Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Ғинуар 2022, 05:38

Яңы йылда – яңы закондар

Халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ҡанундар йыйылмаһын тәҡдим итәбеҙ.

2021 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 130-ға яҡын закон ҡабул итте. Йомғаҡ яһап, республика халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған һәм киң мәғлүмәт саралары йыш телгә алған закондар йыйылмаһын төҙөнөк.

 

Иң мөһим закон

 

2021 йылдың иң мөһим законы – “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”. Республиканың Төп законына ватансылыҡ тәрбиәләүгә, традицион ғаилә ҡиммәттәрен, Башҡорт­остан Республикаһы халыҡта­рының мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлауға йүнәлтелгән социаль гарантияларҙы нығытҡан мөһим положениелар индерелде. Конституцияла балаларҙың һәм йәш­тәрҙең үҫеше, һаулыҡҡа яуаплы мөнәсәбәт булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу тураһындағы тезистар нығытыла. Тарихи дөрөҫлөктө яҡлау, халыҡ власының берҙәм­леген, урындағы үҙидараның үҫешен тәьмин итеү мөһим өҫтөнлөк тип иғлан ителә.

– Заман талабына ярашлы яңыртылған Башҡортостан Консти­туцияһы Рәсәй Федерацияһының иҡтисади яҡтан көслө, таяныс төбәктәренең береһе булараҡ, республиканың артабанғы эҙмә-эҙлекле үҫеше өсөн яңы этәргес бирәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Көҙгө сессия осоронда “Баш­ҡортостан Республикаһында һуғыш балалары тураһында”ғы закон ҡабул ителде. Документ менән граждандарҙың ошо категорияһы өсөн махсус статус һәм ярҙам саралары билдәләнде. Һуғыш балалары өсөн законда таныҡлыҡтар, бер тапҡыр бирелә торған түләү, дәүләт гарантиялары программаһы буйынса медицина хеҙмәттәренә сиратһыҙ файҙаланыу һәм стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына юлламаны сиратһыҙ алыу хоҡуғы ҡарала.

“Башҡортостан Республикаһын­да йәштәр сәйәсәте тураһында”ғы закон да концептуаль әһәмиәткә эйә.

– Был закон йәштәр өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең төп принциптарын һәм йүнәлештәрен билдә­ләй, – тине Константин Толкачев. – Граждандарҙың йәш сиген үҙгәртеү ҙур әһәмиәткә эйә. Йәштәр категорияһына хәҙер 14 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләр инә. Йәш сиген ҡайтанан ҡарау улар менән эшләүгә яңы ҡараш булдырыу, мәғариф, мәшғүллек һәм эшҡыуар­лыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендә дәүләт ярҙамы сараларын ғәмәлгә индереү мөмкинлеген бирәсәк.

“Башҡортостан Республи­каһында түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы Башҡортостан Рес­публикаһы Законының 5-се һәм 6-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон граждандар өсөн бушлай хоҡуҡи хеҙмәттәр сифатын яҡшыртасаҡ. Закон менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт юридик бюроһы тарафынан һорау ебәреү тәртибе һәм дәүләт власы орган­дарының, урындағы үҙидара орган­дарының, йәмәғәт берекмәләренең һәм башҡа ойошмаларҙың ошо һорауҙарға 30 көн эсендә (уны оҙайтыу мөмкинлеге менән) яҙма яуап биреү бурысы билдәләнә.

  

Эшҡыуарҙарға – яҡшы ярҙам

 

“Башҡортостан Республи­каһын­да һалым һалыуҙың патент системаһы тураһында”ғы Башҡорт­остан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон бик күп эшҡыуар­ҙар өсөн яҡшы ярҙам булды.

– Һалым һалыуҙың патент системаһын ҡулланыу мөмкин­леген биргән эшмәкәрлек төрҙәре исемлеге ярайһы уҡ киңәйтелде – 67-нән 85-кә тиклем, – тине Константин Толкачев. – Ябайлашты­рылған һалым тәртибенә шулай уҡ автомобиль йыуыу урындары һәм оҫтаханалары күсте. Бынан тыш, закон страховка иғәнәләре күләменә һалым түләүен кәметеү мөмкинлеген бирҙе. Алынған килемгә берҙәм һалым систе­маһынан патентҡа күскән эшҡы­уарҙарҙың күпселеге өсөн һалым йөкләмәһе һиҙелерлек түбәнәйҙе.

Бер аҙҙан мунсалар, сауналар, солярийҙар ҙа һалым һалыуҙың патент системаһына күсә алды.

2021 йылдың тағы ла бер мөһим иҡтисади законы – “Башҡортостан Республикаһында капитал һалыу­ҙар рәүешендә тормошҡа ашы­рылған инвестиция эшмәкәрлеге тураһында”. Ул капитал һалыуҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһын­дағы килешеү нигеҙендә инвестор­ҙарға билдәле бер гарантиялар биреү һәм бюджеттан ярҙам күрһәтеү иҫәбенә республикала инвестиция әүҙемлеген көсәйтеүгә йүнәлтелә. Капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһын­дағы килешеү – элегерәк федераль кимәлдә ғәмәлгә индерелгән, әле иһә Рәсәй Федерацияһы субъекттары ла файҙалана алған өр-яңы механизм ул.

– Бындай килешеүҙең мөһим пунктын тотороҡло иҫкәрмә тәшкил итә, – тине парламент спикеры. – Ҙур проект тормошҡа ашырылған осорҙа хоҡуҡи киңлектә һалым өлкәһендә, таможня ҡануниәтендә, ерҙән файҙаланыу ҡағиҙәләрендә һәм башҡаларҙа үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Тотороҡло иҫкәрмә инвесторға ҡарата проекттың һөҙөмтәлелегенә йоғонто яһарлыҡ яңы ҡағиҙәләрҙе ҡулланмауҙы аңлата. Капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһындағы килешеү хәүефте кәметеп, инвесторҙың кредит һәләтен арттыра.

2021 йылда балаларҙың һау­лығын һаҡлауға йүнәлтелгән закондар ҡабул ителде. Башҡорт­остан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһын­дағы кодексына бәлиғ булмағандарға уларҙың һаулығы өсөн хәүефле продукция һатҡан өсөн штраф билдәләгән положениелар индерелде. Бында һүҙ тонус биргән алкоголһеҙ эсемлектәр (уларҙы контролһеҙ ҡулланыу нервы, аш һеңдереү, йөрәк-ҡан тамырҙары ағзаларына зыян килтерә), шыйыҡ углеводород газы тултырылған һауыттар, шул иҫәптән газлы ҡабыҙғыстар (бындай сикләү үҫмерҙәр мөхитендә токсикоманияның хәүефле фор­маһы – сниффингтың әүҙем таралыуына бәйле) хаҡында бара.

“Башҡортостан Республикаһы­ның урындағы үҙидара өлкәһендәге айырым закон акттарына үҙгәреш­тәр индереү тураһында”ғы закон урындағы үҙидараны үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ул граждан­дарҙың ҡала йәки ауыл тормошонда ҡатнашыуының яңы алымын – инициативалы проекттарҙы ғәмәлгә индерә.

– Яңылыҡтың асылы шунда: тәү сиратта ниндәй проблемаларҙы хәл итеү зарурлығын кешеләр үҙ аллы билдәләй һәм урындағы хакимиәткә инициативалы проект менән сыға, – тине Константин Толкачев. – Бындай проекттар партнерлыҡ башланғысында – бюджет иҫәбенә генә түгел, ирекле түләүҙәрҙе һәм граждандарҙың, шәхси эшҡыуарҙарҙың, ойошма­лар­ҙың мөлкәт иғәнәләрен йәлеп итеп финанслана. Граждандарҙың проектта хеҙмәт менән ҡатнашыуы уртаҡ эшкә индерелгән өлөш тип иҫәпләнә.

 

 

Ирекмәндәр яҡлауға мохтаж

 

“Башҡортостан Республикаһын­да хәйриә һәм ирекмәнлек эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡындағы закон ирекмәнлек хәрәкәтенә булышлыҡ итә.

– 2021 йылда ирекмәндәр ҙур әһәмиәткә эйә булды, – тине Константин Толкачев. – Йәй республикала эҫелек һәм ҡоролоҡ арҡаһында урман янғындары күп булды. Янғын һүндереү бригадаларына ирекмәндәр ярҙамға килде. Улар иңгә-иң терәшеп стихия ҡазаһына ҡаршы көрәште. Был хәл беҙҙе ошо ҡыйыу кешеләрҙе яҡлауға йүнәлтелгән закон ҡабул итеүгә этәрҙе.

Тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, граждандар оборонаһы, янғын хәүефһеҙлеге һәм һыу объекттарында кешеләр­ҙең хәүефһеҙлеге өлкәһендәге ирекмәнлек эшмәкәрлеге өҫтөн­лөклө йүнәлештәр иҫәбенә индерелде. Был һаулыҡты һәм ғүмерҙе страховкалау, махсус кейем-һалым, ҡулайламалар һәм баш­ҡалар менән тәьмин итеү рәүешендәге дәүләт ярҙамы сараларын күҙ уңында тота.

Байтаҡ яңы закондар туризм өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләй.

– Республика ҡануниәтендә туристик маршрут статусы нығытыла, унан файҙаланыу маҡсаттары һәм принциптары билдәләнә, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе. – Бындай сара республикала туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән танылыу яулаған туристик локация­ларҙы планға ярашлы хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтә­һендә зыяндан һаҡлаясаҡ. Туризм өлкәһен­дәге йәнә бер закон менән беҙ ауыл туризмын өҫтөнлөклө йүнәлештәр исемлегенә индерҙек. Тағы ла бер закон туристик фир­маларҙың клиенттарын баҙарҙың намыҫһыҙ ҡатнашыусыларынан яҡлауға ҡорола: берҙәм федераль реестрға мәғлүмәттәре индерел­мәгән турагенттарҙың эшмәкәрлеге тыйыла. Бынан тыш экскурсовод­тарҙы, гид-тәржемәселәрҙе һәм инструктор-оҙатып барыусыларҙы мотлаҡ аттестациялау тураһында закон ҡабул ителде. Был закондар­ҙың барыһы ла туристарҙың мәнфәғәтен яҡлай һәм туризм һәм ял өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ төбәк булараҡ, республиканың абруйын арттырыуға булышлыҡ итә.

2021 йыл тамамланыр алдынан депутаттар “Башҡортостан Респуб­ликаһын­да этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһен­дәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукция ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында”ғы закон ҡабул итте. Ул яңы йыл каникулы осоронда алкоголь һатыу өлкәһендәге сикләүҙәрҙе бер аҙ йомшарта.

– Элегерәк ғәмәлдә булған 3 ғинуарҙан спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыу юҡҡа сығарылды, – тине Константин Толкачев. – Һатыу осоро ла 4 ғинуар­ҙан 6-һына тиклем оҙайтылды. Алкоголь баҙарында хәл яҡшырып, контроль артҡанға күрә сикләүҙәрҙе йомшартырға ҡарар иттек. Бынан тыш, яңы йыл каникулы осоронда эскелек арҡаһында янғын сығыу һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр статистикаһының яҡшырыуы ла ҡыуандыра. Хәлде күҙәтеп, киләсәктә һығымта яһаясаҡбыҙ.

 

Эльвира ЛАТИПОВА,

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат үҙәге советнигы.

Читайте нас