

Ғәҙәттә, йылдар алмашынғанда һәр кем уҙған юлына, башҡарған эштәренә йомғаҡ яһай, уңыштар менән бер рәттән хәл итеп бөтөлмәгән мәсьәләләрҙе барлай, алдағы көндәргә уй-ниәттәр билдәләй. Яңы йыл алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына 2021 йыл йомғаҡтарына арналған ҙур интервью бирҙе.
“Рәсәйҙең ышанысы булдыҡ һәм булып ҡалабыҙ”
Иң тәүге һорау Радий Хәбировтың үҙ вазифаһында алып барған эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булыу-булмауына ҡағылды. Республика Башлығы, төбәккә идара итеүгә бәйле өс йыл еңелдән булманы, тип билдәләне. “Тыныс ҡына эшләнек, тип әйтеп булмай. Хәүеф ҙур. Икеләнеүҙәр аҙ. Беҙ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм улар өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәндек. Кешеләрҙе, эш асылын яҡшыраҡ аңлай башланыҡ”, – тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Төбәк Башлығы коронавирусҡа бәйле хәл-торошто, Сибайҙағы карьерға ҡағылышлы хәлдәрҙе айырыуса билдәләне. “Иң ауыры – кешеләр үлеме, шуға күрә ҡайһы берҙә ҡәтғи саралар ҙа ҡабул итергә тура килде. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне: коронавирусҡа ҡаршы көрәшергә өйрәндек”, – тине ул, был йүнәлештәге эштәрҙе барлап.
Артабан һүҙ республика Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге хаҡында булды. “Хөкүмәт – ул абстракт орган, һәр идара – ул тәү сиратта кешеләр. Шуға күрә етәксе тураһында – Премьер-министр хаҡында күберәк һөйләргә теләйем. Был тиҙ ҡабул ителгән ҡарар булды. Вазифа башҡарыусы булараҡ тәғәйенләнгән мәлдә үк миңә һәм республикаға ниндәйҙер тәжрибәгә, иң мөһиме – үҙаллы уйлау һәм эш итеү алымдарына эйә кеше кәрәк булыуын яҡшы аңлай инем. Мин яуаплылыҡты бүлеү яҡлымын. Һәр ваҡыт бер үҙең ҡарар ҡабул итеү һөҙөмтәле булмай. Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров бына ошо сифаттарға тулыһынса эйә”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хөкүмәттең эшмәкәрлеген баһалауға ҡағылып, “10 баллы шкала буйынса баһа биреү дөрөҫ булмаҫ ине. Хөкүмәттең эшмәкәрлеген юғары баһалайым. Ул бик эшмәкәр, яуаплы (орган – автор). Барыһы ла килеп сыҡмай, әлбиттә. Төрлө сәбәптәр бар, әммә Хөкүмәт ҙур теләк менән эшләй”, – тине республика Башлығы.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Александр Сидякинға ҡағылышлы һорауға ла яуап бирҙе. Белеүебеҙсә, ул күптән түгел “Берҙәм Рәсәй”ҙең Үҙәк башҡарма комитетын етәкләне. “Уның тәғәйенләнеше, күсеүе – минең өсөн дә, үҙе өсөн дә, йәғни бөтәбеҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Беҙ кәңәшләшкәндән һуң кире ҡаға алмауыбыҙҙы аңланыҡ. Был – бик яуаплы һәм ябай булмаған бурыс. Ғөмүмән, Башҡортостандан сыҡҡан кешеләрҙең власть структураларында юғары вазифалар биләүе – бик яҡшы күренеш тип баһалайым. Был республика өсөн дә файҙалы”, – тине Радий Фәрит улы.
Коронавирусҡа ҡаршы көрәш дауам итә
Йыл йомғаҡтарына арналған интервью мәлендә коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә, вакцинацияға ҙур иғтибар бирелеүе һис тә ғәжәп түгел. Республика Башлығы ковидҡа ҡаршы прививканың дүртенсе дозаһын ҡабул итеүе тураһында белдерҙе. Ул баштан уҡ вакцина яһатыуҙың мөһимлеген аңлап ҡабул итеүе тураһында айырып әйтте. “Минең сирләгем килмәй, сөнки эҙемтәләрен яҡшы беләм. Һәм минең осраҡта тағы бер нигеҙләмә бар: өйөмдә бәләкәй балаларыбыҙ булғас, сәләмәт булырға тейешмен”, – тине Радий Хәбиров.
“Омикрон” тураһында һорауға яуап биреп, төбәк Башлығы “ул да республикабыҙға килеп етәсәк” тип билдәләне. “Был хаҡтағы мәғлүмәттең төрлө ҡырлы булыуы һағайта. Һис шикһеҙ, ул беҙгә килеп етер. Рәсәйҙә әле үк бар, республикала әлегә уға бәйле осраҡтар теркәлмәне. Республика халҡының күп өлөшө вакцина яһатҡан булыуы беҙҙе көслөрәк итә”, – тине ул.
Тура бәйләнештәге әңгәмә барышында Сибайҙа, Туймазыла яңы төҙөлгән ковид-госпиталдәр тураһында ла һүҙ алып барылды.
Вуздар, һуғыш балалары, башҡорт теле тураһында
Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү тураһындағы мәсьәләгә лә туҡталды.
– Ғилми йәмәғәтселек менән осрашып, республикаға фән арҡаһында күпме аҡса килеүе тураһында һөйләштек. Бына Удмурт Республикаһында ҙур юғары уҡыу йорто бар, ә беҙҙә юҡ. Мин Владимир Владимирович Путиндан был мәсьәләлә ярҙам итеүен һораным. Берләшеү тәҡдименең асылында юғары уҡыу йорттарының фәнни ҡеүәтен юғалтыуға юл ҡуймау теләге ята. Беҙ Башҡорт дәүләт университетында һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында булған барлыҡ яҡшы мөмкинлектәрҙе һаҡлаясаҡбыҙ. Республика яңы юғары уҡыу йортона 50 мең квадрат метр майҙан бүлә. Ҡеүәтте туплаясаҡбыҙ! Әлегә ректорға бәйле һорау хәл ителмәгән. Башҡорт дәүләт университетынан да, Өфө дәүләт авиация техник университетынан да булмаған көслө, ҡеүәтле кешене табасаҡбыҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы “Һуғыш осоро балалары” категорияһына ҡараған кешеләргә түләүҙәрҙең арттырыласағын белдерҙе. Ул билдәләүенсә, был тема бер нисә йыл тикшерелгән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтар, аслыҡ-яланғаслыҡ ошо категорияға ҡараған кешеләрҙең яҙмышына төшкәнен күптәр яҡшы аңлай.
Артабан һүҙ башҡорт телен өйрәнеү темаһына ялғанды. “Мин биш йәшемә тиклем русса бер һүҙ ҙә белмәнем. Артабан рус мәктәбендә уҡыным. Әсәйем дә рус телен ныҡлы өйрәнергә кәңәш итте”, – тип башланы был һорауға яуапты төбәк Башлығы. Ул шулай уҡ һуңғы йылдарҙа башҡорт телен өйрәнеү менән ныҡлап мауығыуы, телефонындағы башҡорт теленә өйрәткән “Сәләм” мобиль ҡушымтаһын файҙаланыуын телгә алды.
“Башҡортса һөйләшәһең икән – был халыҡҡа хөрмәт билдәһе. Туған телемдә һөйләшеүҙән кәйефем күтәрелә. Ул минең төпкө аңымда һаҡланғандыр тип уйлайым. Беҙ полилингваль мәктәптәр төҙөйбөҙ – был милли сәйәсәт. Милли телдәрҙе яҡларға тейешбеҙ. Бала мәктәптә туған телендә, мәҫәлән, сыуаш, мари йәки татар телендә белем алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Республикала әле өс башҡорт, Нефтекамала татар полилингваль гимназияһы төҙөлдө. Мишкәлә – мари, тағы ла сыуаш гимназияһы планға алынған, һуңғыһының урыны хәл ителмәгән әле. 2024 йылға 12 полилингваль мәктәп асыу бурысы тора. Киләһеһе Аҡъярҙа буласаҡ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Юлдар, транспорт, таҙалыҡ...
Республика Башлығы эш башлаған осорҙа “Өфө – иң бысраҡ ҡала, беҙ бының менән бер нимә лә эшләй алмайбыҙ” тигән ҡарашҡа ҡаршы көрәшергә тура килеүе, ҡаланы таҙартыу мәсьәләһе менән шәхсән шөғөлләнеүе тураһында белдерҙе. “Әкренләп ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәштек. Ҡарҙы ваҡытында таҙарттырыуҙы мәжбүр итергә лә тура килде. Бәхәстәр күп булды”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы һуңғы ваҡытта был мәсьәләгә ҡарата Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ҡағылышлы кире мәғлүмәти сәбәптәрҙең күбәйеүен билдәләне. “Был йүнәлештәге хәл-торошто көйләү өсөн баҫым етмәй. Шөғөлләнергә, һәр урам таҙартыусыға барып етергә кәрәк. Һәр ваҡыт шулай булды. Шуны аңланыҡ: Өфөгә ярҙам кәрәк, һәм беҙ техника һатып аласаҡбыҙ. Баш ҡалала хәл-торош үҙгәрәсәк”, – тине республика етәксеһе. Ул ҡар таҙартыу мәсьәләһендә Өфө халҡының саң ҡағыуында дөрөҫлөк барлығын билдәләне.
Транспорт тәьминәтенә ҡағылышлы һорауға килгәндә, Радий Хәбиров әлегә был реформаға йомғаҡ яһау иртәрәк икәнен белдерҙе. “Беҙ ыңғай йүнәлештә хәрәкәт итәбеҙ тип һанайым, әммә әлегә һығымта яһарға иртәрәк. Ни өсөнмө? Был һорауҙа “халыҡ хаҡлы” тигән принципҡа таянам. Әлегә кешеләрҙән ялыуҙар бар икән, тимәк, хәл-торошто аҙағынаса яйлап бөтмәгәнбеҙ”, – тине ул.
Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһе ыңғай һөҙөмтәләрҙең дә булыуын билдәләне: “Беҙ автопаркты һиҙелерлек яңырттыҡ. Рациональ рәүештә фекер йөрөткәндә, был транспорт реформаһына тотонмау хәйерлерәк тә булғандыр, әммә мин был аҙымға барҙым һәм ярайһы кире эҙемтәгә тап булдым. Бер нигә ҡарамаҫтан, Өфөлә сифатлы, яҡшы транспорт инфраструктураһы булдырасаҡбыҙ”.
Республика Башлығы шулай уҡ баш ҡала янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күпергә ҡағылышлы яңылыҡ та еткерҙе. “Алдан уҡ Өфө халҡынан ғәфү үтенәм: киләһе йылда Ағиҙел аша аркалы күперҙе ике йыл ярымға ремонтҡа ябабыҙ. Әлбиттә, ошоға бәйле айырым мәшәҡәттәр буласаҡ”, – тине төбәк етәксеһе.
“Был йыл өсөн миңә республика халҡы алдында оят түгел”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров, уҙған 2021 йыл йомғаҡтарын барлап. Төбәк етәксеһе республика өсөн ҙур ҡаҙаныштар иҫәбендә фән өлкәһендә яңы проекттарға старт бирелеүен – Фәнни белем биреү үҙәге, Халыҡ-ара студент кампусы булдырылыуын, “Алға” хәрәкәтен билдәләп үтте. Шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе, Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлы кеүек мөһим әһәмиәткә эйә инфраструктура объекттарын да айырып әйтте. Ул, юғалтыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, республиканың коронавирусҡа ҡаршы тора алыуын да билдәләне.
Республика Башлығы башланып торған яңы йылдың да төбәгебеҙ өсөн мөһим буласағын белдерҙе. Был Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу уңайынан башланасаҡ төҙөлөштәргә бәйле икәнлеген әйтте ул.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.