

Тәбиғи һәм техник фәндәр өлкәһендә тикшеренеүҙәр һәм асыштар эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошма оҙайлы ваҡыт бюджет алдындағы бурыстарын үтәмәгән. Шулай итеп, уның һалым һәм йыйымдар буйынса 1,7 миллион һум түләме йыйылған. Фирмаға был хаҡта белдереү ҡағыҙҙары ебәреү һөҙөмтә бирмәгәс, инспекция судҡа мөрәжәғәт иткән.
Башҡарыу документы Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына үтәүгә тапшырылғас, суд приставтары үҙҙәренә бирелгән вәкәләттәрҙе файҙаланып, ойошманың барлыҡ иҫәп-хисап, кредит һәм депозит иҫәптәрен ҡулға ала, йәғни аҡса әйләнешен туҡтата.
Әлбиттә, был сара һөҙөмтә бирә - 1,7 милллион һум самаһы бурыс дәүләт бюжетына күсерелә. Бынан тыш, башҡарыу эше буйынса бурысты закон күрһәткән ваҡыт эсендә ирекле рәүештә түләмәгән өсөн сығарылған ҡарар буйынса 119 мең һум самаһы аҡса түләргә тура киләсәк.
Фото: psy-files.ru.