Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Ғинуар 2022, 13:26

Яңы йыл байрамы имен үтте

Яңы йыл байрамы имен үтте.

Оҙайлы Яңы йыл байрамы үтеп китте, уны сағыштырмаса имен булды тип әйтергә була. Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә байрам көндәренә йомғаҡ яһалды, коронавирусҡа бәйле ағымдағы хәлдәр тикшерелде.

 

 Прививка яһатыуҙы әүҙемләштерергә кәрәк

 

Коронавирус йәһәтенән әлегә  хәл тотороҡло тип билдәләнде. Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала сирләгәндәр ҙә, вирус йоҡтороп дауаханаға эләккәндәр ҙә кәмей башлаған. Әммә тынысланырға әле иртә.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдере­үенсә, һуңғы тәүлектә сирҙе 209 кеше йоҡторған, пандемия башланғаны бирле 124046 кеше сирләгән. 4720 кеше өйҙә дауалана, 77 пациент дауаханала. 18 кешенең хәле ауыр тип баһалана.

– Әлеге ваҡытта республикала коронавирус менән сирләгән кешеләр өсөн 1715 урын әҙерләнгән, уларҙың 62 проценты биләнгән, – тине Максим Забелин.

Республика буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирус ҡына түгел, грипп һәм ОРВИ буйынса ла сирләү осраҡтары кәмегән. Һуңғы аҙнала 13440 киҙеү йоҡтороу теркәлгән, был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 39,7 процентҡа кәмерәк.

“Роспотребнадзор” барлығы 348 тикшереү үткәргән. Аэропортта тикшереүҙәр дауам итә, ун илдән килгән кешеләр өсөн сикләү әле һаман ғәмәлдә.

Шул уҡ ваҡытта вакцинациялау тиҙлеген кәметергә ярамай. Башҡортостан Башлығы коронавирустан прививка яһатыу эшен көсәйтергә ҡушты. Һәр муниципалитет башлығына 15 февралдә үҙенең ҡала һәм районында вакцинация буйынса отчет бирергә ҡушылды.

– Ошоға бәйле муниципалитет башлыҡтарына юл картаһын төҙәтеүҙе һорайым. Был айырыуса артта ҡалған райондарға ҡағыла, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә бөтәһе 200 мең самаһы кешегә вакцина яһатырға кәрәк.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 2 205 618 кеше һалдырған (тейешле кешеләрҙең 88 проценты). Тулыһынса был процедураны 2 075 366 кеше тамамлаған (83 процент).

 

Дәртләндереү сараларын күреү зарур

 

Ҡыш етеп, күпләп ҡар яуа башлаһа, урамдарҙы ваҡытында таҙартыу мәсьәләһе килеп тыуа. Бында хәл итәһе проблемалар бар. Улар тураһында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев һөйләне. Уның белдереүенсә, Башҡортостанға 10 миллиард һумлыҡ коммуналь техника кәрәк. Өфөнөң ихтыяжы – 4,5 миллиард һум. Министр әйтеүенсә, ысынбарлыҡта бер кем дә был сумманы бер юлы алыуға өмөтләнмәй. 2022 йылға бюджет коммуналь техника алыуға 1,432 миллиард һум бүлеүҙе күҙаллай.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 1,032 миллиард һумды – ҡалаларға һәм район үҙәге ҡала булған райондарға, 400 миллион һумды ауыл муниципалитеттарына йүнәлтергә тәҡдим итә, ә Өфө өсөн ағымдағы йылда 500 миллион һум бүлергә, шул иҫәптән бәләкәй габаритлы техника һатып алыуға. Аҡса бүлеү Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә планлаштырылған.

20 ғинуарға тиклем – техника һатып алыуға аҡсаны муниципалитеттарға еткереү, 30 мартҡа тиклем конкурс процедураларын тамамлау күҙаллана. 1 майға тиклем – йәйге, 1 июлгә тиклем ҡышҡы техника менән тәьмин итеү тамамланырға тейеш.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был пландарҙы раҫланы һәм 30 марттан һуң тендерҙы тамамлау тураһында доклад яһарға ҡушты.

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә бәйле 2023 һәм 2024 йылдарҙа техниканы яңыртыуҙы дауам итергә кәрәк, тине Алан Марзаев. Өфөгә килгәндә, ҡала юлдарын таҙартыу технологияһы буйынса Федераль юл агентлығы тәҡдимдәренә ярашлы, Өфөлә 2432 берәмек техника булырға тейеш, тип белдерҙе министр.

Ысынында иһә Өфө урамдарын таҙартыу өсөн 528 берәмек техникаһы бар (нормативтан 22%). Уларҙан 404 машина ҡышҡыһын файҙаланыла. Баш ҡалала коммуналь техника уртаса 75 процентҡа туҙған. 404 машинаның 327-һе эш хәлендә, 77-һенә ремонт талап ителә. Водителдәр һәм урам һепереүселәр етмәү сәбәпле, 130 берәмек техника буш тора – бындай ауыр эштә кешеләрҙе түбән хеҙмәт хаҡы ҡәнәғәтләндермәй.

Алан Марзаев билдәләүенсә, техника һатып алыу менән генә мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ, сөнки тәү сиратта эшсе ҡулдар етешмәй. Өфөләге урам-юл селтәрен тәртиптә тотоу өсөн штатта 2 434 кеше ҡаралған. Ысынында иһә 1 638 кеше эшләй (67%). Шул уҡ ваҡытта норматив буйынса ҡала өсөн штат 7 302 кешенән торорға тейеш. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырырға тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хакимиәте башлығы Сергей Грековҡа проблеманы тикшерергә һәм ике аҙнанан пландар хаҡында еткерергә ҡушты.

– Хеҙмәткәрҙәрҙе нисек йәлеп итергә мөмкин икәнлеге хаҡында уйлағыҙ. Был – бик ауыр эш, шуға күрә дәртләндереү саралары кәрәк. Бәлки, ҡайҙалыр ятаҡ, торлаҡ, уҡытыу булыр, ҡайҙалыр эш хаҡын арттырырғалыр, – тине Радий Хәбиров.

 

Республика гөрләп торҙо

 

Яңы йыл байрамы осоронда Башҡортостанда күп кенә ҡыҙыҡлы саралар үтте. Улар тураһында кәңәшмәлә республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин һөйләне.

– Республикаға туристар йәлеп итеү маҡсатында Яңы йыл байрамы осоронда “Терра Зима-2022” фестивале үтте. Программа 31 декабрҙә кис үк башланып китте, Өфөләге Ҡунаҡһарай янында Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йырсылары матур концерт ҡуйҙы. Яңы йылды Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләре, Удмурт, Татарстан республикалары һәм башҡа ҡунаҡтар беҙҙә ҡаршыланы, – тине ул.

1 ғинуарҙа йолаға әйләнгән “Терра Зима” фестивале “Вәғәҙәләр йүгереүе” менән асылды. Шул уҡ көндә кос­тюмдар карнавалы уҙҙы. 2 ғинуарҙа ҡышҡы һабантуй булды. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡунаҡтары һәм өфөләр төрлө ҡышҡы күңел асыуҙарҙа ҡатнашты. Ошо уҡ көндә самауырҙар конкурсы үтте.

3 ғинуарҙа Бөтә Рәсәй Ҡарһылыуҙар һәм Ҡыш Бабайҙар парады ойошторолдо. Унда бөтә илдән 1500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, республиканың һәр районы һәм ҡалаһы үҙенең Ҡарһылыуын ебәргән ине. Ҡыш бабайҙар парадына Мәскәү ҡунағы Никита Джигурда килде хатта.

4 ғинуарҙа Ағиҙел ярында ат-сана экипаждары парады ойошторолдо. Шулай уҡ милли кейемдәрҙә һәм һунар саңғыларында саңғы-уҡ биатлоны үтте. Был көндәрҙә ҡала үҙәгендә Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе эшләне. Өфөнөң тарихи үҙәгендә ике ҡатлы экскурсия автобусы йөрөнө.

8 ғинуарҙа Бөрөлә Гастрономия фестивале булды. Дөйөм алғанда, “Терра Зима” фестивалендә быйыл 16 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Ринат Фәтҡуллин белдереүенсә, байрам саралары беҙҙең геопарктар биләмәһендә лә үткән. “Торатау” шиханы янында Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе урынлашҡан. Быйыл беренсе тапҡыр Йөрәктау янында Яңы йыл ҡаласығы асылған. Һырғалаҡта шыуыу, ижади оҫталыҡ дәрестәре, саналарҙа, ҡаргиҙәрҙәрҙә сәйәхәттәр ойошторолған.

“Янғантау” геопаркында һауа шарында осоу, уҡ атыу, кәсепселәр фестивале һәм Раштыуа байрамы уҙған. Байрам көндәрендә геопарктарға алты мең самаһы кеше барған.

Байрам көндәрендә мәҙәни һәм спорт саралары ла бик күп булды. Улар тураһында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне.

Мәҙәниәт министрлығы быйыл да Яңы йыл календары булдырған, уға ярашлы, 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем төрлө мөһим һәм ҡыҙыҡлы саралар үтә. Уның эсенә, дөйөм алғанда, 41 мең самаһы сара ингән. Быйыл календарҙың һәр көнө айырым бер темаға арналған.

Республиканың барлыҡ театр-концерт учреждениелары Яңы йыл һәм Раштыуа каникулы осоронда шулай уҡ төрлө саралар әҙерләгән. Бөтәһе 800 сара үткән, уларҙы 200 мең самаһы кеше ҡараған.

Коронавирус сикләүҙәре сәбәпле, күп саралар саф һауала уҙған, шулай уҡ шыршы янында әйлән-бәйләндәр булмаған. Ун районда саралар автоклуб файҙаланып ойошторолған. Байрам көндәре күмәк кеше ҡатнашҡан физкультура сараларына ла бай булған.

– Быйыл 1120 сара үткәрҙек, уларҙа йәмғеһе 525 мең кеше ҡатнашты. Яңы йыл ғаилә уйындары айырыуса ҡыҙыҡлы булды: вәғәҙәләр йүгереүе, ғаилә уйындары, ҡышҡы спорт төрҙәре көнө, саңғыла уҙыш, шайба менән хоккей, ҡышҡы футбол һәм башҡалар, – тине ул.

Министр белдереүенсә, республика халҡы ҡыш көнө айырыуса конькиҙа йөрөргә ярата. Әле Башҡортостанда 885 боҙ майҙансығы, шул иҫәптән 581 хоккей майҙансығы, 288 асыҡ һырғалаҡ, 16 ябыҡ һырғалаҡ бар.

Шулай уҡ кәңәшмәлә Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин сығыш яһаны һәм республикала һанлаштырыу барышы менән таныштырҙы.

Әгәр Башҡортостанда дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса статистиканы алып ҡараһаң, Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында 1 миллион 835 мең кеше теркәлгән һәм үҙенең иҫәп яҙмаһын раҫлаған. Бер йылда 127 600 яңы иҫәп яҙмаһы теркәлгән. Былтыр Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында “Табипҡа яҙылыу” тигән хеҙмәт иң популяры булған, унда биш миллионға яҡын ғариза бирелгән.

Республика дәүләт хеҙмәттәре порталында күрһәтелгән иң популяр хеҙмәт “Ер участкаһын урынлаштырыуҙың схемаһын раҫлау” булған. Әлеге ваҡытта был хеҙмәт буйынса 14 меңдән ашыу ғариза бирелгән.

Геннадий Разумикин белдереүенсә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә тәьмин итеү министрлыҡ эшмәкәрлегенең иң төп йүнәлеше булып тора. Һәм улар был эште әүҙем дауам итә, яңы технологик ҡарарҙар таба.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас