Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Января 2022, 13:00

Венера Радий Хәбировтың оперативкаһында ҡатнашты

Бына һиңә Яңы йыл теләге! 

Венера Радий Хәбировтың оперативкаһында ҡатнаштыВенера Радий Хәбировтың оперативкаһында ҡатнашты
Венера Радий Хәбировтың оперативкаһында ҡатнашты

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә онлайн тәртиптә булды. Шуныһы ҡыҙыҡ, унда 8-се класс уҡыусыһы ҡатнаша алды. Был нисек килеп сыҡҡан һуң? 

Нефтекама ҡалаһында Яңы йыл каникулдарында Ҡыш бабай резиденцияһы эшләгән, унда балалар үҙҙәренең теләктәрен хатҡа яҙа алған.

"Мэр менән бер көн үткәреү һәм уға рәхмәт әйтеү" –  ҡаланың 9-сы мәктәбендә 8 класта уҡыған Венера Хөрмәтованың теләге шулай яңғыраған. Уның хыялы бөгөн тормошҡа ашырылды: иртән Венера Нефтекама хакимиәте башлығы Ратмир Рәфил улы Мәүлиев менән танышты, мэр кабинетында булып өлгөрҙө, унан хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары менән көн һайын уҙғарылған онлайн-кәңәшмәлә ҡатнашырға, бүлектәрҙең эшен ҡарарға һәм хатта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улының оператив кәңәшмәһенә ҡушылырға өлгөрҙө.

"Теләктәр шыршыһы" акцияһы сиктәрендә Нефтекама ҡалаһында күп балалы ғаиләләрҙән, етем һәм инвалид балаларҙан йәмғеһе йөҙҙән ашыу хат ҡабул ителгән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас