

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Медиалогия” компанияһы баҫтырған 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәре башлыҡтары рейтингында дүртенсе урынды яуланы. Икенсе йыл рәттән ул медиарейтингта үҙенең Волга буйы федераль округындағы хеҙмәттәштәрен үтеп китә.
Дөйөм рейтингта беренсе урынды Мәскәү мэры Сергей Собянин биләй, икенселә – Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов. Өсөнсө урын Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьевта. Тәүге унау иҫәбендә шулай уҡ Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов, Чечня Башлығы Рамзан Ҡадиров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин, Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров һәм Тверь өлкәһе етәксеһе Игорь Руденя бар.
Башҡортостан Башлығының юғары позицияларын “Медиалогия” эксперттары Радий Хәбиров тәҡдим иткән бер төркөм проекттарҙың федераль кимәлдә фекер алышыуға барып етеүе менән аңлата. Мәҫәлән, уҙған йылдың авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путин Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү буйынса “Цемикс” заводын сафҡа индерҙе. Сарала республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Владимир Путин шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы һәм эшселәр менән аралашты.
“Башҡортостан сода компанияһы” акцияларының контроль пакетын Башҡортостан милкенә кире ҡайтарыу ҙа киң мәғлүмәт сараларында һәм йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы. Ул саҡта Радий Хәбиров “Башҡортостан сода компанияһы”ның иҫкергән ҡорамалдарын алмаштырыуға һәм яңыларын һатып алыуға 5,5 миллиард һум самаһы аҡса аласағын хәбәр иткәйне.
8 сентябрҙә Республика менән идара итеү үҙәгендә Радий Хәбировтың тура бәйләнеше уҙҙы. Декабрҙә төбәк етәксеһе республика телеканалдарына ҙур интервью бирҙе.
Фото: smartik.ru