

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XIII “Рәсәй һәм донъя: өҫтөнлөктәр” Гайдар форумы майҙансығында уҙғарылған “Милли һаулыҡ һаҡлау системаһына яңыса ҡараш” дискуссияһында ҡатнашты. Сарала ватан медицинаһын яңыртыу мәсьәләләре буйынса шулай уҡ Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Владимир Зеленский, Дәүләт Думаһы депутаты Айрат Фәррәхов, Мәскәүҙәге 40-сы ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Денис Проценко, “МедИнвестГрупп” компаниялар төркөмө президенты Сергей Нотов, Иваново өлкәһе губернаторы Станислав Воскресенский һәм Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһының матди-техник базаһын нығытыуҙың мөһимлеген билдәләне.
– Дүрт миллионлы республикабыҙ өсөн был тема айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки төбәк халҡының өстән бер өлөшө ауыл ерендә йәшәй. Өс йыл элек райондар буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пункттары урынлашҡан ниндәй генә экзотик биналарҙы күрмәнем, ә улар беҙҙә бөтәһе – 1960. Мәҫәлән, бер фельдшер-акушерлыҡ пункты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби әсирҙәр тотолған баракта, икенсеһе иһә ХIХ быуатта уҡ һалынған бинала урынлашҡайны. Был объекттарға оҙаҡ ваҡыт тейешле иғтибар бүленмәгән, ә ауыл халҡы тап фельдшер-акушерлыҡ пункттарынан сығып дөйөм медицина тураһында фекер йөрөтә, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә алдыбыҙға иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарының бөтәһен дә алмаштырыу бурысын ҡуйҙыҡ. Беҙ Рәсәй Президенты Владимир Путинға түбәнге звеноны комплекслы яңыртыу программаһын ғәмәлгә индергәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Был етди документ аҡса менән нығытыла. 2025 йылға тиклем Башҡортостан 18 миллиард һум аҡса аласаҡ.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был аҡсаға республикала 12 поликлиника, өс участка һәм ике үҙәк район дауаханаһы, 21 дөйөм практика табибы офисы, 42 табиплыҡ амбулаторияһы һәм 412 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Бынан тыш, ике поликлиника реконструкциялау, тиҫтәләгән объектҡа капиталь ремонт яһау, заманса медицина ҡорамалдары һатып алыу һәм ашығыс ярҙам автопаркы яңыртыу күҙаллана.
– Пандемия тәжрибәһе беҙгә яңы төҙөлөш ҡарарҙары, башҡа алымдар кәрәклеген күрһәтте. Мәҫәлән, ФАП-ты ике йылда, ә бәлки ике айҙа ла төҙөргә мөмкин. Коронавирус шарттарында ҡайһы саҡта ҡарарҙы кисекмәҫтән ҡабул итәбеҙ. Хәүеф бар икән, уға яуап бирәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Өфө районында һәм Стәрлетамаҡта ике COVID-госпиталь төҙөнөк, тағы икәүһен Туймазыла һәм Сибайҙа һалабыҙ. Әле йылыны яҡшы тотҡан һәм 50 йыл самаһы хеҙмәт итерлек тиҙ төҙөлә торған ҡоролмалар кәрәк.
“Коммунарка”ның баш табибы Денис Проценко Башҡортостандың тиҙ ҡоролмалы йоғошло ауырыуҙар үҙәктәрен төҙөү тәжрибәһен юғары баһаланы, уны башҡа төбәктәр ҙә әүҙем ҡуллана, тип билдәләне. Мәғлүм булыуынса, ҡурай сәскәһен хәтерләткән госпиталь төҙөлөшө Силәбе өлкәһендә, Ырымбур һәм Калуга өлкәләрендә тамамланып килә, Белгород өлкәһендә иһә бер юлы ике госпиталь һалына.
Республика Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау системаһына кадрҙарҙы йәлеп итеү темаһына ла туҡталды. Медицинала яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереүгә килгәндә, Радий Хәбиров тармаҡты һанлаштырыу, телемедицинаға әүҙем күсеү зарурлығын билдәләне. Ул шулай уҡ медицина учреждениелары араһында маршруттарҙы дөрөҫ төҙөү мөһимлеге хаҡында ла әйтте.
Сығышының аҙағында Башҡортостан Башлығы коронавирусҡа ҡаршы ҡатмарлы көрәш шарттарында һөҙөмтәле эшләгән өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.
– Табиптар ошо ауыр һынауҙы лайыҡлы үтте. Уларға ҡабат-ҡабат рәхмәт әйтәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Минеңсә, пандемия медицинаны үҫтереү, уның матди базаһын нығытыу өсөн яңы мөмкинлектәр асты. Хәҙер яҡшыраҡҡа һәм көслөрәккә әүерелеү өсөн беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһының үҙенсәлекле мөмкинлеге бар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Гайдар форумы майҙансығында Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Көн тәртибенә ярашлы, Ассоциацияның күҙәтеү советы ағзаһы, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһында ҡатнашҡан төбәк башлыҡтары сығыш яһаны. Йыйылышта ойошманың былтырғы эш йомғаҡтары һәм 2022 йылға төп бурыстар тикшерелде. Ассоциация ағзалары Иван Федотовты Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы директоры итеп бер тауыштан ҡайтанан һайланы. Ул 2016 йылдан ошо вазифаны биләй ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллинға берлектәге эш өсөн рәхмәт әйтте һәм былтыр үҙ-ара көйлө ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә республикала торлаҡты сафҡа индереү күләме өс миллион квадрат метр тәшкил итеүен билдәләне.
– Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ҙур эш өсөн рәхмәт. Ул беҙҙең төҙөлөш комплексында әлегә тиклем күрелмәгән һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеген бирҙе. Республика тарихында бындай күрһәткестең булғаны юҡ ине, – тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы ағзаларын 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашырға саҡырҙы.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.