

Республикаға идара итеү үҙәгенең төбәктә эш башлағанына бер йыл булды. Һөҙөмтәләр нисек? Нимәләргә өлгәшелде? Ошо хаҡта үҙәк белгестәре ентекле һөйләне, эштәренә йомғаҡ яһаны.
Бындай идара итеү үҙәктәре Рәсәй төбәктәрендә Президент Владимир Путин башланғысы менән булдырылды. Башҡортостанда ул 2020 йылдың 19 ноябрендә республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы ҡарамағында эшләй башланы.
Эш нисек ойошторолған?
2021 йылдың июнендә үҙәк Хөкүмәт йорто алдында урынлашҡан яңы бинаға күсте. Хәҙер бөтөн блоктар ҙа бергә эшләй. Үҙәк өс ҡатлы заманса бинала урынлашҡан, майҙаны 6000 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә.
Яңы структураның төп бурыстары – килгән мөрәжәғәттәрҙе һәм халыҡтың тәҡдимдәрен тиҙ арала ҡарау, яуап биреү һәм идара итеү буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү. Асылда мәғлүмәт системалары комплексы эше берҙәм һанлы платформа булып тора, ул төбәк тормошоноң бөтә өлкәләрен тиерлек үҙ эсенә ала. Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙең иң күбеһе торлаҡ-коммуналь өлкәгә ҡағыла.
Республикаға идара итеү үҙәгенең эше менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтов менән шунда юлландыҡ. Беҙҙең маҡсат – ошо ҡаҙанда бер нисә сәғәт ҡайнап, барыһын да үҙ күҙебеҙ менән күреү.
Республикаға идара итеү үҙәге өс блоктан тора. Беренсеһе — социаль коммуникациялар. Бөтә мөрәжәғәттәр тап ошонда ағыла. Тәү сиратта уларҙы “Инциденттарға идара итеү” роботлаштырылған системалары һәм Кире бәйләнеш платформаһы теркәй. Шул саҡта ғына һәр хәбәрҙе, инциденттарҙы белгестәр министрлыҡтарҙа, идаралыҡтарҙа, ҡала-район хакимиәттәрендә хеҙмәттәштәре аша эшкәртә. Шулай итеп, 2018 йылдың октябренән инциденттарға идара итеү системаһына 216 730 мөрәжәғәт килгән. Ә Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы Кире бәйләнеш платформаһы аша халыҡ үҙ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн 146 мең тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Яҡын арала был системалар мобиль версияла эшләй башларға тейеш, тип билдәләне Республикаға идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская.
– Тиҙ арала яуап биреүҙе талап иткән мөрәжәғәттәр бар, беҙ уларҙы тәү сиратта эшкәртәбеҙ. Мәҫәлән, асыҡ люктар, электр утына бәйле килеп тыуған өҙөклөктәр, һыу, торба үткәргестәрҙәге етешһеҙлектәр. Бындай мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү өсөн муниципалитеттар, ашығыс хеҙмәттәр менән туранан-тура эшләйбеҙ. Үҙәктең бер йыллыҡ эшмәкәрлеген күҙ уңында тотоп, ошо ваҡыт эсендә кешеләр власть органдарына нығыраҡ ышана башланы, көнүҙәк мәсьәләләрҙең хәл ителеүен күрә, ярҙам кәрәк булғанда беҙгә яҙа һәм шунда уҡ яуап ала тигән һығымтаға килергә мөмкин, – ти күҙәтеү бүлеге етәксеһе Урал Рисов.
Блоктарға бүленгән үҙәктең иң күп мөрәжәғәттәр ҡабул иткән бүлеге – әлбиттә, ғәҙәттән тыш хәлдәр. Бөгөн халыҡтың мөрәжәғәтен граждандар оборонаһы белгесе Альбина Вәлиева ҡабул итә ине. Ул хеҙмәттәше менән алмашлап эшләй.
– Иң ҡыҙыу һәм етеҙлек талап иткән йүнәлештә эшләйбеҙ. Көн дауамында 15 – 20 мөрәжәғәт килеүе ихтимал. Айырыуса иртән мөрәжәғәттәр күп була. Авариялар, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса беҙгә яҙалар. Әле сиреналарҙың эшен тикшереү көндәре үтте. Был юҫыҡта ла байтаҡ мөрәжәғәт алдыҡ. Ҡайҙа, нисек тикшерәсәктәр. “Был эш нимәгә бәйле? Ҡурҡыныс янаймы? Беҙ нимәләр эшләргә тейеш?” кеүегерәк һорауҙар бирәләр. Бар яуапты ла уйлап, мөрәжәғәт итеүсегә аңлайышлы итеп еткерергә тырышабыҙ, – ти Альбина.
Республикаға идара итеү үҙәгенең Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарындағы ошоға оҡшаш структураларынан төп айырмаһы — иҡтисади-аналитик блоктың булыуы. Уның бурыстары араһында — халыҡ белдергән айырым мәсьәләне хәл итеү өсөн техник-иҡтисади мөмкинлектәрҙе барлау. Кәрәк саҡта бюджетты көйләү, шулай уҡ төбәккә ресурстар йүнәлтеү, уның инвестиция йәлеп итеүгә һәләтен арттырыу. Был блокка Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге, Үҫеш корпорацияһы, Иҡтисади үҫеш министрлығы инә, кәрәк саҡта белгестәре йәлеп ителә.
Республикаға идара итеү үҙәгенең өсөнсө блогы – мәғлүмәт бүлеге. Ул халыҡҡа власть органдары һәм муниципалитеттар эше тураһында һөйләй, шулай уҡ төбәк үҫеше буйынса ҡарарҙар сығарыу, был өлкәгә халыҡты йәлеп итеү, фекерҙәрҙе өйрәнеү өсөн яуаплы.
Үҙәк, инциденттарға идара итеүҙән һәм Кире бәйләнеш платформаһынан тыш, тағы 16 мәғлүмәт системаһын берләштерә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өлкәһендә сүп-сар йыйыуҙы күҙәткән “Башҡортостан-Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары” системаһы эшләй. Ул – ҡалдыҡтарҙы сығарыу проблемалары булған ҡала һәм ауыл биләмәләренең интерактив картаһы. Мәҫәлән, Жилин, Нуғай, Федоровка һәм Карпов ауылдарында сүп-сар йыйыу өсөн өҫтәмә контейнер майҙансыҡтары һорап мөрәжәғәт итәләр.
Экология, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса мөрәжәғәттәргә башлыса өлкән белгес Индира Бәхтиева менән Юлиә Плотникова яуап бирә.
– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр, әлбиттә, беренсе урында килә. Яйлап төбәк операторҙары менән берлектә был юҫыҡта тәртип урынлаштырыла һәм мөрәжәғәттәр һанының бермә-бер кәмеүен күҙәтәбеҙ, – ти Индира.
Был йүнәлешкә етәкселек иткән Ләйсән Хәйретдинова интерактив карта менән таныштырҙы. Ошо карта Башҡортостандың һулышын сағылдыра. Һәр йүнәлеш бында асыҡ сағылыш тапҡан һәм, ниндәйҙер мәғлүмәт кәрәкһә, бары төймәгә баҫып ҡына бер нисә секунд эсендә кәрәкле мәғлүмәтте табырға була.
– Әлеге мәлгә был картала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйған контейнер майҙансыҡтары тураһында мәғлүмәтте ҡарайыҡ. Йәмғеһе 28 477 контейнер майҙансығы теркәлгән. Республиканың һәр районында, аныҡ бер ауыл йә ҡалала бөгөн контейнер майҙансыҡтарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын алып киткәндәрме-юҡмы икәнлеген белеп була. Мәҫәлән, һеҙ йәшәгән Авдон ҡасабаһында контейнерҙар майҙансығы етерлек түгел. Дүртәүһен генә ҡаты майҙансыҡҡа ултыртҡандар, ҡалғанын – юҡ. Шуға һеҙҙең урамдан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын алып киткәндәрме-юҡмы – әйтеп булмай. Ә бына Айрат Нурмөхәмәтов йәшәгән урамдан сүпте бер сәғәт элек алып киткәндәр.
Экология, ауыл хужалығы, туризм мәсьәләләре – халыҡты борсоған проблемалар. Был йүнәлештә мөрәжәғәттәр күп, уларҙың барыһы ла көнүҙәк. Ведомство-ара хеҙмәттәшлек ярҙамға килә. Төрлө өлкәләге белгестәр менән тиҙ арала бәйләнешкә инеп, төплө яуап бирергә тырышабыҙ, – ти Ләйсән Ринат ҡыҙы.
Һөт, ит һәм аҙыҡ-түлек, үҫемлекселек, механизациялау продукттары тураһында мәғлүмәт тупланған “Агросәнәғәт комплексы” мәғлүмәт системаһы ла ҡыҙыҡлы. Бында республиканың ниндәй районында ниндәй етештереүселәр эшләүе, ҡайҙа күпме трактор, башҡа транспорт тупланыуы, һөтсөлөк, малсылыҡ, үҫемлекселек тураһында төплө мәғлүмәт тупланған. Шулай уҡ юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе контролдә тотоу, планлаштырыу системаһы һәм башҡалар бар.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – иң ҡыҙыу өлкә
– Миҙгелгә ҡарап, төрлө тема буйынса мөрәжәғәт итәләр. Ҡыш яңғыраған иң йыш һорау – йылытыу, түләүҙәр, йәйгеһен — ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү. Халыҡты идарасы ойошмалар, улар менән нисек эшләү, ҡайҙа мөрәжәғәт итеү һәм башҡа мәсьәләләр борсой. Капиталь ремонтҡа ғариза биреү, уның ҡасан тамамланыры, “Башҡорт ихаталары” программаһына инеү нескәлектәре, комплекслы ремонтлауҙы күҙәтеү мәсьәләләрен хәл итәбеҙ. Мәҫәлән, Өфөнөң Цюрупа урамында йәшәгәндәр эҫе һыуҙы бик оҙаҡ көтөргә тура килеүенә зарлана, торба ҡуйыуҙарын һорай. Был мәсьәләне хәл иткәндә БашРТС инженерҙары менән идарасы компания араһында бәйләнеш булдырҙыҡ. Һөҙөмтәлә проблеманы асфальтты ҡаҙмайынса ла хәл итеү юлы асылды, – ти Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкиле Кристина Дикова.
Республика халҡынан йыш килгән һәм ҡатмарлы мөрәжәғәттәрҙе хәл итеү өсөн ҡайһы саҡта ведомство-ара хеҙмәттәшлек ойошторорға тура килә. Был осраҡта фокус-төркөмдәр булдырыу, тиҙ арала кәңәшмә йыйыу мәсьәләне яйға һалырға ярҙам итә. Тәүге көндәрҙән башлап ошондай эш алымы һөҙөмтә бирә. Халыҡ та мөрәжәғәтте тиҙ арала эшкә алыуҙарына риза була, социаль селтәрҙәрҙә рәхмәт белдерә.
Бындай үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә миҫал итеп Өфө – Иглин – Павловка юлында халыҡ һораған туҡталыштың барлыҡҡа килеүен билдәләргә мөмкин. Әлеге мәсьәләне республиканың Транспорт министрлығы менән 2021 йылдың 12 июлендә кәңәшмәгә йыйылып ҡараһалар, августа көтөлгән туҡталыштар ҡуйылды ла инде.
Республикаға идара итеү үҙәге үҙ эшендә социологик тикшеренеүҙәргә һәм йәмәғәт фекерен өйрәнеүгә таяна. Мәҫәлән, күптән түгел социологтар сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса онлайн-һорау алыу үткәргән. Һөҙөмтә күрһәтеүенсә, халыҡтың күпселеге сүп-сарҙы төрҙәргә бүлергә әҙер, әммә бының өсөн махсус контейнерҙар ҡуйыу шарт тип билдәләгән. Ә ундай мөмкинлек респонденттарҙың 14 процентында ғына бар. Бынан тыш, сығарылыш класс уҡыусыларының мәктәпте тамамлағандан һуң ниндәй юғары уҡыу йортон һайлауы, ни өсөн республикала ҡалыу-ҡалмауына анализ яһалды. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты борсоған байтаҡ һорау йыйылды, шуға бизнес-шәрифтәр ҡатнашлығында семинар үтте.
Бынан тыш, Республикаға идара итеү үҙәге халыҡҡа уңайлылыҡ өсөн махсус ресурстар булдыра. Әйтәйек, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “Телеграм” каналында өс – ете йәшлек балаларға пособие тәғәйенләү тураһында чат-бот эшләгән. Шулай уҡ ошо каналда Өфөләге CОVID-19-ға ҡаршы вакцина яһау пункттары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Әле эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһында белешмәләрҙе бер урынға туплағандар, ҡулланыусылар менән аралашыуҙы автоматлаштырған программа тиҙҙән эш башлаясаҡ.
Һорауың булһа – яҙ!
Республикаға идара итеү үҙәгенең тағы бер блогы – социаль селтәрҙәрҙә көнүҙәк темалар буйынса тура эфирҙар ойоштороу. Уҙған йылдың 25 авгусынан алып ошондай 93 сара үткәрелгән. Бынан тыш, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә даими рәүештә брифингтар ойошторола. 21 октябрҙән иһә иртәнге “Сәләм” тапшырыуында үҙәктең ағымдағы эшмәкәрлеге тураһында күрһәтә башланылар.
Ә бында эшләгән белгестәр алдында яңы бурыстар ҡуйылған: һәр яҡтан камил булыу. Шуға ла үҙәктә аҙнаһына бер нисә тапҡыр оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Беҙ барғанда шуларҙың береһе – ораторлыҡ буйынса дәрес бара ине. Билдәле дикторҙар, алып барыусылар белгестәрҙе өйрәтә, камиллаштырыу дәрестәре үткәрә. Һәр кем телекамера алдында ҡаушамайынса, тотлоҡмайынса тура эфир алып барыу оҫталығына эйә булырға тейеш.
Тиҙҙән Республикаға идара итеү үҙәге менән ентеклерәк танышырға теләгәндәр өсөн аҙна һайын экскурсиялар ойоштороласаҡ.
– Төп иғтибар кешеләргә йүнәлтелгән. Яңы структураның эш принцибы — халыҡ менән бергә булыу, көнүҙәк проблемалар тураһында белеү һәм уларҙы тиҙ арала хәл итеү. Төп маҡсат шул — “Беҙ беләбеҙ — хәл итәбеҙ — иҫкәртәбеҙ — хәбәр итәбеҙ”, — ти үҙәк етәксеһе Елена Прочаковская.
“Республикаға идара итеү үҙәге — төбәктең үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәле ҡоралы, ул күп күрһәткестәрҙе, шул иҫәптән быға тиклем власть күҙлегенән төшөп ҡалғандарын анализларға мөмкинлек бирә”, — ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.

