Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Декабря 2021, 14:30

"Уңышлы эшмәкәрлегегеҙ өсөн рәхмәт!"

 Был динамиканы киләһе йылда ла һаҡлап ҡалыу мөһим.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Уңышлы эшмәкәрлегегеҙ өсөн рәхмәт!""Уңышлы эшмәкәрлегегеҙ өсөн рәхмәт!"
"Уңышлы эшмәкәрлегегеҙ өсөн рәхмәт!"

24 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәте, ҡала һәм район етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Унда 2021 йылда муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади үҫешенең яҡынса йомғаҡтары, шулай уҡ 2022 йылға төп бурыстар тикшерелде.

Семинарҙы асып, Радий Хәбиров барыһын да Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы һәм уңышлы эштәре, айырыуса коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәштәге уңыштары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Республика Башлығы белдереүенсә, 2021 йылда төбәк иҡтисады тотороҡло үҫеш күрһәтте. Бер нисә тармаҡта яҡшы үҫеш темпына өлгәшелгән. Был динамиканы киләһе йылда ла һаҡлап ҡалыу мөһим.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар биләмәләрҙең социаль инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите һәм заманса йәмәғәт киңлектәре, халыҡ менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу мәсьәләләрен дә тикшерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева