

Бөгөн Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Бынан 300 йыл элек - 1722 йылдың 12 ғинуарында Рәсәй императоры Петр I указы менән генераль-прокурор вазифаһы булдырыла һәм Рәсәй прокуратураһы институтына нигеҙ һалына.
Ошо байрам айҡанлы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров прокуратура органы хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы.
“Хөрмәтле Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө һәм Рәсәй прокуратураһына 300 йыл тулыу айҡанлы ҡотлайым!
Прокуратура законлылыҡ гаранты һәм йәмғиәтебеҙҙә тәртип һаҡсыһы булып, өс быуат дауамында илебеҙҙең иң мөһим институты булып эшләй. Күҙәтеү ведомствоһының тотҡан урыны һиҙелерлек, ул хоҡуҡи көйләүҙең барлыҡ өлкәһендә лә әһәмиәтле. Айырыуса иғтибар өлкәһендә – граждандарҙың һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуғын күҙәтеү, коррупцияға, террорсылыҡҡа һәм экстремизмға ҡаршы көрәш, транспорттағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, оборона-сәнәғәт комплексындағы законлылыҡ һәм башҡа күп мәсьәләләр.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы, юғары компетентлығы, бурыстарына тоғролоғо граждандарҙың һәм дәүләттең законлы хоҡуғын, мәнфәғәттәрен тәьмин итә, йәмғиәтте туплауға йоғонто яһай.
Рәсәйҙең һәм беҙҙең Волга буйы федераль округының социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоғо, кешеләр тормошондағы ыңғай үҙгәрештәр һеҙҙең эште тейешенсә ойоштороуығыҙға һәм яуаплылыҡҡа нигеҙләнгән ҡарашығыҙға бәйле.
Ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, артабан да Рәсәйгә хеҙмәтегеҙҙә һөҙөмтәле эшләүегеҙҙе һәм яңы уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем!” – тип әйтелә ҡотлауҙа.
Фото: myudm.ru