

Өфөлә булған хәл - тәүтикшереүсене мәсхәрәләү буйынса енәйәт эше яңынан ҡаралды. Мәғлүм булыуынса, был енәйәтте ҡылыуҙа элекке полиция хеҙмәткәрҙәре Павел Яромчук, Салават Ғәлиев һәм Эдуард Матвеев ғәйепләнә ине.
Һамар ҡалаһындағы Алтынсы кассация суды Башҡортостан Юғары суды сығарған ҡарарҙы көсөндә ҡалдырҙы. Элекке полиция хеҙмәткәрҙәрен ғәйепле тип раҫлап, Салауат Ғәлиев и Эдуард Матвеев – ете, Павел Яромчук биш йыл ярымға йылға иркенән мәхрүм ителде. Улар был язаны дөйөм режимлы колонияла уҙғарасаҡ. Суд ҡарары буйынса, өйҙә һаҡ аҫтында ултырған ваҡыт дөйөм яза ваҡыты эсендә иҫәпкә алынасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, был суд эше 2019 йылдан бирле дауам итә.
Фото: ufa.aif.ru