

Билдәле булыуынса, ике республиканы тәрән тарихи, мәҙәни тамырҙар бәйләй. Башҡортостанда татар халҡы вәкилдәре йәшәгән кеүек, Татарстанда ла башҡорттар күп кенә. Осрашыуҙа ике төбәктә лә халыҡтар туған телдәрен, тарихын өйрәнә, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлай һәм үҫтерә алһын өсөн шарттар булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов ҡунаҡтарға Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы, ошоға бәйле “Башҡорт халҡы стратегияһы”на ярашлы уҙғарыласаҡ саралар тураһында һөйләне.
“Беҙ – рухиәт, йолалар, мәҙәниәт буйынса яҡын халыҡтар, беҙ – милли мәғарифты, туған телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн байтаҡ эш башҡарған күрше республикалар. Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе, шул иҫәптән татар телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Беҙ Татарстанда башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү эшендә һеҙҙең аңлауға һәм ярҙамға иҫәп тотабыҙ", - тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Сынтимер Баязитов.
Ике республика вәкилдәре үҙебеҙҙә генә түгел, илдең башҡа төбәктәрендә, күрше илдәрҙә лә эшләгән милли тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең әһәмиәтен билдәләне. Башҡортостандың да, Татарстандың да халҡы этник составы буйынса күп милләтле, шуға күрә төп халыҡ өсөн дә, республика биләмәһендә йәшәгән башҡа халыҡтар өсөн дә милли-мәҙәни үҙенсәлекте онотмау бик мөһим.
Үҙ сиратында, Татарстан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары, Бөтә донъя татарҙары конгресының Милли советы рәйесе Вәсил Шәйхразиев Конгрестың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне һәм быйыл Бөтә донъя татарҙары конгресына 30 йыл тулыуын әйтеп үтте.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.