Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Декабрь 2021, 10:10

Рәсәйҙәрҙең тормошонда нимә үҙгәрҙе?

Быйыл 1 декабрҙән рәсәйҙәрҙең тормошона байтаҡ үҙгәреш индерелде. Декабрь башында илдә “Түләүһеҙ интернет тураһында”ғы Закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, интернеттағы ҡайһы бер сайттарға баланс нулгә төшкән осраҡта ла инергә мөмкин. Бынан тыш, операторҙар берҙәм системала теге йәки был номер теркәлгән кеше тураһында мәғлүмәт юҡ икән, мобиль элемтә хеҙмәтен күрһәтмәҫкә лә мөмкин. Шулай уҡ Үҙәк банктың һорауы буйынса аҡсаға бәйле мутлыҡ ҡылыусыларҙың сайттарын хәҙер судҡа мөрәжәғәт итеп тормайынса яба алалар.

 

Түләүһеҙ “социаль интернет”

 

Ай башынан алып граждандар социаль әһәмиәтле интернет ресурстарынан бушлай файҙалана, тимәк, уларҙы иҫәптә аҡса булмаған осраҡта ла асырға мөмкин. Бындай сара “Элемтә тураһында”ғы федераль законға индерелгән түләүһеҙ “социаль интернет” тураһындағы төҙәтмәләрҙә ҡарала.

Әйткәндәй, бындай фекер былтырҙан тикшерелә ине. Шуға күрә бушлай “социаль интернет”ты эксперименталь тәртиптә былтыр яҙ уҡ һынай башлағайнылар. Закон йоғонтоһона эләккән ресурстар исемлеге Хөкүмәт тарафынан раҫланған. Бындай сайттар контролдә тотолорға һәм ил биләмәһендә эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған Рәсәй граждандары тарафынан асылырға, .ru, .рф, .su йәки .дети зоналарында урынлаштырылырға тейеш. Уларҙың аудиторияһының кәмендә 50 проценты Рәсәйҙә булыуы шарт.

Раҫланған исемлеккә дәүләт органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының сайттары, Дәүләт хеҙмәттәре порталы, яңылыҡ агрегаторҙары, эҙләү сервистары, шулай уҡ ҡайһы бер социаль селтәрҙәр һәм айырым интернет-магазиндар – йәмғеһе 371 ресурс ингән. Уларҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән Рәсәй граждандары балансында аҡса булмаған осраҡта ла аса ала.

 

Алдаҡсыларҙың сайттарын ябыу

 

Декабрь башынан алып финанс алдаҡсылар тарафынан асылған сайттарҙы судһыҙ ябалар. Бында һүҙ банктарҙың һәм финанс ойошмаларының рәсми сайттарын ҡабатлаған ресурстар, шулай уҡ финанс пирамидаларында ҡатнашыу йәки банктарҙың мәғлүмәт базаларына һәм уларҙың мәғлүмәт системаларына законһыҙ инеү ҡаралған сайттар тураһында бара.

Документҡа ярашлы, Үҙәк банк бындай сайттарҙы тыйылған мәғлүмәттәр реестрына индерә ала. Ошондай сайттарҙы ябыу тураһындағы ҡарарҙы Үҙәк банк башлығының йәки уның урынбаҫарының мөрәжәғәте нигеҙендә прокурор йәки уның урынбаҫары ҡабул итә.

– Яңы закон граждандарҙың аҡсаһын алдаҡсыларҙан һаҡлау мөмкинлеген бирәсәк. Әле енәйәтселәр бик әүҙем. Бындай практика айырыуса финанс пирамидаларына хас. Закон хәлде тамырынан үҙгәртергә булышлыҡ итәсәк, – тине Рәсәй банкы рәйесе Герман Зубарев.

Әйткәндәй, пандемия осоронда онлайн-алдашыуҙар һаны артҡан, сөнки халыҡ хәҙер тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе интернет аша алыуға өҫтөнлөк бирә.

 

Кеҫә телефоны хужаһын идентификациялау

 

Коммуникацияларға ҡағылған йәнә бер яңылыҡ – 1 декабрҙән Рәсәйҙә операторҙарға сим-картаны файҙаланған аныҡ кеше тураһындағы мәғлүмәтте дәүләт мәғлүмәт базаһына индереү бурысын йөкмәткән закон эшләй башланы. Ул телефон аша мутлыҡ ҡылыусыларға, шулай уҡ террорсылыҡ ойошмалары мәнфәғәтендә телефон номерҙарын файҙаланыуға ҡаршы көрәшергә булышлыҡ итәсәк, тип күҙаллана. Бер үк ваҡытта яңы норма буйынса компанияға теркәлгән корпоратив номерҙарҙы ҡулланыусылар өсөн ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал.

Әгәр компания  дәүләт хеҙмәттәре порталындағы берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһына телефон номеры теркәлгән аныҡ кеше тураһында мәғлүмәт бирмәһә, бындай номерға блок ҡуйылыуы ихтимал. Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әле илдәге компаниялар дәүләт хеҙмәттәре аша 13,3 миллион хеҙмәткәренең сим-картаһын раҫлаған.

 

Маркировкаһыҙ тауар өсөн – енәйәт яуаплылығы

 

Тауарҙы маркировкалауға ҡағылған бер нисә яңылыҡ бар. Ай башынан алып тауарҙы, шул иҫәптән медицинала ҡулланылған дарыу препараттарын мотлаҡ маркировкалау тураһындағы талапты боҙған өсөн административ яуаплылыҡты күҙ уңында тотҡан федераль закон ғәмәлгә инде.

Һатыу маҡсатында ялған маркировка ҡуйып етештерелгән, алынған, һаҡланған һәм ташылған тауар өсөн 1 декабрҙән енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала. Әйткәндәй, мотлаҡ маркировкаланырға тейешле тауарҙар исемлеге лә декабрҙән тулыландырылды. Унда яраҡлылыҡ ваҡыты 40 көндән кәмерәк булған бөтә һөт ризыҡтары индерелде. Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә һөттө мотлаҡ маркировкалау быйыл июндә ғәмәлгә индерелгәйне. Был талап иң элек шулай уҡ сырға һәм туңдырмаға ҡағылды. Сентябрҙән иһә ул һаҡлау ваҡыты 40 тәүлектән артмаған һөт ризыҡтарына ла ҡағыла башланы.

 

Һөйләшеүҙәрҙе яҙҙыртыу

 

Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары клиенттарының хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау өсөн төҙөлгән төп стандарттың айырым положениелары 8 декабрҙән ғәмәлгә инде.

Ошо көндән алып дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары ла мөрәжәғәт итеү өсөн тәғәйенләнгән телефон номеры буйынса (бындай мәғлүмәт финанс ойошмаһының сайтында күрһәтелә) һөйләшеүҙәрҙе теркәргә тейеш. Был ҡағиҙә йәнә мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү өсөн билдәләнгән электрон йәшниккә һәм СМС итеп ебәрелгән хаттарға ла ҡағыла.

Үҙәк банк тарафынан ноябрь аҙағында раҫланған стандарт ярты йылдан – киләһе йылдың 23 майынан эшләй башлай.

 

Заемсыларҙың хоҡуғын яҡлау

 

Быйыл 30 декабрҙән “Ҡулланыу кредиты тураһында”ғы федераль законға төҙәтмәләр ғәмәлгә инә. Улар буйынса кредит договорына заемсыға кредит өсөн аҡса күсерелгән иҫәптә киләһе айлыҡ түләүгә тиң күләмдә аҡса ҡалдырыу бурысын йөкмәтеү тыйыла. Ошо уҡ закон менән өҫтәмә хеҙмәт күрһәтеүгә өҫтәмә талаптар билдәләнә. Шул иҫәптән документта заемсының уларҙан баш тартыу хоҡуғы ла нығытыла.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.

Читайте нас