Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Ғинуар 2022, 12:00

Законһыҙ эшләгәндәргә һунар башланды

Бындай урындарҙа исемеңде һорамайҙар. Шуға күрә теләгән һәр кеше законһыҙ йыйылған тимер-томор тапшыра ала, ә аҙаҡ хоҡуҡ һаҡсылары бер кемде лә таба алмай...

Законһыҙ эшләгәндәргә һунар башландыЗаконһыҙ эшләгәндәргә һунар башланды
Законһыҙ эшләгәндәргә һунар башланды

Өфөлә 250-нән ашыу законһыҙ тимер-томор ҡабул итеү пункты эшләй. Йыш ҡына улар урланған нәмәләрҙе һатыу һәм асоциаль шәхестәрҙе йәлеп итеү урынына әүерелә. Башҡортостанда лицензияһыҙ эшләгән хоҡуҡ боҙоусыларға ҡаршы көрәш башланды. Ошо маҡсатта йәмәғәтселәр, ведомство хеҙмәткәрҙәре һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар рейдтар уҙғара. Уларҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрселәре лә ҡатнашҡан.

Хәбәрселәр менән хоҡуҡ һаҡсылары бер нисә ошондай рәсмиләштерелмәгән нөктәлә булған. Был урындар кешеләрҙе әллә ҡайҙан сағыу баннерҙар һәм реклама менән йәлеп итеп тора. Уларҙың бөтәһендә лә рәсми теркәлмәгән кешеләр эшләй. Күптәр бер тауыштан нөктәнең хужаһын белмәүҙәре, аҡса булмағас, ҡайҙа булһа ла эшләргә барғандары тураһында әйтә. Икенселәр бөтөнләй “комментарий бирмәйбеҙ” тип кенә ебәрә.

– Эйе, бындай урындарҙа исемеңде һорамайҙар. Шуға күрә теләгән һәр кеше законһыҙ йыйылған тимер-томорҙы тапшыра ала, ә аҙаҡ хоҡуҡ һаҡсылары бер кемде ле таба алмай, – ти Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының АТО һәм лицензиялау бүлеге начальнигы урынбаҫары Данил Топаев.

Йыш ҡына законһыҙ нөктәләрҙә валюта булып аҡса ғына хеҙмәт итмәй.

– Кешеләр законһыҙ рәүештә тимер-томор алып килә һәм уны фанфуриктарға алмаштыра. Спирт ҡалалағы уртаса хаҡҡа ҡарағанда ҡиммәтерәккә төшә, әммә был бартер булғанлыҡтан, уларҙы ҡәнәғәтләндерә, – ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ республика” проекты координаторы Антон Буфетов.

“Сәнәғәт сәғәте”ндә республика Башлығына легаль булмаған тимер-томор ҡабул итеү пункттары хужалары яғынан намыҫһыҙ конкуренция хаҡында һөйләгәндәр. Нөктәләр башлыса сәнәғәт ҡалаларында барлыҡҡа килә. Өфөлә генә улар 250-нән ашыу.

– Өфөнән башлағыҙ, эшсе төркөм төҙөгөҙ һәм эшләй башлағыҙ. Бәлә-ҡаза масштабтары аңлашыла ла инде, был хәлде асыҡларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Легаль булмаған нөктәләр башлыса шәхси гараждарҙа эшләй. Белгестәр республиканың Сәнәғәт министрлығы менән берлектә рейдтар ойошторған.

– Рейдта шулай уҡ Эске эштәр министрлығы подразделениелары хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Тәртип боҙған осраҡта административ протокол төҙөлә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, тимер-томор әйләнеше өлкәһендә бер нисә ҡағиҙә боҙоу өсөн законлы енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған, – ти Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Максим Родионов.

Лицензия алыуы ҡыйын түгел. Бының өсөн 7500 һум дәүләт пошлинаһы түләргә, үлсәүҙәр, ҡорамалдар һатып алырға һәм сәнәғәт тәғәйенләнешендәге ер участкаһын табырға кәрәк. Хәҙер еңел юл менән барырға ҡарар иткән икенсел сеймал ҡабул итеүселәргә ҡаршы сыҡтылар.

Фото: bash.news

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас