенитет гарантияларын нығыт­ҡан, граждандарҙың социаль хоҡуҡтарын көсәйткән положениелар мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙҙең тарихи ҡиммәттәр, ғаиләнең баһаһы айырым билдәләнә, илдәге барлыҡ милләттәрҙең дә мәҙәни байлығына иғтибар бирелгән.

Рәсәй Конституцияһына инде­релгән төҙәтмәләргә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ла төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индерелә.

Быйыл 11 октябрҙә, Республика көнөндә, яңыртылған Башҡортостан Конституцияһы ғәмәлгә инде. Ул Рәсәй Конституцияһының яңы нәшерендәге үҙгәрештәрҙе сағыл­дыра. Унда граждандарҙың хеҙмәт хаҡы йәшәү минимумынан түбән булмауға хоҡуғы нығытыла, социаль пособиеларҙы ҡайтанан иҫәпләү гарантиялана. Традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, һаулыҡҡа яуаплы ҡарау өсөн шарттар тыуҙырыу, балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү тураһында положениелар нығы­тылған. Тарихи хәҡиҡәтте яҡлау, илһөйәрлекте тәрбиәләү, республика халыҡтары телдәренә һәм мәҙәниәтенә ярҙам итеү Баш­ҡортостандың Төп законында лайыҡлы урын алды. Асыҡ властың берҙәмлеге, урындағы үҙидара­лыҡты үҫтереү тураһындағы положениелар дәүләт механизмын камиллаштырыу өсөн мөһим әһәмиәткә эйә.

Шуны билдәләр инем, беҙҙең Конституция Рәсәй Конституцияһы положениеларын сағылдырып ҡына ҡалмай, ғәмәлдә уны үҫтерә лә. Унда Рәсәй йәки башҡа төбәктәрҙең ҡануниәтендә булмаған статьялар индерелгән. Мәҫәлән, Башҡорт­остан Республикаһының Милли мираҫы дәүләт реестры тураһында һүҙ бара – унда республика халыҡ­тары өсөн айырыуса ҡәҙерле булған үҙенсәлекле объекттар индере­ләсәк. Яҡшы үрнәк – Конституция тексында Башҡортостан Респуб­ликаһы махсус яҡлауға алған экологик, мәҙәни-тарихи әһәмиәткә эйә булған тәбиғи объекттар билдәләнә: “Шүлгәнташ” ҡурсау­лығы, “Асы­лыкүл”, “Ҡандракүл”, “Мораҙым тарлауығы”, “Ирәмәл” тәбиғәт парктары, Башҡортостан шихандары.

Әле Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай депутаттары Конституция нор­маларының республика ҡануниә­тендә кәүҙәләнеше өҫтөндә эшләй. “Башҡортостан Республикаһы Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай тура­һында”ғы, “Башҡортостан Респуб­ликаһы Башлығы тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһы Хө­күмәте тураһында”ғы, “Башҡорт­остан Республикаһында урындағы үҙидаралыҡ тураһында”ғы һәм башҡа закондарға үҙгәрештәр индереләсәк.

“Башҡортостан Респуб­лика­һында урындағы үҙидаралыҡ тура­һында”ғы законда, мәҫәлән, урындағы үҙидара органдары һәм республиканың дәүләт власы органдары хәҙер Рәсәй Федерация­һының берҙәм асыҡ власть системаһына инәсәген сағылды­расаҡ. Был тағы ла тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итәсәк, һөҙөмтәлә граждандар өсөн хеҙмәтте яҡшыртыуға алып киләсәк.     

 

– Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында үҙегеҙҙе башҡорт тип белдерҙегеҙ...

– Минең әсәйем – Күгәрсен районы башҡорто, шуға ла төп сығыштарым, тамырым шунда. Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем алдым. Ишембайҙа шашка серҙәренә өйрәндем. Шашка минең тормошомдо үҙенсәлекле лә, мауыҡ­тырғыс та итте. Артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында – тарих факультетын, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамланым.

Шуны ла әйтер инем, спорт – ул көрәш, унда булған төрлө ваҡиғалар, осраҡтар мине көслө булырға өйрәтте. Спортта еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр була, шуға ла ниндәй ауырлыҡтарға осрағанда ла, бирешмәйенсә үҙеңдең көсөңдө күрһәтергә кәрәк. Спорт  сыныҡтыра, унда еңел юлдар юҡ, сәйәсәттә лә шул уҡ хәл. Тормош юлым башҡа спортсыларға ла өлгө булыр, тип ышанғы килә.

 

– Тамара Михайловна, яңы вазифала һеҙгә ҙур уңыштар теләй­беҙ. Халҡыбыҙ, республика­быҙ именлеге хаҡына көсөгөҙҙө лә, үҙегеҙҙе лә йәлләмәйенсә эшләрһегеҙ, тип ышанабыҙ.

 

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас