Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Ғинуар 2022, 14:30

ЮХХДИ-ла - яңы етәксе

Был яуаплы вазифаға кем тәғәйенләнде?

ЮХХДИ-ла - яңы етәксеЮХХДИ-ла - яңы етәксе
ЮХХДИ-ла - яңы етәксе

Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Владимир Севастьянов Рәсәй Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса бүлегенә тәғәйенләнгән яңы начальник менән таныштырҙы. Ул - полиция майоры Рауил Рәфил улы Бикбулатов.

Рауил Рәфил улы 1981 йылдың 20 ғинуарында Шишмә районында тыуған. Хеҙмәт юлын 1998 йылда эске эштәр органдарында башлаған, ә 2003 йылдан – Дәүләт автоинспекцияһында. Төрлө вазифаларҙы үтәгән, шул иҫәптән Рәсәй Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы Өфө ҡалаһы буйынса бүлегенең юл күҙәтеүе буйынса баш дәүләт инспекторы вазифаһын да атҡарған. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының юл-патруль хеҙмәтендә айырым батальон командиры урынбаҫары булған.

Владимир Севастьянов Рауил Бикбулатовҡа Өфө юлдарында авариялар һанын кәметеү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәүҙе теләне.   

Фото: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

ЮХХДИ-ла - яңы етәксе
ЮХХДИ-ла - яңы етәксе
ЮХХДИ-ла - яңы етәксе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас