

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың урман сәнәғәтен “күләгәнән” сығарыу йәһәтенән ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешендә ағас һатыуҙы күҙәтеү буйынса яңы тәртип көсөнә инде. Ул нисек тормошҡа ашырыласаҡ? Ошо хаҡта фекере менән уртаҡлашыуын һорап, “Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Наил Шамил улы Ғәббәсовҡа мөрәжәғәт иттек.
– Яңы үҙгәрештәр ағас баҙары тармағын системалаштырыуға булышлыҡ итәсәк, уның барлыҡ сылбыры асыҡ сағыласаҡ. Шулай итеп, тармаҡта намыҫлы ҡатнашыусылар ғына ҡаласаҡ – ағас ҡырҡыуҙан алып, әҙер тауар етештереү һәм уны Рәсәйҙән сығарып һатыуға тиклем. Бындай шарттарҙа беҙҙең төбәктең ағас эшкәртеү йүнәлешендә инвестициялар йәлеп итеүсәнлеге артасаҡ ҡына, – тип белдерҙе Наил Ғәббәсов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер төрлө төрҙәге транспортта ағасты ташыу һәм күсереү, шул иҫәптән килешеү нигеҙендә ағасты һәм унан етештерелгән тауарҙарҙы ташыу ағастың хужаһы, йөктө оҙатыусыһы, йөктө алыусыһы, ташыусыһы, уның күләме, төрө һәм сорт составы, оҙатыу һәм алып барыу урыны, ағасҡа килешеү реквизиттары, шулай уҡ ағасты күсергән транспорт сараһының дәүләт теркәүе һаны электрон оҙатыу документтары тураһында мәғлүмәттәр булғанда ғына рөхсәт ителә.
Автор фотоһы.