

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың урман сәнәғәтен “күләгәнән” сығарыу йәһәтенән ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешендә ағасты һатыуҙы күҙәтеү буйынса яңы тәртип көсөнә инде. Ул нисек тормошҡа ашырыласаҡ? Ошо хаҡта фекере менән уртаҡлашыуын һорап, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Урман һәм янғын федераль дәүләт күҙәтеүе бүлеге начальнигы Юнир Садиҡовҡа мөрәжәғәт иттек.
– Урман сәнәғәте комплексында тәртип урынлаштырыу маҡсатында, 2022 йылдың 1 ғинуарынан ағасты ташыуға оҙатыусы документтарҙы тултырыуға талаптар үҙгәрҙе. Хәҙер төрлө төрҙәге транспортта ағасты ташыу һәм күсереү, шул иҫәптән килешеү нигеҙендә ағасты һәм унан етештерелгән тауарҙарҙы ташыу ағастың хужаһы, йөктө оҙатыусыһы, йөктө алыусыһы, ташыусыһы, уның күләме, төрө һәм сорт составы, оҙатыу һәм алып барыу урыны, ағасҡа килешеү реквизиттары, шулай уҡ ағасты күсергән транспорт сараһының дәүләт теркәүе һаны электрон оҙатыу документтары тураһында мәғлүмәттәр булғанда ғына рөхсәт ителә.
Ҡағыҙ оҙатыу документтары 1 ғинуарҙан ғәмәлдән сыҡты. Эшҡыуарҙар электрон документтарҙы һәм ағасты ташыуға QR-кодты әҙерләү өсөн Ағасты һәм уның килешеүҙәрҙе иҫәпкә алыу берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын (ЛесЕГАИС) йәки офлайн эшләү технологиялары яҙамында эшләгән махсус мобиль ҡушымтаны (мәғлүмәт системаһы операторы бушлай ҡулланыу мөмкинлеген бирә) файҙаланырға тейеш, – тип уртаҡлашты Юнир Юлай улы.
Юнир Садиҡов белдереүенсә, оҙатыу документтарына ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ бар: ағас ташыған транспорт сараһы тәғәйен урынға барып еткәс, оҙатыу документының ғәмәлдән сығыуы тураһындағы мәғлүмәттәр ЛесЕГАИС-ҡа индерелергә тейеш. Алып барыу осрағы ғына теркәлмәй, ә транспорт сараһының электрон оҙатыу документында күрһәтелгән килеү ваҡыты ла индерелә.
– Ҡабул итеү электрон оҙатыу документ (ЭСД) мәғлүмәттәренә бәйле документтарҙы келәттә булдырыуҙы күҙ уңында тота. ЛесЕГАИС-ҡа ағас партияһының алып киленеүе тураһында мәғлүмәт килә. Әгәр ҙә оҙатыу ҡағыҙы ябылмаһа, система был транспорт сараһында киләһе ағас партияһын ташыуға яңы оҙатыу документын бирмәйәсәк. Система машина алдағы йөктө күсереүен дауам итә тип күрһәтәсәк.
Был саралар ағас әйләнешенең берҙәм асыҡ системаһын булдырыу һәм уның ҡырҡындынан алып һуңғы ҡулланыусыға тиклем юлын күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Электрон оҙатыу документы барлыҡҡа килгәндән һуң ҡырҡындынан йәки келәттән иҫәпкә алынмаған ағасты ялған юл менән сығарыу мөмкин булмаясаҡ, – ти Юнир Садиҡов.
Фото: Юнир Садиҡовтың ғаилә архивынан.