

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә дәүләт ер күҙәтеүен һәм муниципаль ер контролен камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Байтаҡ ер-милек хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү ер ресурстары менән идара итеүҙең асыҡлығына һәм һөҙөмтәлелегенә ыңғай йоғонто яһаны.
– 2021 йылда республика халҡы һәм эшҡыуарҙары ҡуртымға килешеүҙәр төҙөү, ерҙәрҙе бер категориянан икенсеһенә күсереү кеүек хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә алыу өсөн 32 меңдән ашыу ғариза бирҙе, – тине республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. – Халыҡ асылда уңайлы сервис өсөн тауыш бирҙе, был власть органдарына ер баҙарындағы процестарҙы контролдә тоторға һәм артыҡ файҙаланыуға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә.
Министр әйтеүенсә, ҡуртымға алынған ер участкаларын маҡсатҡа ярашлы файҙаланмауҙы асыҡлау зарурлығы килеп тыуҙы. Миҫал итеп Наталья Полянская кадастр хаҡы дөрөҫ билдәләнмәгән бер нисә ер участкаһын килтерҙе. Бынан тыш 2019-2020 йылдарҙа Благовар, Краснокама, Бишбүләк, Ғафури, Илеш, Саҡмағош райондарында һәм Ағиҙел, Межгорье ҡалаларында ер контроле үткәрелмәгән. Һөҙөмтәлә – муниципалитеттар урындағы бюджеттарға мөлкәт керемдәрен алып бөтөрмәгән.
– Ыңғай миҫал сифатында Ишембай районындағы эште килтерергә мөмкин, унда ер ресурстарына муниципаль контроль урындағы ҡаҙнаға милек һалымдарын йыйыуҙы бер нисә тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирҙе, - тип өҫтәне Наталья Полянская.
Министр ҡыҙыҡһынған федераль, республика башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең берҙәмлеген тәьмин итеү өсөн муниципаль ер контролен үҫтереү һәм уның һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса ведомство-ара комиссия төҙөргә тәҡдим итте.
Башҡортостан Башлығы был башланғысты хупланы һәм ведомство-ара комиссия рәйесе булырға ҡарар итте.
– Ысынында беҙ ер өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙың артыуын күрәбеҙ, ер участкалары реестрындағы мәғлүмәттәрҙең уларҙың ысын статусҡа тап килмәүе, сауҙа предприятиеһының кадастр хаҡы “өс тин” булған ерҙә тороуо борсой, - тине Радий Хәбиров. – Ә бит тап ошо аҡсанан урындағы бюджеттар формалаша. Шуға күрә ҡала һәм район башлыҡтары үҙ эштәрен ер-милек баҙарында тәртип урынлаштырыуға йүнәлтергә тейеш. Ведомство-ара комиссияның тәүге ултырыштарын аҙна һайын үткәрәсәкбеҙ. Муниципалитет башлыҡтарын саҡырып, аныҡ райондағы хәлде ҡарай башлайбыҙ.
Шулай уҡ Радий Хәбиров республикала Ишембай районының ер участкаларының кадастр хаҡын реаль тап килтереү буйынса тәжрибәһен таратырға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.